Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...08.08.2014
Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...
Алатау, Алатау... Беҙҙең «ГАЗель» Өфөнән иртүк сыҡһа ла, Ишембай районының тарихи Маҡар ауылынан боронғо Ҡолғонаға, ике сәғәт буйы айҡала-сайҡала, саҡ барып етә алды. Ҡаршыға бүрәнә тейәгән ҡеүәтле «Урал»дар саң борҡотоп елә, эргәнән әрһеҙ «УАЗ»дар, «Нива»лар – яманатлы Әбей батша юлынан ғына йөрөй алырлыҡ машиналар уҙа. Һәммәһе лә кирәй-ҡыпсаҡ ырыуының дүртенсе йыйынына ашыға. Яманатлы тиеүем шул: Екатерина II һалдырған таш юлдан ҡасандыр пугачевсылар, юлаевсылар әсир хәлендә Себер һөрөлгән. Йәйәүләтеп, аяҡ-ҡулдарын бығаулап...

Һуңлайбыҙ бит Ҡолғонаға, һеҙ юлдамы, Ҡалыуға еттегеҙме, тип Бе­ло­рет­тан килеүселәргә шылтыратып ҡара­йым: «мобилка» ләм-мим – бәйләнеш юҡ был яҡтарҙа!
Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...Ҙурайған Ҡолғона. Былтыр ғына һа­лын­ған мәсетенең көмөш айы нур бал­ҡыта, урта мәктәп ихатаһында ха­лыҡ ҡай­наша, кемдәрҙер халыҡ яҙыу­сыһы, ырыу аҡһаҡалы Ноғман Му­синдың ижад йортона инеп сыға. Һуңланыҡ тиһәк, Белорет ҡыпсаҡтары яҡындағы Иҫке Һәйет ауылында, ха­лыҡты йыйып, мәҙәниәт йортона, ве­терандарға иҫтәлекле бүләк­тәр тап­шырып килмәксе икән. Изге эшкә үп­кә юҡ, сәғәттән ашыу көтөргә тура кил­де үҙҙәрен. Ә ҡолғоналар ҡымыҙ, ба­уырһаҡ тотоп, йыр-моң әҙерләп торҙо.
Килде яҡташтарым! Иң алда – та­нылған композиторыбыҙ һәм йәмәғәт эш­мәкәре Мөхәррәм Сәлимов, дум­быраһын сиртеп, өзләүен дә ҡа­тыш­ты­рып, Салауат Юлаев һүҙҙәренә үҙе баш­ҡарыуында «Ай, Уралым, Уралым!» ҡобайырын яңғы­ратты. Ни генә тимә, республикабыҙ Са­лауаттың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы билдәләгән мәл бит.
Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...Ҡотлау-сәләмдәр менән алмашып, сәй­ләп алғандан һуң, флагтар елбер­ҙә­теп, егермеләгән машина Алатау үренә ыңғайланы. Ә битләүҙә халыҡ ҡайнаша, ҡа­ҙандар аҫылған, ярыш, көрәш май­ҙан­дары әҙер. Ырыуҙаштар ҡыпсаҡтарға ғы­на хас сабырлыҡ, мөләйем йөҙ менән ҡул ҡыҫыша, арҡа һөйөшә, күстәнәстәр, бү­ләктәр алмаша. Иғтибар иттем: кирәй­ҙәр­ҙең күбеһе буйға һомғол, төҫкә аҡһыл, йәшкелт-зәңгәр күҙлеләр.
Йыйынды йыр-моң, нәфис һүҙ менән Ҡолғона һәүәҫкәрҙәре асты. Ауыл билә­мәһе башлығы Моғаттар Мостафин өл­гөлө өйҙәргә һәм ғаиләләргә, хеҙмәт ал­­дынғыларына бүләктәр тап­шырғас, Ишем­бай районы хакимиәте вәкиле Рә­мил Абдуллин, ырыу ҡор­башы Сабир Шәрипов, «Урал» баш­ҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, юрматы ырыуы ҡорбашы Риф Иҫәнов, Белорет ҡыпсаҡтары делега­цияһы етәксеһе Булат Яныбаев, эш­ҡы­уарҙар Ришат Мөхәмәтвәлиев, Ғиниәт Баййегетов, Рим Аллаяров, мәғариф ветераны Дәриғәт Рә­химов фәһемле фе­кер­ҙәре менән уртаҡ­лашты.
