Беҙҙең районда иң ҙур башҡорт ауылы тип Яңыбай иҫәпләнә. Бында бик күп күренекле шәхестәр тыуған. Мәҫәлән Башҡортостан Республикаһы Гербы авторы Фазлетдин Ислахов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, музыкант Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов һәм башҡалар.
Ошо көндәрҙә Яңыбай халҡы ауылдашыбыҙ Рәшит Ғәлимовтың хәтер кисәһен бик матур итеп үткәрҙе. Рәшит Мәхмүт улы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Ул заманында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә, юлбашсы Кинйә Арыҫлановҡа, дипломат Кәрим Хәкимовҡа, мәғрифәтселәр Мифтахетдин Аҡмулла менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа, танылған ғалим Әхмәтзәки Вәлидигә музейҙар асыуҙа ең һыҙғанып ҡатнашҡан кеше ине.
Рәшит Мәхмүт улы ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫта ла булды. 1977 йылда “Мосфильм” киностудияһында Емельян Пугачев тураһында төшөрөлгән фильмда ла ҡатнашты.
Хәтер кисәһенә Өфөнән ҡатыны Сәмәрә Ғәлимова менән ҡыҙы Гөлнур килде. Ҡыҙы атаһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, бөгөн ул атаһының эшен дауам итә.
Килгән һәр бер кеше Рәшит Мәхмүт улы менән бәйле иҫтәлектәрен һөйләне. Бергә эшләгән йылдары тураһында Фазлетдин Ислахов та йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Рәшит Мәхмүт улының яҡты рухына арнап, имам-хатип Ҡорбанғәле Ханов аят уҡыны. Миндияровтар ғаиләһе иһә аят ашына һарыҡ салды.
Сәмәрә Ғәлимова үҙ сиратында ойоштороусыларға һәм ауыл халҡына бик ҙур рәхмәтен белдерҙе. Ә ҡыҙы Гөлнур атаһының портретын китапханаға бүләк итте.
Нуриза Нәжметдинова,
китапханасы.