Илебеҙҙә арыҫлан ирҙәр булғас...05.08.2014
Илебеҙҙә арыҫлан ирҙәр булғас...
Мостай Кәрим ағай, һәммә йәһәттән ихлас кеше, һәр кемгә донъяның ҡояш төшә торған, сыуаҡ яғында йәшәүҙе теләй торғайны. Яҡты йөҙ күреп, йылы һүҙ ишетә йөрөһә, әҙәм балаһына ғәмәлдә артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй инде. Ләкин тормош ысынбарлығы шулай: ул ҡыуаныстарҙы һиңә мыҫҡаллап ҡына бирә, уның ҡарауы көйөнөстәр өҫтөңә тау булып ишелергә тора. Бәлки шуғалыр, барҙы йәшерәк саҡта ҡәҙерләй белмәһәк тә, ғүмер эңере етә килә туғандарҙың — ҙурлығын, дуҫтарҙың яҡынлығын йөрәгең менән күрәһең. Уларҙың рәсми исем-шәрифтәре лә, мөлкәти хәлдәре лә һиңә һөждә түгел, бәлки ошо фани донъяла булыуҙары мөһим. Журналислыҡ йән тартҡан шөғөлөм булһа ла, уның яндырған, туңдырған мәлдәре ҡанатты ҡайырһа ла, халыҡ араһында йөрөү форсаты һәммә ауырлыҡтарҙы ла аҡлайҙыр. Дуҫ-иптәштәр йыр аша ғына табылмай икән, теләгең ҡабул булһа, дуҫтарҙы Хоҙай йөрөр юлдарыңа уҡ сығарып ҡуя.
Хәйер, ул юлдарҙың ҡайһы тарафтарға алып барып һуғырын, кешеләр яҙмышын ниндәйерәк йомғаҡтарға төйнәрен алдан кем белә? Шуға күрә, әйтер һүҙем ғәмәлдә Риф Йосоповҡа ҡағылырға тейеш булһа, үткәндән аҙ ғына уратыбыраҡ йөрөп әйләнәйемсе.

Ата-бабам илендә, булат салғыларҙы яный-яный бесән сапҡан дәртле саҡ­тар­ҙа, Раил Ил­һамов атлы агроном егет менән әллә уртаҡ эш, әллә йәштәребеҙ­ҙең бер сама булыуы ифрат яҡынайт­ҡайны. Тормош иләгенән йыш үткәнгә­ме, көйһөҙлөктө ул “быныһы ла үтер” тигән­дә­­йе­рәк фәлсәфи сабырлыҡ менән ҡар­шылай, кисерә һәм оҙатып ебәрә тор­­ғайны. Изге кү­ңел­ле Раил дуҫымдың йәненең йәннәттә булыуына шикләнмәйем.
Халыҡтың эштәрен барлап, ҡул ярҙа­мына хәл килмәһә лә, уға тел ярҙамын булһа ла күр­һәтәйем тип республика райондарын айҡаған хыялый йылдарҙа Дүр­төйлөлә аҙашым Марсель Хужин осраны. Мосафир юлында кемдәр­ҙе генә тап ит­мәҫ. Ә агроном, Саҡмағошҡа ҡай­тып колхоз теҙгенен ҡулына алған Мар­сел­һеҙ тормошом шуға ҡәҙәр китек булған икән. Асманды ҡапыл балҡытып, көтмәгәндә юғалған йондоҙға оҡшаш йәш дуҫым да хәҙер баҡый илендә имендер. Яҙмыштар бына нисек төй­нә­лә. Марсель Әхнәф улы Хужин ауыл ху­жа­лы­ғы институтының агрономия факультетын та­­мамла­ған. Фән кандидаты, доцент Раил Мө­хөт­дин улы талиптарға гидромелиорация әмәл­дәрен өйрәт­кән. Саҡмағош районының Туҙ­­­лы­ҡы­­уыш ауылынан институтҡа килеп уҡып йөрөгән Йосопов Риф тигән сандыр кәү­ҙәле, һарғылт сәсле, аҡ йөҙлө егет Ил­һамовтың лекцияларын һүҙмә-һүҙ яҙып бара. Шул егеттең хәҙер районында хаки­миәтте етәкләүен һәм фән докторы дә­рәжәһен йөрөтөүен ул саҡ ҡай­ҙан белмәк кәрәк? Хәйер, өс егетте, улар төрлө бы­уынға ҡараһалар ҙа, яҙмыш юлдаш та, фе­кер­ҙәш тә иткән икән.
