Ҡасаҡтарға ярҙам йөҙөнән06.08.2014
Башҡортостанда Украинаны ирекһеҙҙән ҡалдырып киткән кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн берҙәм иҫәп асылды.

Был иҫәпкә аҡса шулай уҡ республика Хөкүмәте ярҙамы менән “БЮТ” каналы үткәргән “Беҙ бергә” хәйриә телемарафоны барышында ла йыйыласаҡ. 13 августа тура эфирҙа ҡасаҡтарҙы эш, торлаҡ менән тәьмин итеү, яраҡлаштырыу, уҡытыу кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Сарала сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар, эшҡыуарҙар, телевидение хеҙмәткәрҙәре, журналистар һәм мәжбүри күсеп килеүселәр ҡатнаша. Телемарафон иртәнге сәғәт 7-нән киске 11-гә тиклем дауам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында ойошторолған Украина ҡасаҡтары менән эшләү буйынса оператив штаб мәғлүмәттәренә ярашлы, мәжбүри килеүселәр Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен, Бөрө, Бәләбәй ҡала­ларына, Шишмә һәм Илеш райондарына ебәрелгән. Бында ҡасаҡтарға эшкә урынлашыуҙа, статус һәм социаль ярҙам алыуҙа булышлыҡ ителә.
Физик һәм юридик берәмектәрҙән аҡса ҡабул ителгән иҫәп реквизиттары:
ИНН 0274900243 (КПП 027401001)
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКТМО 80701000
Юридический адрес:
450000, г. Уфа, ул. Цюрупы, 17
Фактический адрес:
450000, г. Уфа, ул. Цюрупы, 17, 6 этаж, оф. 10
р/с 40703810506000000496
в Башкирское отделение № 8598 ОАО “Сбербанк России”
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601


Вернуться назад