Артабан инде өс сәғәт буйы сәхнә эр­гәһенән һәүәҫкәрҙәр һәм тамашасылар өҙөл­мәне. Йәше лә, ҡарты ла ул бейене, ул йырланы йә гармун тартты. Атаҡлы Бабсаҡ бей, Ҡуйлы, Ҡалыу бейҙәр, Ҡолға мулла, Хәйбулла әүлиә, Дәү­ләт­бай, Сыс­ҡан батырҙар, Баҡый, Норош, Өмөтбай казактарының нәҫел-нәсәбе үҙешмә­кәр­лек­тә лә, урмансылыҡ кәсебе күргәҙмә­лә­рендә лә, аш-һыу яраштырыуҙа ла оҫ­­та­лыҡ­тарын ихлас күрһәтте. Ә кө­рәш­селәр һуң! Урман батырҙары бер-бе­реһен бысҡы вағы һибелгән «келәм»гә сүп шайы ла күрмәй елгәрә генә!
Бер нисә ҡунаҡтың фекерен дә яҙып алырға насип булды.
Иршат, Яңы Һәйет ауылынан:
– Тау-урман зонаһында боронғо кә­сеп­тәрҙе тергеҙеү, солоҡсолоҡто үҫте­реү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар...
Садиҡ Яныбаев, Белорет райо­ны­ның Өмөтбай ауылынан, йылҡы­сы:
– Иҫке Һәйет ауылына тәүҙә тиҫ­тәләгән йәш-елкенсәкте һыбай юл­лан­дырырға теләгәйнем. Атай-олатайҙар йөрөгән иҫке тура юлдан. Яҡын да бит, тик күгәүен ыҙалатыр тип был уйҙан кире ҡайттыҡ.
Нәзилә, хужабикә:
– Баҡый ауылынан Иҫке Һәйеткә Ҡа­лыу яғалап ике балам менән йәйәү атланыҡ (Һәйеттән Ҡолғонаға – ун саҡрым – машинала туғандар алып килде). Алты сәғәт буйы атланыҡ, шыр урмандан, еләк, әберсә ашай-ашай. Арба юлы ла насар беленә хәҙер, сөнки ҙур-ҙур машиналар ағас ташып боҙоп бөткән.
Урал Әминев, йәмәғәт эшмәкәре:
– Баҡый менән Һаралы араһы – һигеҙ һыу аша, һигеҙ саҡрымлыҡ. Оло Ши­шәнәк аша баҫма ныҡ иҫкергәйне, ике ауыл егеттәре менән бригада төҙөп, һәйбәтләп күпер һалдыҡ.
Салауат, Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан:
– Ҡәрҙәштәрҙең йыйынында икенсе тапҡыр ҡатнашам. Бала саҡта әсәй-өләсәйҙәргә эйәреп, урман ҡоса­ғындағы, тауҙар ҡуйынындағы әллә нисәмә ауыл­ға, утарҙарға һуғыла инем. Йәл: күп ауыл­дар, утарҙар юҡ инде хәҙер. Ә бы­лай йыйын оҡшай, ифрат күңелле һәм эшлекле уҙа.
Ришат, Белорет ҡалаһы:
– Былтырғы йыйын алдынан Өмөт­бай – Егәҙе араһында бөтә йылғаларға дөрөҫ кенә башҡортса атамаһы яҙыл­ған таҡталар ҡаҡтыҡ, юлаусылар ял итһен өсөн туҡталҡалар яһаныҡ, кисеү­ҙәрҙе, йырындарҙы күперләнек, был эш бөгөн дә дауам итә. Әйткәндәй, ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙыу мәсьә­ләһен башҡа ауылдар ҙа күтәреп алды.
