Тыныслыҡҡа кем шына ҡаға?06.08.2014
Украиналағы һуғыштың дауам итеүе, Грузияның элекке президенты Михаил Саакашвилиҙы ситтән тороп “ҡулға алыуҙары”, Ливиялағы бәрелештәрҙең көсәйеүе, Таулы Ҡарабахта йәнә һуғыш башланыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Таулы Ҡарабах
хафаға һала


Украинала һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, донъяның башҡа төбәктәрендә лә тыныс түгел. Яҡын Көнсығышта Израиль армияһы “ХАМАС” боевиктарына ҡаршы көрәшәм тип Фәләстән ауыл-ҡалаларын һауанан бомбаға тотһа, Ливияла иһә “Ансар әш-Шәриә” боевиктары илдең байтаҡ ҡына ҡалаларын, шул иҫәптән Бенгазиҙы баҫып алды.
Элекке СССР биләмәһендәге иң ҙур кон­фликттарҙың береһендә – Таулы Ҡарабахта ла йәнә һуғыш башланып тора. Рәсми Баҡы менән рәсми Ереван әлегә тыныслыҡты боҙоуҙа бер-береһен ғәйепләй. Яңынан тоҡанып киткән бәрелештә Азербайжан яғынан 12 хәрби һәләк булһа, Әрмәнстанда ҡорбандар һаны әлегә билдәһеҙ. Мәғлүм булыуынса, Таулы Ҡара­бахтағы һуғыш үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланып киткәйне. 1994 йылда иһә Бишкәк ҡалаһында Әрмәнстан менән Азербайжан араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлдө. Был тө­бәк халҡы 20 йыл тыныс йәшәп ҡалды. Әле кемгә кәрәк булды һуң был һиллекте боҙоу?
Рәсәйҙең ут күршеләрендә һуғыш уты то­ҡан­дырыу – әлбиттә, Көнбайыш Европа илдәренең генә эше. Илебеҙгә ҡарата төрлө иҡтисади санкциялар ҡабул итеүҙән тыш, һуғыш ҡулсаһы эсендә ҡалдырырға ла иҫәп тоталар булһа кәрәк. Көнбайыштың был алымы Евразия союзына ҡарата “таш ырғытыу” ҙа булып тора.
Билдәле булыуынса, быйыл Европа союзына дәғүәсе булараҡ Евразия союзы (Рәсәй, Ҡаҙағ­стан, Белоруссия) барлыҡҡа килгәйне. Евразия союзының Астана ҡалаһында үткән ойоштороу ултырышында Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстан президенттары Серж Саргсян менән Алмазбәк Атамбаев та ҡатнашты. Ошо ултырышта Әрмәнстан етәксеһе быйыл уҡ Евразия союзына ағза булып инергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Әлбиттә, был Көнбайыш етәкселегенә оҡшап етмәне. Әрмән­станды Евразия союзына ҡабул иттермәҫ өсөн һуғыш уты тоҡандырырға маташалар ҙа инде. Шуға ла Рәсәй был низағты яйларға, ике яҡты килештерергә ынтыла. 8-9 августа Сочи ҡала­һында Әрмәнстан һәм Азербайжан президенттары Серж Саргсян менән Илһам Алиевтың осрашыуы көтөлә. Төп аралашсы һәм яраштырыу­сы булараҡ, илебеҙ был осрашыуға ҙур әһәмиәт бирә. Таулы Ҡарабах конфликтының йәнә ҡабатланыуын булдырмаҫтар, тип ышанғы килә. Кире осраҡта Украина ҡасаҡтары эргәһенә Таулы Ҡарабах ҡасаҡтарының да өҫтәлеүе ихтимал.

