Ҡылдай нескә ул бәхет06.08.2014
Ҡылдай нескә ул бәхет
Әсә күңеле – тәрән диңгеҙ, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла – барыһы ла унда урын ала. Ғәзиз балаһы менән рухи бәйләнеше лә уның бер ҡасан да өҙөлмәй. Быға Башҡортостан Хөкүмәтендә күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы тағы бер дәлил булды.


Сара башланырға байтаҡ ваҡыт бар әле. Зал ниндәйҙер бер илаһи байрам тынлығына сорналған. Тап ошо мәлдә бер ҡатындың телефоны шылтыраны. «Нисек барып еттең, әсәй?» – тигән һо­рау ишетелде теге остан. «Ҡыҙым, бөтәһе лә яҡшы, борсолма», – тип яуап бирҙе әсә. Ә үҙенең күҙҙәре тағы ла нурланыбыраҡ, яҡтырып киткәндәй тойолдо.
– Республикала ғаиләләргә, шул иҫәптән күп балалыларға, ярҙам итеү менән бәйле мәсьәләләр хәл ителһә, башҡа проблемаларҙың осона сығыу еңел буласаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­ба­ҫары Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткерҙе.
Лилиә Салауат ҡыҙы һуңғы йылдарҙа ғаиләләр өсөн атҡарылған эштәр, улар­ҙың мәнфәғәтен яҡшыртыуға йүнәл­телгән программалар хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ ғаиләләр өсөн күпме генә аҡса сарыф ителмәһен, торлаҡ төҙөл­мәһен, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәлә­мәгәндә, бар хеҙмәттең дә бушҡа булыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер әсәләр балаларын ташлай. Хатта бөгөн бер кемгә лә кәрәкмәгән ҡыҙ һәм ма­лайҙар бар. Республикабыҙҙа бәхет­һеҙ балалар булырға тейеш түгел, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Бүләкләнеүселәрҙең иң күбеһе Мишкә районынан килгәйне. Мәҫәлән, Елена Ғәйнетдинова ҡыҙҙарының һәм улда­рының ныҡлы терәге булыуы хаҡында белдерҙе. Ул хужалыҡтағы бөтә эште лә бергәләп атҡарыуҙары, хатта емеш-еләккә, бәшмәккә бергә йөрөүҙәре хаҡында әйтте. Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында йәшәүсе Рәзилә менән Ришат Ғәниевтәр алты ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Иң оло улдары Илдар Дағстанда әрме хеҙмәтендә булһа, унан кесерәге Эльвира – Нефтекамалағы машина төҙөүселәр колледжы студенты. Эльвинаға – дүрт йәш. Регина менән Ринат – игеҙәктәр. Ә Альбинаға ни бары йәш ярым. Апай-ағайҙары артынан йүгереп йөрөгән иң бәхетле мәле.
Яңауыл районының Вояды ауылында йәшәгән Айһылыу Хәбирова ире Фи­рүстең ғаиләнең имен, мул тормошта йәшәүе өсөн тырышып эшләүе, оло улдары Аяздың атаһы кеүек нефтсе булырға теләүе, ҡыҙҙары Зөлфиә менән улдары Даниярҙың, мәктәптә тырышып белем алып, хәҙер каникулда икәнлеге, дүрт йәшлек Бәхтейәрҙең бик теләп балалар баҡсаһына йөрөүе, ике йәше лә тул­маған Зәйнәптең ҡыҙыҡ-мәҙәктәре тураһында кинәнеп һөйләне. Ошо уҡ райондың Байғужа ауылында йәшәгән Лилиә Ғәлимова ире Абдуллах менән балаларына ниндәй исем биреүҙәре, һәр сабыйҙы Хоҙайҙың оло бер бүләге итеп ҡабул итеүҙәре хаҡында әйтте. Ғаиләнең икмәкханаһы бар икән. Ул – Ғәли­мов­тар­ға ғаиләне яҡшы ҡарау өсөн тотороҡло табыш сығанағы.
Тантанала Лилиә Ғүмәрова Украина­лағы хәлдәр, һуғыштан ҡасып респуб­лика­быҙға килергә мәжбүр булған ҡа­­саҡ­тар араһында бер йәше лә тул­маған сабыйын ҡосаҡлаған әсәләрҙең булыуы хаҡында әсенеп һөйләне һәм бала­ла­рыбыҙҙың тыныс тормошта йә­шәүен, «һуғыш» тигән йән өшөткөс һүҙҙе ишетмәүен теләне.
Мәҡәлә башында телгә алынған бала менән әсә, шулай уҡ ғаилә менән йәмғиәт, һәр беребеҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәте кеүек төшөнсәләр оло мәғәнәгә эйә булһа ла, улар нескә генә ҡылды хәтерләтә. Ул балаларыбыҙ, тыныс мөхитебеҙ хаҡына өҙөлә генә күрмәһен.


Вернуться назад