Үҙеңдекенә бер ни етмәй05.08.2014
Үҙеңдекенә бер ни етмәй “Агротехсервис” йәмғиәте етештергән ауыл хужалығы техникаһы бөтә Рәсәйгә тарала
Яңыраҡ Мәләүез районында “Баҫыу көнө” уҙғайны. Унда бөтә республиканан ауыл хужалығы эшсәндәре, етәкселәр йыйылды. Сарала ойошторолған тармаҡ күргәҙмәһендә “Стәрлетамаҡ Агротехсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте техникаһының күплеге шунда уҡ күҙгә салынды.


Эйе, тауар етештереүҙә заманса техника ҡулланып ҡына алға китеп була. Әлегәсә күп кенә өлкәләрҙә сит ил машиналарына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ә бит уларҙы үҙебеҙҙә эшләү отош­лораҡ!
Үҙеңдекенә бер ни етмәй Стәрлетамаҡтар тап шулай һанай ҙа. Тәүҙәрәк автотрактор техникаһын ремонтлау һәм хеҙ­мәтләндереү төп йүнәлештәре булһа, яйлап ауыл ху­жа­лығы өсөн ҡорамалдар етештерә баш­лағандар.
— Иң тәүҙә бульдозерҙар яһауға то­тондоҡ, шунан те­йәгестәргә сират етте. 400 берәмек техника күҙ асып йом­ғансы таралды. Төрлө культураларҙы урып йыйыу, та­шыу өсөн арбалар эш­ләп сығарабыҙ. Уларҙың ҡайһы бер­ҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә етештерелмәй, – тип ғорурланып һөйләй йәмғиәт директоры Рәмил Рә­йес улы Баһауетдинов. Әйткәндәй, ул – рес­публиканың ат­ҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәт­кәре, Рәсәй Федера­цияһы Ауыл хужалығы ми­­нистр­лығы­ның По­чет гра­­мота­һы менән бү­­ләк­­ләнгән.
Үҙеңдекенә бер ни етмәйҺуңғы осорҙа хужалыҡтарҙа бесән һәм һалам преслау өсөн сит ил тех­никаһы ҡулланыла. Урында быны баш­ҡарыуын-башҡаралар, әммә та­шыу өсөн мөмкинлек самалы. Сит ил­дең йөк машиналары ҡиммәт, уларҙы һа­тып алырға ба­ры­һы­ның да көсөнән килмәй. Был мәсьә­ләне лә “Агротехсервис”та уңыш­лы хәл итәләр. Быйыл республика төбәк­тәрендә улар­ҙың туғыҙ һәм 18 төргәккә иҫәпләнгән 11 ма­шинаһы ҡулланыла. Тәүгеһе оло юлда ла бе­рәүгә лә ҡамасауламай, иркен йөрөй ала.
Әле предприятиела үҙйөрөшлө сап­ҡыс етеш­тереүгә ҙур иғтибар бү­ле­нә. Уны “Мак Дон” комбайнына яраҡ­лаш­тыралар. Мәҫәлән, Баймаҡ, Дәү­лә­­кән, Ҡыйғы, Мәсетле, Стәрле­баш райондары баҫыуҙарында шундай комбайн эшләй ҙә инде. Үҙаллы яңы сапҡыс тура­һында ла уйланыла. Был эшкә за­пас час­тар етештергән Рәсәй, Белоруссия заводтары ла ҡушылған. Ни әй­­тә­һең, дөйөм хәстәрлек берләш­терә шул!
“Агротехсервис” йәмғиәтендә оҫта белгес­тәргә күҙ төбәйҙәр. Уларҙың уң­ғанлығынан, тилберлегенән күп нәмә тора. Кемдер һыҙма­лар өҫтөндә баш ватһа, икенселәр ҡул эше ме­нән булыша. Һөҙөмтә дөйөм ҡаҙанға һалы­на. Айырыуса слесарҙар В. Щетин, С. Петров, автоэлектрик В. Дубанов, ҡора­мал­сы Г. Дубанов, цех начальнигы Н. Почанин, дирек­тор­ҙың етештереү буйынса урынбаҫары М. Куд­ря­шевты телгә алып китмәйенсә мөмкин түгел. Өҫтәп, сифат буйынса инженер И. Парфенова, инженер-технолог Г. Фәхрет­динова, баш конс­труктор В. Зайцев кеүектәрҙең хеҙмәтен дә баһаламай булмай. Алтын ҡуллы оҫталар улар.
Иң мөһиме — заманса, ауыл ху­жа­лығы тармағы өсөн үтә ҡыйбат бул­ма­ған техникаға ихтыяж ҙур. Респуб­лика баҫыу-ҡырҙарында Стәр­летамаҡ “Агротехсервис”ы етештергән урғыс, сап­ҡыс, тейәгестәр күбәйгәндән-кү­бәйә. Ул ғына ла түгел, Калининградтан Алтай­ғаса һатып алалар был та­уарҙы.
Бик хуп, үҙеңдекенә ни етә!


Вернуться назад