Уртаҡ маҡсатта эшләү зарур08.08.2014
Уртаҡ маҡсатта эшләү зарур
Быйыл яҙ сираттағы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы» төбәк-ара конкурсы Салауат ҡалаһында гөрләп уҙҙы. Ҡунаҡтарҙың, конкурсант­тарҙың, жюри ағзаларының бәйгенең юғары кимәлдә ойошторолоуына хайран ҡалғаны һаман да күҙ алдымда. Педагогик йәмғиәттең иң ҙур сараһы булған мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең дә нәҡ ошонда үтеүе осраҡлы түгел: ойоштороу йәһәтенән дә, башҡа яҡлап та уңған салауат­тарҙың уҡыу-уҡытыу тармағында уртаҡ­лашырҙай тәжрибәһе ифрат күп. Салауат ҡалаһы хакимиәте­нең мәғариф идаралығы етәксеһе Фруза ХӘБИБУЛЛИНА менән әңгәмәбеҙ нәҡ ошо хаҡта.



– Фруза Йәғәфәр ҡыҙы, бөгөнгө сарала 600-ҙән ашыу кеше ҡат­наша. Ошо хәтлем ҙур йыйынды ҡабул итеүе еңелдән түгелдер?..
Уртаҡ маҡсатта эшләү зарур– Әлбиттә, һәр башланғыс, эш – ҙур яуаплылыҡ. Быны тойоу, хеҙмә­теңде тейешле кимәлдә башҡарырға тырышыу – үҙе үк ниндәйҙер ҡаҙа­ныш.
Был мөһим сара беҙҙең өсөн үҫеш, яңырыу юлында ҙур этәргес булыр, тип ышанабыҙ. Кәңәшмәлә мәғариф тарма­ғының ғына түгел, ә тотош ҡала­ның, төбәктең тормош-көнкүреш сифаты сағыла: башҡа өлкәләр аҡһа­ғанда, белем биреүҙең алға китеүе мөмкин түгел.
Ғөмүмән, бер урында тапанып тор­һаң, хеҙмәт емешенең сифатын арттырып булмай. Мәғарифта ла шу­лай: яҡшыраҡ белем биреү, ышаныс­лы киләсәк тәрбиәләү өсөн ошон­дай ҡор­ҙарҙа фекер алышыу, тәжрибә уртаҡ­лашыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Белеүегеҙсә, элек был сара ра­йондарҙа ойошторола торғайны, һуң­ғы йылдарҙа иһә ҡалаларҙа уҙа. Был үҙгәреште ыңғай баһалайым.
– Салауат ҡалаһында кәңәшмә­лә ҡатнашыусыларға тәжрибә тупларҙай, өлгө алырҙай белем биреү үрнәктәре етерлектер бит.
– Нисек кенә булмаһын, уҡы­тыу­сының хеҙмәт сифатын бала­ның белеме, ҡаҙаныштары билдәләй. Был йәһәттән педагогтарыбыҙға һүҙ әй­тер­лек түгел. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында Рәсәй олимпиадаларында ҡала уҡыусылары араһында 13 предмет буйынса бер еңеүсе һәм 23 призер билдәләнде. Республикала иһә – өс еңеүсе һәм 29 призер (16 предмет буйынса).
Шул уҡ ваҡытта ҡаланың үҙендә лә конкурс-ярыштар йыш ойошторола. Мәҫәлән, «Аҡыллы баштар» байрамы, һигеҙ йыл рәттән «Физика буйынса Башҡортостан кубогы» тур­ни­ры­­ның муниципаль этабы һәм башҡа бихисап сара үтә. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың ғилми-ғәмәли эш­мә­кәр­леген, ойоштороу һәләтен күтәреү­ҙе комплекслы алып барыу мөһим.
– Фруза Йәғәфәр ҡыҙы, ҡала балаһының һаулығы самалы, тип әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был йә­һәт­­тән ниҙәр башҡарыла?
– Йыл да ҡала балаларының 90 проценттан ашыуы сәләмәтлеген ны­ғыта. Улар өсөн төрлө лагерҙар ойошторола. Шул иҫәптән аҙ сығым талап иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләйбеҙ. Бил­дәле, һаулыҡ мөмкинлектәре сиклән­гән балаларға иғтибар айырыуса ҙур.
– Ә уҡытыусылар ниндәй шарт­тарҙа эшләй?
– Мәғлүм булыуынса, педагогтарға талап көндән-көн тиерлек арта. Ошо­ға бәйле уҙған уҡыу йылында ғына ла меңдән ашыу уҡытыусы хеҙмәт квалификацияһын камиллаштырҙы. Педагог баланан бер аҙым алда ба­рырға тейеш, тип әйтергә күнек­кәнбеҙ. Ә технология үҫеше за­ма­нында быны атҡарыуы еңел түгел. Шулай ҙа педагогтар тырыша, бурыстарына яуаплы ҡарай. Быны дәүләт тә баһаламай ҡалмай, төр­лөсә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, социаль программаларҙың эшләүе ба­ры­быҙға ла билдәле. Уларҙан Салауат уҡытыусылары әүҙем фай­ҙалана. Эш хаҡына килгәндә, 2013 йылда дөйөм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәре – уртаса 21 мең ярым (2012 йыл менән сағыш­тырғанда 3 меңгә тиерлек күберәк), мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре иһә – 18 меңгә яҡын, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында эшләүселәр 17 мең ярым һум хеҙмәт хаҡы алды.
Әлбиттә, уҡытыусының киләсәк һынын ҡойоусы икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, педагогтарҙың социаль хәлен яҡшыртыу буйынса эшләйһе лә эшләйһе әле. Уҡытыусыға ҡараш алдағы тормош сифатын билдәләй бит.
– Һуңғы бер-ике йылда Салауат ҡалаһында «Башҡортостан» гә­зите­нең тиражы бермә-бер артты. Был, әлбиттә, халыҡта рухиәткә иғтибар көсәйеүен күрһәтә. Ә баш­ҡорт телен, башҡа телдәрҙе уҡы­тыу буйынса эш нисек бара?
– Салауатта мәктәп уҡыусылары­ның 87 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Туған телен башҡорт балаларының 96 проценты үҙләштерә. Бынан тыш, алты белем усағында – татар, бер йәкшәмбе мәктәбендә украин теле уҡытыла.
Алған белемде нығытыу маҡса­тында төрлө саралар ҙа йыш ойошторола. Әйтәйек, уҙған уҡыу йылында ете ижади конкурс үтеүе бик әһә­миәтле булды. Уларҙа 1 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Бындай саралар, әлбиттә, үҙ емешен бирмәй ҡалмай: балалар туған телендә кинәнеп һөйләшә. Ғөмүмән, уҡыусы­ларға ла, ата-әсәгә лә тел төшөнсәһе ҡәҙерлерәк була бара.
Бындай ҡаҙаныштарҙа тотош йәм­ғи­әттең, педагогтарҙың өлөшө баһа­лап бөткөһөҙ. Республика, ҡала етәкселеге тарафынан бихисап эш башҡарыла, мәктәп коллективта­рының, уҡытыусыларҙың хеҙмәте, ата-әсәнең беҙҙең ниәттәрҙе аңлауы иғтибарға лайыҡ. Ғөмүмән, уҡыу­сылар­ҙың яҡты киләсәге күмәкләп хәстәрләнә. Шулай булырға тейештер ҙә: аҡыллы, сәләмәт быуын тәрбиәләйбеҙ тиһәк, ҡулға-ҡул тотоношоп, уртаҡ маҡсатта эшләү зарур.

Әңгәмәне
Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.


Вернуться назад