Бәләкәй “императорҙар”Ҡытай халҡының күпселеге ҡыҫынҡылыҡта көн күрә. Шуға ярашлы, йәшәү стиле лә бик үҙенсәлекле. Ғаилә ағзалары бер-береһенең шәхси мәсьәләләре, эше, дуҫ-ише тураһында һөйләшмәй ҙә, ҡыҙыҡһынмай ҙа, нисек тә ара һаҡларға, алыҫлашырға тырыша. Бер йортта йәшәп тә, ағаһы ҡустыһының ҡайҙа эшләүен, буш ваҡытты ҡайҙа, нисек үткәреүен белмәүе ихтимал. Хеҙмәттәштәре, таныштары менән кафела туҡланырға яраталар, ғөмүмән, ғүмерҙәренең күп өлөшө йорттан ситтә үтә.
Ғаиләләге тәртип тә, мөнәсәбәт тә беҙҙең эраға тиклем VI быуатта йәшәгән ҡытай философы Конфуций ғилеменә нигеҙләнгән. Уға ярашлы, илдә консерватизм һәм тыңлаусанлыҡ хөкөм һөрә, был хәл түбәнге ҡатламдың юғары ҡатламға буйһоноуында ла яҡшы сағыла.
Ҡыҙҙарҙы һанлап бармайҙар, уларҙы “тишек дөгө тоғо” менән сағыштырып, кәмһетергә тырышалар. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың тиң хоҡуҡлығы идеяһы көсәйә бара. Ҡытай балалары бәләкәй саҡтан уҡ тыңлаусан булыуы менән хайран ҡалдыра. Ниндәй илдә өс йәшлек баланың уҡытыусыны ҙур иғтибар, диҡҡәт менән тыңлап ултырғанын күргәнегеҙ бар? Баштарын да борғоламайҙар, үҙ-ара һөйләшмәйҙәр, ҡамасауламайҙар. Хеҙмәт һөйөүсәнлектәренә һушың китер. Өйгә эштең күләме ифрат ҙур, башҡа илдә был хәлде “баланы ирекһеҙләү, хоҡуҡтарын ҡыҫыу” тип баһаларҙар ине. Ҡытайҙар балаларын һөйөп, иркәләп үҫтерә, сөнки күп ғаиләләрҙә ул бер бөртөк кенә. Европанан килгән бәләкәй ҡунаҡтарға иғтибар ифрат ҙур, хатта улар урамда туҡтап тороп, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө сабыйҙарға һоҡланыуын, яратыуын белдереп, баштарынан һыйпай, бергәләп фотоға төшөргә тырыша.
Ерҙә шыуышҡаны ла,
һауала осҡаны ла — һурпағаҠытайҙы шартлы рәүештә ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Төньяҡта йәшәүселәр бойҙай үҫтерә, ҡамыр аштарына әүәҫ. Шуға күрә улар физик яҡтан ныҡ һәм оҙонораҡ буйлы. Көньяҡ кешеләре дөгө ашауҙы хуп күрә, ғәҙәттә, ҡаҡса һәм бәләкәй кәүҙәлеләр. Ғөмүмән, ҡытайҙар ерҙә йөрөгән, һыуҙа йөҙгән һәм һауала осҡан һәр нәмәне (самолеттарҙан башҡа) ашарға һис тартынмай.
Ашау мәлендә кикереү, төкөрөнөү ҙә улар өсөн насар ғәҙәт һаналмай. Ҡасан да булһа, мөғжизәләр иленә сәйәхәт ҡылырға тура килһә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнмәй юлға сыҡмағыҙ.
Бында аяҡ кейеме табанын күрһәтеү мәсхәрә итеүҙе аңлата. Аяҡты аяҡҡа һалып ултырырға ярамай. Ҡытайҙар өсөн ер, иҙән — иң бысраҡ урын. Ашаған ваҡытта ла улар аш-һыу ҡалдыҡтарын иҙәнгә бәреп ултырыуҙан тартынмай.
Яратҡан ризыҡтары — сусҡа ите. Йылан, бесәй, эт, маймыл һәм башҡа йәнлек аштары бик ҡиммәт тора, күп осраҡта уларҙы туристар өсөн әҙерләйҙәр. Тәмле аштан күңелегеҙ булһа, бармаҡ менән өҫтәлде туҡылдатығыҙ — был һеҙҙең рәхмәтегеҙҙе белдерер. Ҡәнәғәтлегегеҙҙе күрһәткегеҙ килһә, тәрилкә төбөндә аш ҡалдырығыҙ.
Сәйер ғәҙәттәрАҡса, ҡағыҙ, визитка һәм документтарҙы мотлаҡ ике ҡуллап алырға һәм бирергә кәрәк. Ғәҙәтегеҙ буйынса нимәнелер бер ҡул менән һонаһығыҙ икән, быны итәғәтһеҙлек, тупаҫлыҡ тип ҡабул итәсәктәр.
Ҡытай дуҫығыҙға сәғәт бүләк итә күрмәгеҙ — үлем хаҡында иҫкәртеүгә бәрәбәр был. Ир-атҡа баш кейеме бүләк итмәйҙәр. Әгәр ҙә һеҙгә бүләк бирһәләр, шунда уҡ асып ҡарамағыҙ — һеҙҙе ҡомһоҙлоҡта ғәйеп итеүҙәре бар. Үҙ-ара ҡысҡырып һөйләшеүҙәрен иғтибарға алмаҫҡа тырышығыҙ. Һорау менән мөрәжәғәт иткәндә, ҡатҡан йөҙ менән, ләм-мим һүҙ сығармауҙарына ла ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, сығырҙан-сыҡмағыҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.