“Ашығыс ярҙам”ға — матди ярҙам05.08.2014
Өфө етәкселеге баш ҡалалағы “Ашығыс медицина ярҙамы” станцияһына 14 миллион һум аҡса бүлде. Ҡала хакимиәтенең финанс идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡса төнгө хеҙмәтләндереү өсөн түләүгә һәм махсус кейем-һалым менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ.

“Ашығыс ярҙам” станцияһындағы ҡатмарлы хәл тураһында гәзитебеҙҙең 1 август һанында белдергәйнек. Унда хеҙмәткәр­ҙәрҙең эш хаҡы кәмеүе, шулай уҡ станциялағы авто­парктың иҫкереүе менән бәйле дәғүәләре күп.
Әле Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы комиссияһы һәм республика Прокуратураһы “Ашығыс медицина ярҙамы” станцияһында тикшереү эше алып бара. Мәсьәләне өйрән­гәндән һуң белгестәр ойошмаға бүленгән аҡсаны файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә баһа бирәсәк.


Вернуться назад