Министрлыҡ тәҡдимде хупланы08.08.2014
Гәзиттең 4 июль һанында Күгәрсен районының Аҙнағол ауылында йәшәгән Владик Ҡыҙрасов шишмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыу, уларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында “Тере һыу” акцияһын ойошторорға тәҡдим иткәйне. Был тәҡдим Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йүнәлтелгәс, редакцияға рәсми яуап килде.

Һыу объекттарын һаҡлау мәсьәләһенә битараф булмаған өсөн хат авторына һәм гәзит редакцияһына рәхмәт белдереп, Ми­нистр­лыҡ йыл һайын шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ сара үткәрелеүен, шишмә берҙән-бер эсәр һыу сығанағы булған ауылдарға айырыуса иғтибар бүленеүен белдерҙе. “Шулай итеп, “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә туғыҙ муниципаль районда (Салауат, Ҡыйғы, Әбйәлил, Дәүләкән, Тәтешле, Ғафури, Борай, Бишбүләк, Нуриман райондарында) шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эш башҡарыласаҡ. Был маҡсатҡа республика бюджетынан бер миллион һум күләмендә аҡса бүленгән”, – тиелә хатта. Башҡа төбәктәрҙә төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу өсөн муниципаль райондан заявка һәм тейешле документтар талап ителә.
“Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми­нистрлығы һеҙҙең башланғыс буйынса Күгәрсен районында “Тере һыу” акцияһын үткәреүҙе ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙер. Был йәһәттән Министрлыҡтың Мәләүез территориаль комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тип яуап бирә Министрлыҡ хат авторына.


Вернуться назад