Йыйынға бараһыңмы?06.08.2014
Августан алып октябргә тиклем Үҙәк хәрби округтағы соединениелар һәм хәрби частар нигеҙендә запастағы ике меңгә яҡын кеше уҡыу йыйынында ҡатнашасаҡ.

Уларҙы Омск, Киров, Ульяновск, Новосибирск, Свердловск, Томск, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Иркутск өлкәләренең, Алтай, Пермь, Красноярск крайҙарының, Мари Иле, Тыва һәм Башҡортостан республикаларының хәрби комиссариаттары саҡыра. Йыйында ҡатнашҡан кешеләр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең социаль гарантияларынан һәм матди түләүҙән файҙалана ала. Уның күләме уртаса 40-50 мең һум тәшкил итә.


Вернуться назад