Туймазы районының Төмәнәк ауылында шәжәрә байрамы уҙғарылды. Сара Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнир Ғәлимовтың башланғысы менән ойошторолдо.
Байрамға әҙерлек былтыр ауылдың 380 йыллығын үткәргәндән һуң башланғайны. Архив мәғлүмәттәре буйынса ауылдағы династияларҙың, төп халыҡтың, биләмәгә нигеҙ һалыусыларҙың шәжәрәһе төҙөлдө. Байрамға бик күп абруйлы ҡунаҡтар, танылған шәхестәр килде.
Мәҙәниәт йортонда ауыл тарихы менән таныштырыу, тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Артабан барыһы ла мәктәпкә юлланды. Ҡунаҡтар уның биләмәһендәге тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалды.
Ауылдаштарға милли аш-һыу тәҡдим ителде, һәр ерҙә күңелле йырҙар яңғыраны. Сит төбәктәрҙән килеүселәр халыҡ уйындарында ҙур теләк менән ҡатнашты. Сара салют менән тамамланды.