Рауил Ғилманов, Егәҙе урмансыһы:
– Ырыуыбыҙ ойошмаһы төпкөл ауыл­дарҙы һаҡлауҙа етәкселеккә ҡул­дан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Иң мөһиме – яҡташтарым үҙ ауыл­дарының тарихын, нәҫел-нәсәп дәф­тә­рен, ту­ған­лыҡ ептәрен белергә ынтыла. Дүр­тен­се йыйынға ла мин ҡеүәтле машинама дәртле, юлға сыҙамлы аза­­мат­тарҙы ултыртып, кабина өҫтөн­дә Рәсәй һәм Баш­ҡортостан флаг­тарын елберҙәтеп сыҡ­тым. Ҡай­ҙа­лыр юлдар ипләнә, телефон номер­ҙары өҫтәлә икән, бында ырыу хәрә­кәтенең дә ыңғай тәьҫире барҙыр, тим…
Бирғәлиндәр, Силәбе шахтерҙары:
– Һаралы, Шишәнәк, Еҙем, Таҡаты, Ҡат, Ҡаракәзә буйҙарында бесән сап­тыҡ, утын өйҙөк, кәрәк икән, атай­ҙарға ҡушылып, яҙғы-көҙгө таш­ҡын­­дарҙа Ға­фури районы прис­тандәренә тиклем һалға баҫып ишкәк иштек, Еҙем йыл­ғаһының шаршыларын, ҡаяларын күреп үҫтек. Һунарға ла йөрөнөк, был бик кә­рәк: хәҙер айыуҙар, бүреләр ауылдарҙы баҫа, малды ҡыра, ә берәүҙә лә мылтыҡ юҡ.
Ошоға ауаздаш фекерҙәрҙе байтаҡ ишеттем. Был хаҡта матбуғатта уй­ланыу­ҙар, тәҡдимдәр, фекерҙәр күп һы­маҡ. Һәр хәлдә, Алатауҙы артыл­ғанда ошондай уйҙарға тарыным. Ә бит йыйын бик һәй­бәт, илһөйәрлек, ерһөйәрлек рухында үтте. Унда төпкөл башҡорт ауылдарының яҙмышын хәстәрләү, йәмә­ғәтселекте ошо мөһим социаль күренеш­тәргә йәлеп итеү, хатта ки республика етәкселегенә Алатау, Ҡалыу, Таҡаты, Ҡаш­ҡартау, Бәштин, Елмерҙәк, Олоғор һәм башҡа бейек тау­ҙар араһында бөтөп бар­ған ауыл, утар, кор­дон, урман­сылыҡ­тарҙы тергеҙеү мәсьә­­ләһен еткереү (ғә­жәп хәл: йөҙҙәрсә саҡрым арауыҡта бер урмансыны, егерҙы йәки һунарсылар берлегенә ҡа­раған әҙәмде осратмаҫһың – ысынлап ташлан­дыҡ һәм кемгәлер бушҡа биреп ҡуйылған ерҙәр һымаҡ) бурысы ла ҡуйылды. Унан килеп, төпкөл ауылдарҙа мәктәптәр, китапханалар, клуб­тар, медпункттар ябыла. Был ни хәл? Кешеләр күсенә… Ә ҡайҙа? Кемгә һы­йыналар? Ауыр ваҡыттарҙа туған туғанға тартылыусан, шуға күрә лә тау ҡыпсаҡ­тарының Ҡолғона ише эрерәк үҙәккә тартылыуы һис тә ғәжәп түгел. Уйлауымса, ки­рәйҙәрҙең ырыу-этнографик музейы ла ошо ауылда булырға тейеш, унда, мәҫә­лән, ырыуҙың йылъяҙмаһы, шәжәрә­ләре, монаяттары урын алыр ине.