Саҡмағош менән башымды юғалтыр­лыҡ дә­рәжәлә мауығып китеүемдең сә­бәптәрен үҙем әле булһа аңлай ал­­ма­йым. Әгәр ул Марсель Хужин һәм уның ғаи­ләһе менән дуҫлыҡҡа ғына бәйле булһа, аяныслы сәбәптәр һәм ваҡыт йо­ғонто­һонда яҡынлыҡ тойғоһо, бәлки, һүрелә лә төшөр ине. Бер мәл беҙ, хәләлем менән, йә­ше­рәк йылдарҙағы дуҫтарыбыҙ Раил менән Марселде бик йыш хәтерләп ултырыр булып киттек. Ошо хәтирәләр улар­ҙан һуң хасил булған буш­лыҡҡа йән өр­гәндәй тойола ине. Рифкә беҙ шул саҡтағы һиҙгер күңеллелеге өсөн генә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр даим халыҡ араһында йөрө­гән, күңелендә шиғыр яң­ғыратҡан һәм йыр сың­латҡан кеше бу­ла­раҡ, Риф Сәғәҙәтулла улы яҡын дуҫ­­­тар­һыҙ беҙгә өшәнес икәнлекте аң­ла­ны, һыуыҡ донъяны булдыра алғанынса йылы­тырға тырышты.
Хистәрҙе ситкәрәк ҡуйып, донъя ысын­барлы­ғынан сығып уйлағанда, хакимиәт башлығына ҡайҙағылыр ҡарт-ҡамҡының уфтаныуҙары ҡай­ғыһымы ни?! Йосопов­тың иңендә, ун бер йыл инде, район һынлы район йөгө ята. 2003 йыл­дың июлендә, ул район Советы рәйесе-хаки­миәт башлығы итеп һайланғанда, закондар сы­­ғарыу эшмәкәрлеге лә, башҡарма власть та вәкәләтлелек йәһәтенән бер-береһенән айырылмай ҙа ине. Ваҡыт үтә килә генә идара итеү органдарының эш­мәкәрлеге ғәмәли яҡтан аныҡ­ланды.
Шулайын, әлбиттә, шулай, ләкин вәкә­ләт­тәр­ҙең аныҡланыуы район хакимиәт­тәренә төшә торған бурыстарҙың кәмеүен дә, еңеләйеүен дә аңлатмай. Ә район баш­лығы — уның хеҙмә­те­нең асылын белмәгән кешеләр өсөн генә түрә. Ғөмү­мән, үҙен түрә итеп тойған етәксе вази­фа­һында эшләй алмай, һәм ул ябай кеше­ләрҙән үҙе лә һиҙмәҫтән алыҫлаша.
Риф Йосоповтың район башлығы юға­ры­лы­ғында үҙен нисек тойоуын, уның йә­не менән йәшәп ҡарамағас, әйтеүе ауыр. Әллә тыумыштан килгән тәбиғәте, йә иһә етәксе кешелә булырға тейешле тотанаҡ­лылыҡ, иллә ул эс-бауырына күҙ һалырға бик таныштарға ла рөхсәт итмәй. Риф Сәғәҙәтулла улы — тырышлығы сабыр­лыҡ менән бер булған әсә-ата балаһы. Хәтимә апайҙы, насип булып, төпсөгө Рифтең ата нигеҙендә һалған өйөндә күреп ҡалдыҡ. Апай, тырабызлығы менән һәйбәт белем алып, утыҙ ете йыл мөғәл­ли­мәлектә хөрмәткә күме­леп эшләп, улы менән килене Зиләнең йылы ғаиләһендә ғүмер эңерен кисерә ине.
