“Беҙҙең вәкәләттәргә ҡарамай...”08.08.2014
Хәбәрсе Кәримә Усманованың Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы директоры Ф. Йо­мағужин менән әңгәмәһендә уҡыу йортон борсоған ҡайһы бер мәсьәләләр күтәрелгәйне. Мәҡәләне тейешле сара күреү өсөн республика­ның Ауыл хужалығы министрлығына ебәрҙек.

Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыуға ҡарата Министрлыҡтан түбәндәге йөкмәткеле яуап килде: “Башҡорт дәүләт аграр университетының ойоштороусыһы – Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы. Шуға ҡара­маҫтан, быйыл университеттың Урал аръяғы филиалына беҙҙең иҫәптән “Дон-1500” маркалы иген урыу кобайнын биреү планлаштырылған.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: студенттар филиалда тәүге өс йылда белем ала, артабан Өфөләге төп мәғариф учреждениеһына күсерелә. Практик күнекмәләрҙе йәштәр хеҙмәт семестры нигеҙендә республиканың машина-технологик станцияларында заманса техникала эшләгән осорҙа үтә”.
Уҡыу йортона ҡабул итеү балының юғары (60) булыуы мәсьәләһенә килгәндә, Министрлыҡ уның Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте бойороғона ярашлы билдәләнеүен белдергән. “Шулай итеп, әлеге мәсьәлә Башҡортостандың башҡарма власы органдары вәкәләттә­ренә ҡарамай”, – тиелә яуапта.


Вернуться назад