Ливияла йәнә һуғыш

Ливиялағы һуғышҡа килгәндә инде, 2011 йыл­дағы революция һөҙөмтәһендә Муаммар Каддафи властан алып ташланып, вәхшиҙәрсә үлтерелгәндән һуң, илдә тыныслыҡ урынлаштырылыр тип көтөлгәйне. Һәр хәлдә, был һуғышҡа күпләп аҡса түккән АҠШ етәкселеге ошоно өмөт итте. Власҡа үҙҙәренең кешеһен ҡуйып, тыныс ҡына Ливияның нефть ятҡылыҡтарын файҙа­ланырға уйлағайны ла, килеп сыҡманы.
“Ансар-әш-Шәриә” боевиктары бөгөнгө власҡа ҡаршы көрәш алып барһа, Муаммар Каддафи армияһында һуғышып дан ҡаҙанған генерал Хәлиф Хәфтәрҙең үҙ маҡсаты бар. Ул боевик­тарға ла, хөкүмәт ғәскәрҙәренә лә ҡаршы һуғыша. Тик әлегә боевиктар көслөрәк. Шулай итеп, Ливияла барған граждандар һуғышында өс фронт ябай халыҡты өс яҡҡа тартҡылай. Һуғыш менән бәйле илдең баш ҡалаһында Триполи халыҡ-ара аэропорты ваҡытлыса ябылған. Илдән тик Ҡара диңгеҙ аша ғына сығырға була. Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Испания, Греция, Ҡытай, Филлипин кеүек илдәр Ливиянан үҙ граждандарын саҡыртып ҡайтартты, илселектәрен ва­ҡытлыса япты.
Әйткәндәй, 2011 йылдағы Ливиялағы һуғыш менән бәйле АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһы конгресмендары президент Барак Обамаға ҡарата суд эше башлауға ризалыҡ биргән резолюцияны хупланы. Республика партияһы вәкилдәре Барак Обаманы вазифаһын яуыз маҡсатта файҙа­ланыуҙа һәм Конгрестың ил Конституцияһында ҡаралған вәкәләтлектәрен боҙоуҙа ғәйепләргә йыйына. АҠШ президентына ҡарата суд эше башлауға ризалыҡ белдереп, 225 закон сы­ғарыусы – ыңғай, 201-е ҡаршы тауыш биргән. Әле судҡа документтар әҙерләнә. Республика партияһы вәкилдәре Барак Обаманы Конгресс ризалығынан тыш 2011 йылда Ливияға ҡаршы һуғыш башлауҙа ғәйепләргә йыйына. Бының 2016 йылда үтәсәк президент һайлауҙары алдынан Демократтар партияһына ҡарата ҡара яғыу тип тә аңларға була. Ҡайһылай ғына булмаһын, судта еңәме, еңеләме, Барак Обамаға ҡарата суд эше башланырға тора.

Үҙ илкәйең үҙеңә ят була

Барак Обаманан тыш, икенсе бер билдәле сәйәсмән, Грузияның элекке президенты Михаил Саакашвили ҙа үҙ илендә закон боҙоуҙа ғәйеп­ләнә. Михаил Саакашвили 2007 йылдың 7 ноя­брендә власҡа ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыҡан оппозиция вәкилдәрен көс ҡул­ланып таратыуға бойороҡ биргәне, ҡан-ҡойошҡа килтергәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Тбилиси суды уны ғәйепле тип табып, ситтән тороп ҡулға алыу тураһында ҡарар сығарҙы ла инде.
Михаил Саакашвили әлеге мәлдә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында йәшәп ята, урындағы университетта студенттарға лекция уҡый. Ил про­куратураһы уны бер нисә тапҡыр һорау алыуға саҡырып ҡараған, әммә ул Грузияға ҡайтыуҙан баш тартҡан. Үҙе белдереүенсә, әлегә ул ниндәй ҙә булһа илдән сәйәси һыйыныу урыны һорарға йыйынмай. Тбилиси суды иһә уға ҡарата халыҡ-ара эҙләү иғлан итмәксе. Михаил Саакашвили менән бер рәттән Грузияның бер нисә чиновнигына ла ғәйепләү тағыла. Был илдең элекке эске эштәр министры ҡулға алынған да инде. Ғәйебен һиҙгән Саакашвили үҙ иленә ҡайтыуҙан ҡасып йөрөй.



Вернуться назад