Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт бар08.08.2014
Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт бар
Йырлы Һаҡмарға һыйынып ҡына ята Һаҡмар-Наҙарғол. Үҙен уратып алған тәбиғәттең матурлығы, йорттарының күркәмлеге, урамдарының төҙөклөгө менән һоҡландыра ул. Ә инде был ерҙе төйәк иткән кешеләрҙең ихлас, киң күңелле, тырыш булыуын да өҫтәһәң...
Ауыл халыҡ телендә ни өсөндөр Бүреләр тип йөрөтөлә. Унда 40 тирәһе йортта 120-нән ашыу кеше йәшәй. Иң ҡыуандырғаны шул: бында йәштәр төпләнеп ҡалып, бынамын итеп донъя көтә. Танышыуҙы тап уларҙан башлайыҡ.

Ырымбурҙар ҙа
килеп етә!


Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт барКүрше Әбеш ауылында тыуып үҫкән Эльвира, әлеге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, тыуған рай­о­ны­на уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Бү­реләр ауылының дәрт-дарманы ташып торған Вил исемле егете ҡыҙға шунда уҡ күҙ һалып та ҡуя. Йәштәр, бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешеп, матур итеп тормош көтә башлай. Улдары Фәнис, ҡыҙҙары Наҙгөл донъяға килә. Балаларҙы үҫтерергә Вилдең әсәһе Зәкирә инәй ҙә ярҙамлаша.
– Улым, киленем менән ике тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ, – ти ул. – Аллаға шөкөр, бик татыубыҙ. Киленемде ҡыҙым кеүек күрәм. Улым да ифрат хәстәрлекле, уңған, егәрле.
– Балаларҙы ҡәйнәм матур итеп үҫтереште, ҡарашты, – тип һүҙгә ҡу­шылды килене. – Эштән ҡайты­уыбыҙға аш-сәйе һәр саҡ әҙер булды. Ҙур рәх­мәт ҡәйнәмә! Әле лә ышаныслы терә­гебеҙ ул.
Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт барЮнысовтар ошолай күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй. Дүрт йыл элек, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт программаһына ярашлы, 750 мең һум субсидия алып, бынамын тигән йорт төҙөп ингәндәр. Һәр бүлмә заман талаптарына ярашлы йыһазландырыл­ған, һыу үткәрелгән. Ғаиләнең шәхси хужалығы ла ҙур, уны тейешле кимәл­дә алып барыу өсөн иртәнән кискә ҡәҙәр тир түгергә тура килә. Тиҫтәгә яҡын йылҡы малы, ете һыйыр, бихисап һарыҡ, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрай Юнысовтар. Әлеге мәлдә ғаилә башлығы бесән әҙерләү менән мәшғүл булһа, уңған хужабикә аҡтан төрлө ризыҡ етештерә, үҙҙәренән артып ҡал­ғанын һатыуҙы хәстәрләй. Әйт­кәндәй, Һаҡ­мар-Наҙарғол Ырымбур өлкәһенә сиктәш. Күршеләр ауыл хужалығы про­дук­цияһын һатып алыу маҡсатында йыш килә. Эльвира әҙер­ләгән һөт ри­зыҡтарының тәмлелеге, сифатлы булыуы хаҡында ырымбур­ҙар күптән бе­лә, шуға күрә уңған хужабикәнең йортонан кеше өҙөлмәүе­нә аптырайһы түгел. Майыңды бешеп, ҡоротоңдо ҡайнатып, эремсегеңде эш­ләп кенә өлгөр!
Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт барЭльвира Юнысова – ауыл клубы мөдире лә. Төрлө кисә, тематик сара үткәреү, концерттар ойоштороу, ха­лыҡ­ты туплау, үҙ-ара берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыу кеүек бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара ул. Район үҙәгенән ситтә йәшәйбеҙ тип, битарафлыҡҡа күмелеп ятмай һаҡмар- наҙарғолдар, киреһенсә, күптәрҙең танауына сиртеп йәшәй, яҡташтарын сағыу сығыштары менән хайран ҡал­дыра. Мәҫәлән, быйыл Хәйбуллала үт­кән КВН-да ауылдың “Супер ки­лендәр” командаһы II урынды алған. Шулай уҡ Әминә Яхинаның “Аҡҡошом минең” тигән спектаклен сәхнәләш­те­реп, ҙур баһаға лайыҡ булғандар. Был йәһәттән айырыуса Гөлиә Шәри­поваға, Маргарита Дәүләткилдинаға, Римма Юнысо­ва­ға, Гөлсөм Фәйзулли­наға рәх­мәтле клуб мөдире.
Бына шулай изге төйәккә ҡот, йәм таратып йәшәй Эльвира. Вил иһә – ауылдаштарының күҙ-ҡолағы: старос­та вазифаһын башҡара ул. Яуаплы, хәстәрлекле, илһөйәр ир-уҙаман ха­лыҡтың тормош-көнкүрешенә, төбәк яҙмышына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә.
“Юлдаш”тың дәртле көйҙәренә бейеп тә алабыҙ”

Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт барСираттағы ғаиләне күреү менән ҡо­яшҡа сағыштырҙым. Хужаларҙың ал­саҡ­лығы, ихласлығымы, әллә йорт­­та­ры­ның тирә-йүнгә нур һибеп тороуымы, бәлки, оҫта ҡулдар яһаған ҡояш һынылыр – ниҙер сәбәп булды быға. Ошо ма­тур­лыҡты тыуҙырған Әминә менән Дауыт Юнысовтарҙы ауылдаштары ғына тү­гел, тотош район халҡы хөрмәт итә. Ысынлап та, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған татыу, уңған парға һоҡланмау, уларҙы ихтирам итмәү мөмкинме һуң?
Май сүлмәге тышынан билдәле ти­гәндәй, йорт хужаларының тырыш­лы­ғы, уңғанлығы, алтын ҡуллы булыуы ихатанан уҡ һиҙелә. Урам эсендә сүп әҫәре күрмәҫһең, һәр ерҙә күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур сәскәләр үҫә. Түтәлдәрҙе йәмләү өсөн уңған хужа нимә генә эшләмәгән, барлыҡ фанта­зияһын эшкә еккән! Йорт янында бейеү өсөн махсус урын да яһаған, уны төрлө буяу менән семәрләгән. “Өй, баҡса эштәренән арынып, ял иткән, “Юлдаш” радиоһынан дәртле көйҙәр ағылған саҡта бейеп тә алабыҙ”, – ти дәртле йорт хужалары.
Дауыт Әхмәт улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әле уның иң мәшәҡәтле осоро: бал һығыу менән мәшғүл. “Уңыш быйыл да мул”, – ти умартасы. Ағастан һырлау, семәрләү эше менән дә булыша йорт хужаһы. Өйөн, соланын, ихатаһын, баҡсаһын әкиәт һара­йылай итеп биҙәгән.
Әминә Фәрит ҡыҙы сирек быуатҡа яҡын ауыл мәктәбендә уҡытыусы бу­лып эшләй. Тырыш, яуаплы педагог “Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы” тигән исемде лайыҡлы йөрөтә.
Юнысовтарҙың улы Усман, Әбеш ур­та мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Рәсәй дәүләт технология университетына уҡырға ингән, хәҙер IV курсҡа бара.
Тырыш ғаиләнең кәртәһе тулы ҡош- ҡорт, мал-тыуар. Баҡсаларында күп итеп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерергә лә өлгөрә Юнысовтар.

