Тырыштарға эш ҡарышмай06.08.2014
Тырыштарға эш ҡарышмай
Һауа шарттарының көйһөҙлөгө мал аҙығы әҙерләүгә, урып йыйыу эштәренә күпмелер ҡамасаулаһа ла, ауыл халҡы һәр мәлде файҙаланырға тырыша. Ана бит, бер үк райондың ҡайһылыр баҫыуҙарында һыҙат булып ямғыр яуып үтте, ә “Авангард”, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре яландары трактор, комбайн тауыштарына күмелгән.


— Тәүге айҙарҙа ҡоролоҡ та бул­ған тимәҫһең, — ти “Авангард” директоры Рәмил Ибраһимов. — Ужым культураларынан төшөм мул ғына килә. Бигерәк тә арыш уңышы шатландыра.
Тырыштарға эш ҡарышмайРәмил хужалыҡты дүрт йыл етәкләй. Уға тиклем атаһы Рәшит ағай уны аяҡҡа ныҡлы баҫтыр­ған. Һуңғы йылдарҙа элекке “Первомайск” совхозының “Южный” бү­лек­сә­һен дә ҡушҡандар. Шулай итеп, һөрөнтө ерҙәр һигеҙ мең ярым гектар булып киткән. Бөгөн бар техника ла етә. Уларҙы хеҙмәтләндереү, тотҡарлыҡһыҙ эшләү өсөн баш инженер Олег Укронов етәкселегендә айырым бригада төҙөлгән. Иртә яҙҙан уҡ механизаторҙарға, көтөүсе­ләргә көнөнә ике тапҡыр йылы аш ойошторолған.
Райондың ауыл хужалығы ида­ралығы начальнигы Владимир Александров әйтеүенсә, барлыҡ ху­­жа­­лыҡтар ҙа урып йыйыу эшенә дәррәү тотонған. Бөгөнгө көндә ужым культураларының 30 проценты һу­ғылһа, гектар көсө уртаса 29 центнер тәшкил итә икән.
— Дымлылыҡ әлегә юғары — 18-23 процент. Шулай ҙа уҙған йылғы хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырыша­быҙ. Дымлылыҡтың түбәнәйеүен көтөп тормаҫтан, быйыл туранан-тура ла, яҫмаларға һалып та һуға­быҙ. Беҙҙең һәр хужалыҡта тиерлек иген елләтеү урындары бар. Кип­тергестәр эшләй. Мәҫәлән, “Друж­ба”ла яңы иген таҙартҡыс, кип­тергес төҙөлдө, “Салауат”та ла шун­дай уҡ эштәр бара. Бөгөн ба­ҫыуҙарҙы 135 комбайн иңләй. Ошолай эшләһәк, алдағы аҙналарҙа ужым культураларын алып бөтөрбөҙ, тим. Шулай уҡ быйыл 21 мең 970 гектарҙа яңыһын сәсергә планлаштырабыҙ...
“Салауат” хужалығы баҫыуҙа­рын­да ла эш гөрләй. Бигерәк тә ырҙын табағында мәж киләләр: машина­ларҙың ҡайһыһы иген таҙартҡыс аҫтынан сыға, ҡайһыһы ашлыҡ килтерә. Ырҙын табағы мөдире Илдар Шәриповҡа ла, иген таҙарт­ҡыс, киптергес машиналарын хеҙ­мәтләндереүсе механиктар Артур Асҡаров, Наил Ғәлиевтәргә лә мәшәҡәт етерлек. Фиҙаил Туҡаевтың техникаһы машиналарға өҙлөкһөҙ иген тейәп оҙатып тора. Әйткәндәй, бында ике сменала эшләйҙәр. Настя Сәйфуллина, Әлфиә Аҙнаева, Флүзә Саидова ырҙын табағына килгән машиналарҙы бушатышып ҡына ҡалмай, майҙансыҡты һепереү, таҙартыу ҙа уларҙың иңендә.
— Арыш гектарынан 28-30 центнер бирә. Һуңғы ямғырҙар игенде тулыштырырға ныҡ ярҙам итте. Улар булмаһа, яна инек. Бәрәңге иһә тулыһынса яһалма һуғарыла. Ике һыу һурғыс станцияһы бар. Теләгән урынға торбалар һуҙып, күсереп була, — ти баш агроном Радик Асҡаров.
Баҫыуға караптарын йүнәлтеүсе “капитандар”ҙы атамаһаҡ яҙыҡ булыр. Хужалыҡта биш комбайн эшләй. Тимәк, үҫтерелгән барлыҡ уңышты йыйып алыу Миҙхәт Ғи­малов, Фәнзил Сабитов, Радик Ғиззәтуллин, Флүр Сәйфетдинов, Раил Мусаҡаев иңендә.
Йәмғиәт етәксеһе Рөстәм Баһа­уетдинов хеҙмәткәрҙәренән ҡәнәғәт. Әйткәндәй, “Авангард” хужалығы директоры Рәмил Ибраһимовтың ата­һы һымаҡ уҡ, уның атаһы Рәис Ғө­бәйҙулла улы ла ҡасандыр ху­жалыҡты аяҡҡа баҫтырған кеше. Социалистик Хеҙмәт Геройы! Кү­сә­гилешлек булып, баҙар теҙгенен ышаныслы ҡулдар тотҡанда эш тә бара, уңыш та һөйөндөрә шул.


Вернуться назад