Балаларҙың үҫешенә хәүеф янай08.08.2014
Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Гөлнара Хәлитова, балаларын приютҡа алып китеүҙәре сәбәпле, редакцияға мөрәжәғәт иткәйне. Уның борсоулы хатын район хакимиәтенә ебәрҙек. Беҙгә түбәндәге йөкмәткеле яуап килде:

“2010 йылдан алып Гөлнара менән Нәғим Хәлитовтар, ата-әсә бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәүҙәре сәбәпле, Бөр­йән районы хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла иҫәптә тора. Хәлитовтар спиртлы эсемлектәрҙе йыш ҡуллана, балаларын тейешенсә тәрбиәләмәй, даими эш урындары юҡ. Комиссияла бер нисә тапҡыр уларға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында материалдар тикшерелде”.
Әлеге ваҡытта уларҙың бәлиғ булмаған дүрт балаһы өлкән ҡыҙҙарының мөрәжәғәте буйынса социаль приютҡа урын­лаштырылған. Хаттың эстәлегенә ярашлы, ҡыҙ телефон аша ата-әсәһенең таныш булмаған ике ир менән эсеп йөрөүе хаҡында хәбәр иткән һәм уны, шулай уҡ ике ҡустыһын, һеңлеһен ваҡытлыса социаль приютҡа урынлаштырыуҙы һораған. Хәлитовтарҙың йәшәгән урынына эш төркөмө ебәрелгән. Уның составында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары, опека һәм попечителлек секторы мөдире, полицияның участка вәкиле, йәмәғәт инспекторы, мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, Ғәлиәкбәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булған. Тикшереү барышында ата-әсәнең ысынлап та иҫерек булыуы, өйҙөң санитария талаптарына тап килмәүе, аҙыҡ-түлектең бик аҙ ҡалыуы асыҡланған.
“Балалар, район хакимиәте башлығының ҡарарына ярашлы, ата-әсәһенән тартып алынды, приютҡа урынлаштырылды, – тип хәбәр ителә артабан хатта. – Был ваҡыт эсендә Гөлнара менән Нәғим Хәлитовтар балаларҙы ҡарауға алимент түләмәне, матди һәм әхлаҡи йәһәттән дә ярҙам күрһәтмәне, социаль приютта үткән йыйылыштарҙа, асыҡ дәрестәрҙә, башҡа сараларҙа ҡатнашманы.
Бәлиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн Хәлитовтарҙың тейешле күләмдә аҡсаһы юҡ, шул уҡ ваҡытта икеһе лә алкоголле эсемлектәр ҡулланыуын дауам итә. Ата-әсәнең бындай йәшәү рәүеше балаларҙың физик, психик һәм әхлаҡи үҫешенә хәүеф менән янағанға күрә, бәлиғ булмағандар социаль приютта ҡала”.

Ҡ. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.


Вернуться назад