Далалар ҙа тар кеүек

Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт барУларҙың йылҡыларына киң, иркен Хәйбулла далалары ла тар кеүек. Ана, тегендә өйөр айғыры кешнәп башҡала­рын үҙ янына йыйып алды, арыраҡ ҡолонсаҡтар бер-береһе менән уҙыша. Ситтәрәк иһә көр бейәләр һутлы үлән уртлай, тайҙар көс һынаша. Ул арала бер аттың кинәт кенә ер тырнап кеш­нәп ебәреүе далалағы тормошто ҡуҙ­ғыта...
Зөфәр Шәрипов уларҙың һәр бере­һенең холҡон күптән белеп бөткән. Тиҫтә йылдан ашыу йылҡы үрсетә ул. Атһыҙ тормошто күҙ алдына ла кил­терә алмай. Йылҡы малының шул ҡә­ҙәр тоғро, аҡыллы булыуына хайран ҡалыуҙан туҡтамай, уларҙы яратып, һөйөп кенә тора.
Йүнселдең һөйләүенсә, аттар ҡар ҡалынайғансы тибендә йөрөй. Иткә тип инселәнгәндәре генә ҡара көҙҙән һа­райға һимертеү өсөн ҡуйыла. Был яҡ­тағы халыҡ хужаның атты яҡшы ҡара­ғанын белә, шуға күрә һатыуҙа ауыр­лыҡ тыумай.
– Йылҡы малын итләтә ебәреү күпкә отошло, – ти йорт хужабикәһе Гөлиә Шә­рипова. – Айырыуса ҡаҙы һорау­сылар күп.
Быуаттар дауамында йылҡысылыҡ­тың табышлы тармаҡ булыуҙан туҡ­тағаны юҡтыр. Бөгөнгө баҙар иҡтисады заманында уның әһәмиәте айырыуса ҙур. Төбәгенең, милләтенең үҫеше өсөн янып йәшәгән рухлы, тынғыһыҙ Зөфәр Шәрипов кеүектәр билдәләй бит киләсәгебеҙҙе! Ауылда эш юҡ тип һис тә аптырап тормаған – тотҡан да ат үрсеткән! Был шөғөлө менән тотош мил­ләтебеҙҙе үҫтерә, уның йөҙөн бил­дәләй ябай ауыл йүнселе. Тырыш бул­ғас, йорто ла балҡып тора, урамында – бихисап техника. Ишле малға бесәнен дә үҙе хәстәрләй уңған хужа, көтөүен дә көтә, донъяһын да баға. Ҡатыны Гөлиә менән әсәһе Мәсүрә Әҙеһәм ҡыҙы – иң яҡын ярҙамсылары, терәк-таянысы. Шәриповтарға алмаш­ҡа ҡыҙ­ҙары Гөлсәсәк менән улдары Сыңғыҙ ҙа үҫеп килә.

Ғәрәптәрҙән өйрәнеп ҡайтып...

