Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн республикала Украинаны мәжбүри ҡалдырған 2542 кеше иѕәпләнә, уларҙың 326-һы – балалар.
Аня әбекәйҙе
рәнйетмәйек
Баш ҡаланың Пушкин урамындағы 63-сө йорттоң адрес белешмәһе лә, бинала Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы урынлашыуы тураһындағы алтаҡта ла юҡ. Әммә кәрәк кеше был йортто әллә ҡайҙан таный – унан көноҙоно кеше өҙөлмәй. Идаралыҡты беҙ ҙә тиҙ таптыҡ. Һикәлтәлә илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән әбей баѕып тора ине. «Аня инәйегеҙ булам», – тип таныштырҙы ул үҙе менән.
Уның Башҡортостан еренә ҡайһы яҡтарҙан килеүен һорап та өлгөрмәнек.
– Украинананмын. Башҡортостанға килеп төпләнеүемә байтаҡ булды инде. Тәүге сыуалыштар башланыу менән, улым саҡыртып алғайны. Ул Өфө районының Жилин ауылында йәшәй, – тип теҙеп алып китте яңы танышыбыҙ. – Килеүен-килдем дә ул, тик мин бында улымдан башҡа берәүгә лә кәрәкмәй булып сыҡтым. Бына нисә ай инде документтар артынан йөрөйөм. Ҡағыҙҙар тәртиптә булмағас, пенсиямды ла ала алмайым, дарыуҙарға ла, медицина хеҙмәтләндереүенә лә ташламалар юҡ.
Анна Васильевна Шитра – хеҙмәт ветераны, II группа инвалиды. Күренеп тора, инәйгә документтар артынан йөрөү түгел, баѕып тороуы ла ауыр.
– Ҡайҙа барып бәрелергә? Башым ҡатҡан. Ете ай инде пенсиямды ала алмай йонсойом. Украинаға шылтыратып һораһаҡ, ебәрҙек, банктан барып алығыҙ, тиҙәр. Ә беҙҙәге банктарҙың филиалдары бында юҡ. Әле элгәрге көндө БЛИЗКО тигән банкты (Украина банкы. – Ред.) эҙләп ҡарағайным да, бында ул ҡайҙан булһын инде. Ҡартайған көнөмдә йәшәр ерһеҙ ҡалырмын тип һис уйламағайным. Ярай әле улым янымда. Ул йыуатҡан була ла ул, тик йөрәк ишетәме һуң уны?
Әбекәйҙе тыңлаған һайын күңел һыҡрап ҡуя. Ә бит, уйлап ҡараһаң, закон алдында тыуып үѕкән ерҙәрен мәжбүри ҡалдырғандар ни, төрлө төбәктәрҙән эш эҙләп килгән мигранттар ни – барыһы ла тиң. Тик тәүге осраҡта ҡануниәттең ҡырыѕлығы кеше яҙмыштары менән баһалана. Йәшерен-батырыны юҡ: нисә кеше – шунса фекер. Берәүҙәр, ҡасаҡтарҙың хәленә инеп, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙамлашырға тырышһа, икенселәр күршеләрҙе артыҡ күрә. Бәлки, был осраҡта үҙеңде ошо ҡасаҡтар урынына ҡуйып ҡарау урынлылыр. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тигән боронғолар. Ауырлыҡтарға ҡаршы бергәләп көрәшкәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәге, Аня әбекәйҙеке кеүек, именлеккә, тыныс, бәхетле тормошҡа талпынһын ғына.
Сит ерҙә
солтан булғансы...
Александр менән танышыуыбыҙға ла әлеге лә баяғы Украина сыуалыштары сәбәпсе булды. Саша ата-әсәһе, олатай-өләсәйе, бер туған ҡустыһы һәм һеңлеһе менән Николаевка ҡалаһынан (Украинаның Донецк өлкәһе) килгән. Бына бер ай инде ишле ғаилә баш ҡалабыҙ янында урынлашҡан «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында йәшәй. Ошонда уҡ эш урыны ла табылған. Саша менән һеңлеһе Ангелина профилакторийҙың ашханаһында – официант, әсәләре йыйыштырыусы булып эшләй.
