Өй йылыһын бында тоялар26.01.2012
Өй йылыһын бында тояларҮрге Ҡарыш ауылында балалар өсөн приют асылыуға – һигеҙ йыл. Ул элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Әле бында Балтас, Ҡариҙел һәм Борай райондарынан ун һигеҙләп бала тәрбиәләнә. Иң өлкәне Руслан Лаптевҡа — ун өс, ә Ратмила Бәҙретдинова менән Илнара Бакироваға өс кенә йәш.
— Балаларҙың уҡыуы менән көн дә ҡыҙыҡһынып торабыҙ, — ти мөдир Шамил Хажиев. — Уҡыуҙары уртаса, тәртиптәре һәйбәт, түңәрәктәргә теләп йөрөйҙәр, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашалар. Араларында матур итеп һүрәт төшөрөүселәр, йыр-бейеүгә оҫталар бар. Мәҫәлән, бер туғандарҙан Азалина менән Рөстәм Закировтар үҙҙәрен оҫта бейеүсе итеп танытты. Ирина Хәсәнова әсәһенә арнап “Минең фәрештәм” тигән шиғыры менән районда үткәрелгән нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһендә беренсе урынды яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар был йортҡа үҙ теләге менән һәм яҡшы тормоштан килмәй.
— Тәүге ҡабул иткән егерме баланы күрһәгеҙ икән! Өҫ-баштары насар, аслы-туҡлы йәшәгәндәре йөҙҙәренә сыҡҡайны. Күбеһе эскелек менән мауыҡҡан ғаиләнән ине. Әле тәрбиәләнгән балалар араһында береһе генә үкһеҙ етем. Балалар бер-ике аҙна эсендә беҙҙәге шарттарға яраҡлаша. Аҙ ғына ваҡыт эсендә күҙгә күренеп үҙгәрәләр, — ти социаль педагог Ләйсән Бәҙриева.
Уның һүҙҙәрен психолог Ҡәҙриә Ғәббәсова ла раҫлай.
— Үрге Ҡарышта балалар приюты асылыуын ишеткәс, шикләнеп ҡараусылар ҙа булды. “Йүнле ғаиләләрҙән түгел, зыяндары теймәһә генә ярар ине”, — тип борсолдолар. Хәүефләнеүҙәре бушҡа булды, хәҙер, киреһенсә, уларҙы өлгө итеп ҡуялар. Йәшәү шарттары һәйбәт, бина иркен.
Приютҡа күптән түгел ремонт яһалған. Эшҡыуар Илшат Ғәлләмшиндең ярҙамы тос булған.
Ғөмүмән, балалар бер әйбергә лә мохтажлыҡ кисермәй: көнөнә алты тапҡыр туҡланыу ҡаралған, кер йыуыу өсөн махсус бина һәм мунса бар. Шәфҡәт туташы Зәмфирә Саттарова ауырып киткән балаларҙы әсәләрсә хәстәрләй. Байрамдары ла күңелле уҙа, өй йылыһы биреү маҡсатында тыуған көндәрен билдәләйҙәр. Тәрбиәләнеүселәргә ял көндәрендә һәм каникулда ауылдарына ҡайтып килеү рөхсәт ителә. Әлбиттә, тәүҙә өйҙәрендәге шарттар барып тикшерелә.
Приютта үҫмерҙәр алты ай була ала. Ошо ваҡыт үткәс, ғаиләһендә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрһә, бала кире ҡайтарыла. Опекаға алыу ҙа йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, ошоғаса утыҙ алты малай һәм ҡыҙ яңы ғаиләгә һыйынған.
— Балаларҙың тамағы туҡ, өҫ-башы бөтөн, күңелдәре тулы рәхмәт хисе. Район хакимиәте башлығы Рәфил Ғәлләмов үтенесебеҙгә һәр саҡ ҡолаҡ һала. Йәшәү, уҡыу, ял итеү һәм хеҙмәткә өйрәнеп үҫеү өсөн шарттар һәйбәт. Шифаханаларҙа һаулыҡтарын нығыталар, — тип һүҙен дауам итә Шамил Хажиев.
Шуныһы ҡыҙғаныс: балаларҙы яҙмыш иркәләмәгән. Ҡасан да приюттағы көндәрен һағынып иҫкә алырҙар әле, сөнки бындағы йылы мөхит, яҡшы мөнәсәбәт боҙҙай ҡатҡан күңелдәрҙе лә иретерлек.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Балтас районы.


Вернуться назад