Алда әйтеп үткәнебеҙсә, ауыл матур тәбиғәт мөйөшөндә, йәмле Һаҡмар буйында, урынлашҡан. Ошоға бәйле бын­да күрше Ырымбур өлкәһенән ял итергә күп киләләр. Ситтәргә тәбиғәт ни ҙә, изге урын ни... Уларға рәхәт­­ләнеп ял итһә, Һаҡмарға сумып ки­нәнһә, балыҡ тотоп ҡыуанһа – булды. Арттарынан иһә тауҙай сүп ҡала... Уларға ҡаршы өндәшеүсе юҡ, булһа ла, ишетеүсе табылмаҫ ине.
Ошондай күренештәргә әсенеүҙән, тыуған ере өсөн йөрәге һыҙлауҙан туҡтамай Ғәфүрйән Яратҡоловтың. Бер мәл уның кинйә ҡыҙы Гөлиә ғәрәп илдәренә сәйәхәт ҡылып ҡайта. Сит ер халҡының туристарҙы нисек ҡабул итеүе, ниндәй юлдар аша табыш алыуы хаҡында хәбәрҙар булғас, “Бындай ысулдарҙы беҙҙә лә ҡулланырға була бит” тигән уртаҡ фекергә килә Яратҡоловтар. Һөҙөм­тәлә агротуризм йүнәлешендә эш башларға ҡарар итәләр. Һаҡмарҙың борғоланып аҡҡан ерендә, Төпкөл тигән урында, ял итеү­селәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтары бул­ған йорттар, беседка, йәйге мунса, шашлыҡ беше­реү урындары эҙерләүҙе күҙ уңында тота улар. Әлегә ҡуртымға ер алып, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙар­тып, юл эшләгәндәр. Ябайыраҡ булһа ла беседка бар, Һаҡмарҙа һыу инеү өсөн махсус баҫма, йылға ярында йәйге мунса төҙөлгән. Ял итеүселәрҙән иһә ял юҡ, көн дә килеп торалар. Алдан заказ биреүселәр ҙә бихисап.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йүнселдең эшен тотҡарлаған ҡаршылыҡтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡуртымға ер бү­ленһә лә, унда төҙөлөш башлау өсөн һаман да рөхсәт ҡағыҙы ала алмай­ҙар. Ауыл көтөүенең тап шул урынға ебәрелеүе лә ҡыйынлыҡты арттыра. Был йәһәт­тән Ғәфүрйән Яратҡоловҡа Әбеш ауыл биләмәһе башлығы тарафынан бу­лыш­лыҡ кәрәк.
Ә хыялдары ифрат күп эшҡыуарҙың: киләсәктә Һаҡмарға ыуылдырыҡтар ебәреп, балыҡ үрсетеү; Оҙонғол тауын да ҡуртымға алып, унда ҡышҡыһын ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу; алты гектарлыҡ ергә емеш-еләк ултыртыу; ҡымыҙ эшләп һатыу... Әйткәндәй, йүнсел һауын кәзәләре һатып алған, йылҡы малдары ла бар. Кем белә, бәлки, киләсәктә, йәмле Һаҡмар ярындағы Төпкөл буйында беҙгә лә ял итергә тура килер әле. Әлегә иһә агротуризмды үҫтерергә тырышҡан егәрле эшҡыуарға уңыш­тар теләйһе ҡала.

Иң тәмле бал – Шәмсинур инәйҙеке!

Ауылда умартасылыҡ менән шө­ғөлләнеүселәр байтаҡ, әммә, бал­дың иң татлыһы Шәмсинур менән Рим Юнысовтарҙыҡы, тигәстәр, был ғаилә менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Милли кәсепкә 15 йыл элек тотон­ған икән улар. Баҡсаларында тиҫтә­нән ашыу умарта бар. Шуныһы ҡы­ҙыҡ: икәү­һе Шәмсинур инәйҙеке булып сыҡты. Йорт хужабикәһе лә нәҙекәй­билдәрҙе бик хәстәрләп, барлыҡ кү­ңелен биреп баға.
– Көндәребеҙ бал ҡорттары менән мәж килеп үтә, – ти күптән хаҡлы ял­дағы өлкәндәр. – Балалар ҙурайҙы, барыһының да үҙ донъяһы бар. Ҡорт айырғанда, бал ағыҙғанда ҙур ярҙам­сыбыҙ улар. Шул балалар өсөн тип тотабыҙ инде умартаны. Шифаһы ла, табышы ла ҙур.
Йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына ярҙам итеп, милли кәсепте йәш быуынға өйрәтеп йәшәгән өлкәндәргә нисек һоҡланмаҫһың!

***
Төпкөл ауылдағы һәр кем менән танышыу мөмкинлеге эләкмәһә лә, улар­ҙың бер нисәүһенең тормош-көнкү­ре­ше Һаҡмар-Наҙарғол халҡы­ның йәшәйе­шен тулыһынса са­ғыл­­дыр­ғандай бул­ды. Ысынлап та, ифрат дәртле, уңған кешеләр ғүмер итә бында, иң мөһиме – донъя көтөргә сәмдәре урғылып тора. Ошо рух, көс-ҡеүәт һынмаһын ине.


Вернуться назад