1 августан Пенсия фонды эшләгән пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһы күләменә төҙәтмә индерә. Бындай иҫәп-хисап йыл һайын яһала.
Быйыл пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн былтырғы һәм 2014 йылдың тәүге кварталындағы страховка иғәнәләре иҫәпкә алына. Ошо туралағы мәғлүмәт эш биреүселәр тарафынан тәҡдим ителде. Уны Пенсия фонды 1 июлдә страховкаланған кешеләрҙең иҫәбенә индерҙе. Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһындағы идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, бүлексә хеҙмәт пенсияһы күләменә төҙәтмәләрҙе ваҡытында индерҙе. 270 мең пенсионер түләүҙе яңы күләмдә аласаҡ.