Күңел һаман йәш26.01.2012
Күңел һаман йәшБай тарихлы Юлдыбай ауылының ике меңгә яҡын халҡы араһында йөҙйәшәрҙәрҙе һанау өсөн бер ҡулдың бармаҡтары ла етә. Күптән түгел шуларҙың берәүһенә — Сәрбиямал Әбдрәхим ҡыҙына — 100 йәш тулды.
Сәрбиямал Һағынбаева — Баймаҡ районы ҡыҙы. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән инәй. Тормоштоң нужаһын байтаҡ татырға тура килә. Әсәһенең донъя ҡуйғанын аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә, ә атаһынан туғыҙ йәшендә ҡала. Ифрат ауыр, бола йылдарҙа етем балаға уҡыу тураһында хыялланырға ла тура килмәй.
— Мине бик ҡатмарлы һәм ҡытыршы тормош мәктәбе үҙе уҡытты. “Дәрестәр” йәште һораманы, ҡара таңдан башланып, көн һайын тиерлек ҡыҙыл эңергә тиклем һуҙыла торғайны, — тип хәтирәләрен уртаҡлаша ағинәй.
Әбделкәримдәге Ғәлиаслан олатаһы үҙҙәренә ала уны, әммә оҙаҡламай ул “кулак”тар исемлегенә эләгә. Ярай әле, йәйгеһен быҙау көтөп һәм бөтә йорт эштәрен башҡарып йөрөгән ҡыҙға “батрак” ярлығы тағып, тартып алынған мөлкәттән өлөш сығаралар. Һиҙиәт ағаһы ҡарамағына күскәс, ҡыҙыҡайға тормош нәүбәттәге һынауын ҡуя: ағаһын да һөргөнгә оҙаталар. Шөкөр, Себер шахталарының береһендә өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, ағаһы ғаиләһе менән имен-аман ҡайтып төшә, һәм күмәкләп Юлдыбай эргәһендә алтын эҙләү эшенә тотоналар. Күп тә үтмәй, ағаһы тағы репрессияға эләгә һәм шул китеүҙән эҙһеҙ юғала. Кире Әбделкәримгә ҡайтҡан Сәрбиямал Сәғәҙи Булатовҡа тормошҡа сыға, һәм йәш ғаилә Йылайыр районы үҙәге Юлдыбайға күсеп килә. Йәштән хеҙмәттә сыныҡҡан ҡыҙға эш һайлап торорға түгел, йыйыштырыусы, дауаханала һыу ташыусы, колхозда быҙау ҡараусы булып эшләй.
Һатыусы булып эшләгән тормош иптәше, ҡазаға юлығып, хөкөмгә тарттырыла һәм, үҙе һөйләүе буйынса, данлыҡлы поляр тикшеренеүсеһе Иван Папаниндың базаһына барып эләгә. Хужабикәгә балаларын байтаҡ ваҡыт яңғыҙ аҫрарға тура килә. Һигеҙ йыл буйы төньяҡтың ҡырыҫ тәбиғәтле, ҡояш оҙайлы ваҡыт күренмәгән төбәгенән һаулығын ныҡ ҡаҡшатып ҡайтҡан ире лә ғаиләгә ныҡлы терәк була алмай. Ғаилә башлығы мәрхүм булғас, Сәрбиямал апайға биш баланы яңғыҙ үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға тура килә.
— Тормош һис еңелдән булманы шул, өс йотлоҡ осорон баштан кисерҙем, күп туғандарҙы юғалттым. Үҙебеҙҙең торлаҡ булмағанлыҡтан, байтаҡ ваҡыт ғаилә менән кеше тупһаһын тапаныҡ, ә уҡыу тигән бәхет төшкә лә инмәне... Шуға ла балаларымдың белем алыуын теләнем, — ти тормоштоң әсе-сөсөһөн саманан тыш татыған йөҙйәшәр инәй.
Эйе, балалары әсәләренең өмөтөн тулыһынса аҡланы. Өлкән улы Әнүәр районда беренселәрҙән булып йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем төбәк халҡын йәшелсә менән тәьмин итте. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды (тик бөгөн ул беҙҙең арала юҡ инде), икенсе улы Әмир Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы булараҡ танылһа, Әлмирәһе ауыл хужалығы институтында, Фатимаһы Стәрлетамаҡ пединститутында белем ала. Кинйәһе Амур Силәбелә юғары уҡыу йортон тамамларға торғанда ғына ҡапыл вафат булып ҡуйҙы.
Ағинәй бөгөн 17 ейән-ейәнсәренең тормошона ҡыуанып йәшәй. Улар араһында ла юғары белемле һөнәр эйәләре бар, ә Миңзифа менән Әлфирәһе үҙҙәре инде бишәр балаға ғүмер биргән әсәләр. Аталары эшен дауам итеүсе ейәндәре араһынан Харис Булатов “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды.
Үҫеп килгән бүлә-бүләсәрҙәренә лә ҙур өмөт бағлай ағинәй. Йөҙйәшәр ҡыҙы Әлмирә менән кейәүе Рәжәп Мусиндар тәрбиәһендә йәшәй, тормошонан зарланмай.
— Ултырған урыным йылы, ятҡан ерем йомшаҡ, тамағым туҡ, балаларымдың һаулығын бирһен, — тип изге теләктәрен әйтеп, доғаларын уҡый Сәрбиямал Әбдрәхим ҡыҙы.
Фәрит РӘМОВ,
“Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Йылайыр районы.


Вернуться назад