* * *
Уйҙарымды ҡеүәтләгәндәй, дүрт ра­йондан йыйылған делегаттар аҙмы-күпме фекер төйнәне. Әй­тә­йек, тау-урман башҡорттарының социаль хәлен заманса кимәлгә еткереү, йәғни юлдар һалыу, элемтә, тәьминәт булдырыу, кирәй-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ һәм улар­ға күр­ше этник төркөмдәрҙең бөгөнгө ҡараштарға нигеҙләнеп яҙыл­ған китабын әҙер­ләү, иң яҡшыһы – ырыуҙың берлә­шеү хәрәкәтен туҡ­тат­мау. Ә бит ҡасандыр Башҡорт хан үҙе ҡыпсаҡ нәҫе­ленән бул­ған, ә уның ва­риҫтары үҙҙәрен «ил-гәрә» тип йө­рөткән. Миҫалға Бошман Ҡыпсаҡты ғына алайыҡ. Баҫ­ҡынсылар, башыңды ҡырҡабыҙ, ту­быҡлан, тигәндә әйткән бит батыр: «Дөйә генә ту­быҡ­лана…» Юҡ, яуҙар ялмай күрмәһен тауҙарҙы!
Ҡайтышлай яҡташым мәрхүм Ғәли ағай Хәмзин башҡарыуындағы ғәжәп көй­ҙөң – тауҙарға бер менгән, бер төшкән­дәге хисиәт уятыусы, йәғни «Алатау» йы­рының – үҙе ябай, үҙе фәлсәфәгә бай мәғәнәһе хәтерҙе яңыртты:
Ҡыҙҙар ғына ҡайтты, ай, йыйылып,
Алатау меҫкен ҡалды ла ҡыйылып…
Йырҙа ҡымыҙлыҡ туйы – йәштәрҙең арбаларға тейәлешеп, һыбай атланып, та­нышыр, күҙләшер, туғанлашыр, һары бал тәмләр, бер-береңә хөрмәт күрһә­тер өсөн элек Алатау биләндәренә йыйылыуы хаҡында һүҙ бара. Иғтибар итегеҙ: бил бирмәгән Алатауҙы халыҡ «меҫкен» тип берсә йәлләй, берсә ололай, берсә кәмһетә, берсә һағына… Беҙ ҙә ҡайттыҡ йыйындан, Алатауҙы артылып, уны ең­гәндәй булып.
Хуш, Алатау! Киләһе йыл ошо ваҡытта һинең тағы бер иҫ китмәле итәгеңдә – Ғафури районына ҡараған Ташбүкән ауылында – осрашырға яҙһын. Ырыуҙың әү­ҙем ағзалары – Ташбүкән һәм Белорет районына ҡарап та, һаман да машина үт­мәҫлек юлһыҙ интеккән Һаралы (Хәй­булла) ауылдары вәкилдәре бергә­ләшеп, ырыу ҡошон, йәғни бишенсе эстафетаны, үҙҙә­ренә алып ҡайтты. Осто бөркөт, осто, һырт­тар аша, бейеккәрәк, алыҫыраҡ.
Имен йәшә, Алатау! Рәхмәт, Ҡолғона, осраштырҙың, ҡыуандырҙың, моң­лан­дыр­ҙың. Бихисап төрлө үлән-сәскәләрең һутҡа тулышып, ялбыр йүкәләреңдән бал тамып торған саҡ… Туғандарҙың һағы­нышҡан сағы. Ә минең күңелдә әүәлге бер шиғырым һаман яңғырағандай:
Ер еләге йыя ҡыҙым тауҙа,
Әсәйемдән ҡуша сер йыя.
Өләсәйең шундай ине, тиеп,
Йылы ғына атай йылмая…
Быуындарҙы ерлеккә бәйләр туғандар йыйыны булды был осрашыу.

Дамир Шәрәфетдинов,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты, шағир.


Вернуться назад