Әле мин ваҡытлыса эшһеҙ ултырам. Күптән түгел өйҙә май шәм яһап, аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында әйттеләр. Йәнәһе, бының өсөн кәрәкле бөтә нәмә миңә бушлай, тик 500 һум түләргә тейешмен. Тәҡдим бик сәйер күренә...
К. ДИНИСЛАМОВА.Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Шикләнеүегеҙ юҡҡа ғына түгел. Был – мутлыҡ ҡылыуҙың иң киң таралған төрө. Йыш ҡына кемгәлер «изгелек» эшләргә тырышыусылар өйҙә төймә, шәм кеүек әйберҙәр яһарға тәҡдим итеп, материалды үҙ хаҡынан күпкә ҡиммәткә бирә һәм аҙаҡ юҡҡа сыға. Ә тәжрибәлерәк аферистар, нимәнеләр эшләү тураһында нотоҡ ҡына уҡып, үҙ кеҫәһенә аҡса һалырға ынтыла. Кемдер ошо «кәңәш» өсөн 10-15 мең һумын йәлләмәй бирә. Ә аҙаҡ был «эш биреүселәр»ҙән елдәр иҫә.
Шуға, өйҙә ниндәйҙер эш атҡарырға теләһәгеҙ, кемгәлер аҡса түләргә тейеш түгел икәнлегегеҙ хаҡында онотмағыҙ. Иренмәй генә компанияға барығыҙ. Әгәр ул «һауала эленеп тора» икән, хатта һөйләшеп тә тормағыҙ. Һәр эш биреүсе менән башта договор төҙөү кәрәклеген хәтерҙән сығарырға ярамай. Был осраҡта ҡул ҡуясаҡ документты тәжрибәле юрисҡа күрһәтеү ҡамасауламаҫ.
Өләсәйгә декрет ялы биреләме?
Ирем менән өсөнсөгә бала көтәбеҙ. Ғаиләбеҙҙең финанс хәле шундай мөшкөл, хатта бер йылға ғына ла декрет ялына сыға алмаҫмын, тим. Шуға сабый тыуғас та эшемде дауам итергә уйлайым. Өҫтәүенә әсәйем дә ейәнен ҡарап торорға әҙер. Уға декрет отпускыһын һәм пособиены рәсмиләштереп буламы?
Динара.Бәләбәй ҡалаһы.
Йөклөлөк һәм бала тыуыу буйынса отпускыны алыу хоҡуғына буласаҡ әсә үҙе генә эйә. Ҡатындың бала табыуға әҙерләнеүе һәм аҙаҡ сәләмәтлеген нығытыуы өсөн бирелгән ялды өләсәй кешегә тәғәйенләүҙең мәғәнәһе юҡ, һәм уға рөхсәт итмәйәсәктәр ҙә. Ошо 140 көн үткәс, баланы ҡарау буйынса отпуск башлана һәм кескәйегеҙгә йәш ярым булғансы дауам итә. Законға ярашлы, был отпускыны әсәйегеҙ ҙә алырға хоҡуҡлы. Әммә был осраҡта отпуск уның эш хаҡы күләменән сығып түләнәсәк. Әгәр әсәйегеҙ һеҙҙән түбәнерәк эш хаҡы ала икән, был айлыҡ пособиеға йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Әгәр ул хаҡлы ялда йәки эшһеҙ икән, бала ҡарау буйынса отпуск ғәзиз кешегеҙ йәшәү урыны буйынса теркәлгән төбәктәге социаль нормаға ҡарап билдәләнә. Ә пособие күләмен урындағы халыҡты социаль яҡлау органында белешергә кәрәк.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.