Рифтең атаһы Сәғәҙәтулла ағай минең әсә­йем менән йәштәш булған икән. Тәр­же­мәи хәле, әйтерһең, совет ватаны тари­хынан күсереп яҙылған. Колхозда ва­ҡыт һанамай эшләү, Бөйөк Ватан һуғы­шы, ауыр йәрәхәттәр, йәнә әрме хеҙ­мәте. Ул Сыйырышбашҡа ҡырҡ алтының ию­нендә генә ҡайтып төшкән.
Риф Сәғәҙәтулла улы апайҙары Зилә, Айһы­лыу, Зөләйха, Рәйхана ҡырында, мәҙәнилек бөр­көлөп торған, егәрлелек тәбиғи сифат бул­ған ғаиләлә хәстәрлекле тәрбиә алған. Дүрт ҡыҙ араһында бер малай булып үҫһә лә, Риф, хо­лоҡ-фиғеле менән нәҡ атаһы. Уның шикелле үк үҙ һүҙле, сөсөләнеп бармаҫ, алдына алға­нын эшләр. Тракторсы, институт, туған колхозында яуаплылығы һәм мәшәҡәт­тәре арта барған төр­лө вазифалар. 1992 йылда әле Киров исемен йөрөткән хужа­лыҡты Йосопов ифрат дәрт­ле рәйес Фә­рит Ноғоманов икенсе районға күс­кәс ҡабул иткәйне. Туҡһанынсы йылдарҙың эшлә­йем тигән кеше өсөн ниндәй мәхшәр булған­лығы әле онотолмаған. Илдәге хәлде, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе “бандит­лыҡ капитализмы” тип атаған бер сәйәси эшмәкәр менән ризалашырға тура килә. Йосопов иһә колхоз арбаһына төптән егелде. Егелһә лә алдағы көндө онотма­ны, Ырымбур дәүләт аграр универ­ситеты аспиран­тураһын ситтән тороп та­мам­лап, бер йылдан кандидатлыҡ дис­­­сер­та­­ция­һын яҡланы.
Район хакимиәте башлығы — сәйәси фигура микән, әллә, хәҙерге тел менән әйткәндә, менеджер, идарасымы? Баш­лыҡ­тың бурыстарын да, хоҡуҡтарын да көйләүсе ҡануни документтар, әлбиттә, барҙыр. Ләкин тормоштоң һәр мәлен, кеше яҙмыштарын ҡағиҙә пункттарына ғына һыйҙырып буламы икән? Хакимдың власы ҙур. Власть кешеһенә, бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ эштәр менән ҡушарлап, хөрмәт тә, ярамһаҡланыу ҙа, көнләшеү ҙә, маҡ­таулы исем-бүләктәр ҙә килә. Хакимлыҡ вәкәләттәре әхлаҡи-психологик то­тороҡ­лолоҡҡа, кешелеклелеккә, гражданлыҡ өлгөргәнлегенә ҡырыҫ һынау үткәрә. Унан һуң Йосопов — республикалағы иң алдынғы аграр райондарҙың береһен етәкләүҙән тыш, оло үә данлы ырыу вә­киле. Был — ифрат ҙур яуап­лылыҡ. Саҡмағош районы, артта һөйрәлеү­се­ләр генә түгел, хатта уртаҡулдар араһында ла була алмай. Ошо хәҡиҡәт, аңлау дәрә­жәһен үтеп, ҡағиҙәгә әүерелгән. “... Беҙ, дуҫтар, Саҡ­мағоштан. Ҡыҙҙар беҙҙә ҡара ҡаштан, егет­тәр – саҡматаштан”, – тип йырлау ғына аҙ. Рай­ондың, тыуған атай­сал­дың абруйын көн­дәлек тырышлыҡ менән нығыта барырға тура килә.
