Былтырғыға ҡарағанда күберәк06.08.2014
Башҡортостанда 6 723 мең гектарҙан мал аҙығы культуралары йыйылған. Был планға ҡарата 67 процент тәшкил итә.
Әлшәй, Баймаҡ, Бәләбәй, Бишбүләк, Борай, Бөрйән, Ҡалтасы һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтарына майҙандарҙың сирек өлөшөн йыйырға ҡалған. Әле республикала 624 мең тонна (пландың 85 проценты) бесән һәм 1,4 миллион тонна (68 процент) сенаж әҙерләнгән. 17 район планды тулыһынса, ә Баҡалы, Ғафури, Дәүләкән, Мәләүез, Стәрлебаш һәм Туймазы райондары арттырып үтәгән. Ете районда сенаж әҙерләү тамамланған. Балтастар, благовещендар, иглиндәр, ҡариҙелдәр һәм тәтешлеләр шулай уҡ планды арттырыуға өлгәшкән.
Республика буйынса, уртаса алғанда, һәр шартлы баш малға 14 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Был былтырғыға ҡарағанда 0,3 центнерға күберәк.