Республикабыҙҙа Украина граждандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә айырым иғтибар бирелә.
Санитария-эпидемиологик хәлгә контролде тәьмин итеү, ҡасаҡтарҙың һаулығын баһалау, уларға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан улар урынлаштырылған биләмәләрҙә табип төркөмдәре ойошторолдо. Тәү сиратта йөклө ҡатындарға, балаларға һәм оло йәштәгеләргә иғтибар күрһәтелә, вакцинация үткәрелә.
Баш ҡаланың 8 Март урамындағы 1-се ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында ике бригада тәүлек әйләнәһенә эшләй. 24 табип һәм 27 шәфҡәт туташы ярҙам күрһәтеүгә йәлеп ителгән. Башҡорт дәүләт университеты профилакторийында Берҙәм консультация үҙәге асылды. Бында Өфөгә үҙ яйы менән килгән Украина граждандарын урынлаштырыу буйынса эш тәүлек әйләнәһенә бара. Белгестәр ҡыҙылсаға, дифтерияға ҡаршы прививка яһай.
Медицина фажиғәләре үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала меңгә яҡын ҡасаҡ урынлаштырылған. Улар араһында 238 бала, алты йөклө ҡатын бар. Балаларҙы невролог, дерматолог, хирург кеүек белгестәр тикшерә. Өҫтәмә туҡланыу ҙа ойошторолған. Күсмә рентгенология комплексында флюорография үтеү мөмкинлеге бар.
Медицина ярҙамына мохтаждар – ете кеше, шул иҫәптән биш бала – дауаханаға һалынған.