– Тәүҙәрәк документтар артынан күп йүгерергә тура килде. Ярай әле ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында хәлебеҙгә инеп, мәсьәләне тиҙләтеүгә булышлыҡ иттеләр. Ошонда уҡ һәр ғаилә ағзаһына 5-әр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам да алдыҡ. Әле лә тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Профилакторийҙа көнөнә өс тапҡыр бушлай ашаталар, айырым бүлмә бирҙеләр.
– Ләкин быларҙың береһе лә тыуған яҡ йылыһын алыштыра алмайҙыр...
– Уныһы шулай. Һағындыра. Туғандар, дуѕтар иѕтән сыҡмай. Ләкин унда ҡайтыуҙың мәғәнәһе бармы икән? Беҙ ил сиген үтер алдынан ҡалабыҙҙы бомбаға тоттолар. Ҡот осҡос ут эсенән иѕән сығыуыбыҙға әле булһа ышанмайбыҙ. Күңел тыуған яҡтарға тартылһа ла, тыныс ерҙә йәшәү мең артыҡ, – ти Саша һағышлы йөҙ менән.
Бүлмәләге ауыр тынлыҡҡа биш йәшлек Михаил ғына йәм өѕтәй төѕлө. Балалығы менән ололарҙың ҡайғы-хәсрәтенән, тормош ығы-зығыһынан алыѕ ул.
– Ошо сабыйҙарым өсөн йөрәгем һыҙлай. Ҡыҙым быйыл XI класҡа бара. Даими йәшәү урыны булмағас, ниндәй мәктәптә уҡырын да хәл итмәгәнбеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Сашаның әсәһе Татьяна Михайловна. – Атай-әсәйем – пенсионерҙар. Улар ҙа аҡсаһын юллап ала алмай йонсой. Заявка биргәйнек тә, банк даими йәшәү урынын күрһәтеүҙе һорағас, тағы аптырашта ҡалдыҡ. Ҡыѕҡаһы, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәй тороп, нимәлер планлаштырыуы ауыр. Ҡайһы берҙә үҙемде упҡын ситендә тороп ҡалғандай хис итәм. Ярай әле эше, ваҡытлыса булһа ла йәшәү урыны килеп сыҡты. Әммә ғүмер буйы кеше тупһаһында йәшәп булмай ҙа инде.
Әйткәндәй, Риценко ғаиләһенең тап Башҡортостанға килеп төпләнеүе юҡҡа түгел. Сашаның өләсәһе – Нурия Ғафур ҡыҙы – тыумышы менән Балтас районынан, ҡасандыр Украина тарафтарына уҡырға сығып киткән дә, шунда кейәүгә сыҡҡан, ғаилә ҡорған. Тик кем уйлаған йылдар үтеү менән Нурия ханым тыуған яҡтарына ҡасаҡ булып ҡайтып төшөр тип... Әле Нурия Ғафур ҡыҙы гражданлыҡ хоҡуғын тергеҙеү мәшәҡәттәре менән йөрөй. Тормош иптәше Михаил Григорьевич та документтарын рәсмиләштерә алһа, башҡаса Башҡортостандан ситкә китергә иѕәптәре юҡ.
Ҡыҙымды алып сыға алманым...Луганск ҡалаһынан килгән Владимирҙы ла «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында тап иттек.
– Ғәфү итегеҙ, интервью бирергә бер ҙә генә кәйефем юҡ. Йоҡламағаныма тәүлектән ашты. Өфөгә поезд менән килдек. Бында туғандарыбыҙ йәшәй. Ил сиген танк эсендә ултырып, пуля ямғыры аѕтында үтергә тура килде... Ҡатыным һәм кинйә ҡыҙым янымда. Оло ҡыҙыбыҙҙы алып сыға алманыҡ. Тороп ҡалды!.. – тип өҙгөләнде ул.
Ир күҙ йәштәрен йәшермәне. Берсә телефонына йәбеште, берсә блокнотынан нимәлер эҙләне. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ: «Ҡыҙым. Ҡыҙым тороп ҡалды. Алып сыға алманым...» – тип ҡабатланы.
Аня әбей, Саша, Нурия ханым, Владимир... Мәғәнәһеҙ һуғыш тағы күпме кеше яҙмыштарын һынар? Тыуған яҡтарҙан, туғандарҙан айырылырға мәжбүр иткән һуғыш. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ауырыраҡ һынау бармы икән?