Автоматизм06.08.2014
Район хирургы Мәжит Нәсибуллин иртән обход үткәргәндә, палаталағы яңы ауырыуҙы күреп, үҙен оҙатып йөрөүсе шәфҡәт туташы Әҡлимәнән:
— Быныһы тағы кем? Кисә генә был урын буш ине бит, — тип һораны.
— Бәй, Ғәлләмов таһа. Үҙегеҙ кисектергеһеҙ операция кәрәк тип, кисә төндә аппендицитын алып ташланығыҙ. Уны төндә Бабахан ауылынан килтерҙеләр. Оноттоғоҙмо ни? Һеҙҙе өйөгөҙ­ҙән саҡыртып алдыҡ.
Хирург һүҙһеҙ ҡалды. Ул кисә һәйбәт кенә ҡунаҡ булғанын иҫенә төшөрҙө. Уның һуғышта яраланған осоусыларҙың ярым иҫһеҙ хәлдә самолеттарын аэродромға килтереп ултыртыуы, ҡайһы бер шоферҙарҙың иҫерек килеш машиналарын гаражға индереп ҡуйыуы хаҡында ишеткәне булды. Бындай саҡта үҙ эше оҫталарын үҙәк нервы системаһындағы инстинктив автоматизм ҡотҡара икән. Тик ул үҙенең тап ошондай хәлгә еткән хирург икәнен белмәгәйне.
Ошондай кеше ышанмаҫлыҡ хәлдең ысынлап та тормошта булғанлығына, хәҙер килеп, үҙ миҫалында ышанды.
Хирургтың ҡапыл өнһөҙ ҡалыуын аңламаған Әҡлимә, уның телгә килгәс әйткән һүҙҙәрен ишетеп, шаҡ ҡатты.
— Үлтер, бер нәмә лә хәтерләмәйем. Кис тә, төндә лә өйҙән сыҡмаған кеүек инем. Вәт, әй, була икән шундай хәлдәр, был бит автоматизм, автоматизм, — тип мыңғырланы Мәжит Нәжипович.

Баш кәрәк

“Ашығыс ярҙам” машинаһында юл фажиғәһендә башы йәрәхәтләнеп, иҫен юғалтҡан пациентты килтерҙеләр. Документтарынан күренеүенсә, ул ҙур заводтың мөһим цехтарының береһендә баш инженер булып эшләгән. Иргә кисектергеһеҙ операция яһалды. Оҙаҡламай хәле көндән-көн яҡшырып, дауахананан сығыу мәле лә яҡынлашты.
Консилиум ваҡытында нейротравма бүлеге мөдире Александр Александрович уға былай тине:
— Сергей Иванович, һеҙгә бынан һуң еңелдән булмаҫ, бигерәк тә баш инженер вазифаһына көсөгөҙ етмәҫ. Әллә дауаханала саҡта уҡ инвалидлыҡ юллап бирәйекме? Ул саҡта, һис юғында, ябай инженер булып эшләй алырһығыҙ.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башы йәрәхәтләнгән пациенттарҙа бер аҙ ваҡыт үҙ ҡылыҡтарына тәнҡитсел ҡараштың етешмәүе күҙәтелә. Сергей Иванович та балаларса эскерһеҙлек, бер ҡатлылыҡ менән:
— Мин, киреһенсә, ябай инженер була алмам ул, — тимәһенме.
— Ниңә улай тиһегеҙ? Баш инженер вазифаһы ауырыраҡ та, яуаплыраҡ та бит.
— Уныһы, бәлки, шулайҙыр ҙа. Тик ябай инженерға — баш менән, ә баш инженерға тамаҡ төбө менән, ҡул болғап, бармаҡ янап, ҡайһы бер мәлдәрҙә хатта өҫтәл һуғып та эшләргә тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙеңдең ҡул аҫтындағыларға бойороҡ биреп кенә йөрөргә кәрәк, — тип көлөмһөрәне.
Бер нисә айҙан Сергей Иванович үҙенең элекке вази­фаһында ине.

Таһир ЛАТИПОВ,
табип.




Вернуться назад