Туҡһанынсы йылдар мәхшәренән алыҫ­ла­ша­быҙ, тип, тынды бер аҙ иркенәйтһәк тә, донъя­лар бөгөн дә төҙөк түгел. Ҡай­саҡ, ил хөкүмәте үҙ ҡулындағы биләмә­ләрҙә крәҫтиәндәр ҙә бар­лыҡты хәтеренә онотҡанда бер төшөрәлер, тигән фекер тыуа. Хеҙмәтен һуҡыр тингә лә баһала­мағанда, ауыл кешеһенең ниндәй кәйеф менән яҙ һайын баҫыуға сығыуын мин аңламай башланым. Сәйәси етәкселәр игенсе һәм мал­сыларҙың тырышлығына күҙ йомған саҡта ла саҡмағоштар һәр гектарҙан 30, 40 һәм хатта 50 центнер иген һуғып ала, 300-400 центнер шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Эш бында ҡалын ҡара туп­раҡта ғына түгел. Саҡмағошта фән менән дуҫ­лыҡ ныҡ, тиреҫ тә, минераль ашламалар ҙа ҡәҙерле. Районда ер са­бый кеүек хәстәрләнә һәм игелекте ул икмәк итеп ҡайтарып бирә.
Һүҙҙе уйнатыбыраҡ әйткәндә, башлыҡ районда хатта әтәс кикри-күге өсөн дә яуаплы. Был вазифала һәйбәт хужалыҡ етәксеһе булыу ғына етмәй. Хакимиәт башлығының хеҙмәте ниндәй үлсәүҙәргә һалыналыр ҙа, ҡайһы шкалалар буйынса баһаланалыр. Һәммә эшкә үҙе генә өл­гөрә алмаясағы ла аңлашыла. Был йә­һәт­тән Риф Сәғәҙәтулловичтың ко­ман­да­һы бик бул­дыҡлы. Бөтөн кеше лә һинең эшеңдән ҡәнәғәт ҡалмаҫ. Һәр кемгә ай-ҡояш булырға тырышыу ҙа дөрөҫ түгел. Иң мөһиме — самими кеше булып ҡалыу. Шул сағында принципиаль фекер ҙә, үҙең­де тотоу рәүеше лә, ғәмәлдәреңдә ихласлыҡ та үҙенән-үҙе хасил булыр.
Сер түгел, хәләлем менән мине аңла­шыл­маған бер көс Саҡмағош яҡтарына тарта ла тора. Сыйырышбаш сауҡалары араһында Марсель дуҫым йоҡлай. Атаһы нигеҙендә, Сыйырышбашта, Риф Сәғәҙә­тул­ла улының яңыр­тылған йорто. Телә­гебеҙ ҡабул булып, Саҡмағошҡа барып етһәк, әлбиттә, шул йортҡа һуғылабыҙ. Унда беҙҙе һис төҫ ташламаҫ хужабикә Зилә менән береһе икенсеһенән гүзәле­рәк ҡыҙҙары – Лилиә һәм Ләйсән балҡып ҡаршы ала. Хистәр мөлдөрәмә тулышҡан мәлдә, Рифтең ҡулында баяны хасил була. Ул шиғриәткә, моңға мөкиб­бән киткән кеше. Һәм бына, уйландырып, йыр ағыла:.
Ҡыҙыл ғына билбау, быуҙыниһәң,
Ҡыҙылдары сығыр билеңә.
Егет кенә саҡта хеҙмәт итһәң,
Исемдәрең ҡалыр илеңә...
Йырға өҫтәп тағы ни әйтәһең инде?


Вернуться назад