“Ҡала матур, халҡы алсаҡ”,08.08.2014
“Ҡала матур, халҡы алсаҡ”,
— ти Минасенко ғаиләһе
Украина шаңдауы Сибай тарафтарына ла килеп етте: ҡалаға ваҡытлыса йәшәргә килеүселәр һаны арта. Болғаныш барған урындан 21 кеше туғандарына килеп һыйынһа, бер ғаилә мәжбүри күсенеүсе булараҡ теркәлде.


Украинаның Луганск өлкәһендәге Ровеньки ҡасабаһынан күсеп килергә мәжбүр булған Анжела һәм Владимир Минасенко ике йәшлек улдары Матвей менән әле “Сибай” шифахана-профилакторийында йәшәй. Йәш ғаиләгә ҡала хаки­миә­те һәм миграция хеҙмәте вәкилдәре ярҙам күрһәткән. Ғаилә башлығы тыуған яҡтарында шахтер булып эшләгән, ә был – таусылар ҡалаһы өсөн иң кәрәкле һөнәр. Владимир Минасенко Башҡортостан проходкалау идаралығына нығы­тыусы ярҙамсыһы булып эшкә урынлашҡан да инде, ҡатыны әлегә кескәй Матвейҙы тәрбиәләй. Әйткәндәй, Анжела Луганск педагогия институтының психология бүлегендә уҡыған, әммә илдә килеп тыуған хәлдәр арҡаһында ҡулына диплом алып өлгөрмәгән.
Етди сәбәптәр табылмаһа, берәү ҙә тыуған илен, йәшәгән ерен ташлап китмәҫ ине. Минасенко ғаиләһе йәшәгән ҡа­сабала ут, һыу менән тәьмин итеү туҡтатылған, эш урындары ябылған, йәмәғәт транспорты йөрөмәй. Йәшәү өсөн шарттар юҡлығы ғына ҡурҡытмай уларҙы, ә ғүмерҙәре өсөн борсолалар, бигерәк тә балаларҙың киләсәк яҙмышы уйландыра. Шуға күрә күптәр өмөт бағлап Башҡортостанға килә. Сибайға күсеп килгән Минасенко ғаиләһе менән дә шулай була. Артабан улар бында ҡалырмы йәки тыуған яҡтарына ҡабат ҡайтырмы – уныһы әлегә билдәһеҙ. Әммә атыш булмаған, тыныс ерҙә йәшәргә теләй йәш ғаилә. “Халҡы – алсаҡ, ҡала – матур, һәр береһе ярҙам итергә атлығып тора”, – тигән фекерҙәләр икән, тимәк, Сибай оҡшаған.
Бөгөн ҡала хакимиәтендә мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеү эше бара. Федераль миграция хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо айҙа Сибайға 100-ҙән ашыу ҡасаҡтың килеүе көтөлә. Уларҙы ваҡытлыса һигеҙ урынға урынлаштырыу ҡаралған, мәктәп йәшендәге уҡыусылар өсөн тәғәйен мәғариф учреждениелары билдәләнгән, балалар баҡсаһында ла урындар әҙерләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: ситтәрҙең бәләһенә ҡала халҡы битараф түгел, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, махсус иҫәпкә аҡса күсерә. Шәхси эшҡыуарҙар, эш тәҡдим итеүсе ойошмалар заявка бирә, ғөмүмән, шәф­ҡәт­леләр бихисап. Хатта ҡайһы берәүҙәр йорттарынан бүлмә, Арҡайым ҡасабаһында ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн өй ҙә тәҡдим иткән.


Вернуться назад