Ҡул ҡаушырып ултырмайыҡ05.08.2014
Быйыл уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында Башҡорт­останыбыҙҙың төрлө район-ҡалаларында булырға тура килде. Телебеҙгә көндән-көн ҡурҡыныс янаған ваҡытта, уны һаҡлап ҡалыу өсөн бар мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын үҫтереү фарыз.


Бар ерҙә лә ихлас күңел менән, теләгебеҙҙе хуплап, йылы ҡаршы алдылар. Концерт номер­ҙары, телебеҙгә ҡағылышлы сығыштар бөтә­һенә лә оҡшаны.
Тик ҙур ҡалаларҙың береһендә башҡорт гим­назияһы директоры, килеүебеҙҙең маҡ­сатын белгәс, теләгебеҙҙе хупламаны, ки­ре­­һенсә, теше-тырнағы менән ҡаршы булды. Оҙаҡ ҡына уйланып торғандан һуң:
– Бушҡа ваҡытығыҙҙы сарыф итеп йөрөй­һөгөҙ түгелме? — тип әйтеп һалмаһынмы! Ғәжәпләнеп ҡараныҡ. Ул, ярһып, һүҙен дауам итте:
– Телебеҙ барыбер бөтәсәк! Бер нисә йылдан һуң туған телебеҙҙә сығарылған гәзит-журналдар, тапшырыуҙар ябыласаҡ. Хәйер, ни­мәгә ул башҡорт теле? Үҙегеҙ уйлап ҡара­ғыҙ: уның менән йыраҡ китеп булмай. Башҡорт теле уҡытыусыһы булыу ҙа отошло түгел хәҙерге заманда. Барыбер эшһеҙ яталар. Оҙаҡламай уларҙың бөтөнләй кәрәге ҡалма­ясаҡ! Мәктә­бебеҙҙән барыбер бер кем дә башҡорт бүле­генә бармаясаҡ, унда уҡырға керәм тигәндәргә лә яйлап ҡына ошоларҙы аңлатырға тырышам, теләктәрен кире һүрел­тәм... Тел, милләт бөтә­сәк! Мин уҡыусыларым­дың әлеге заманда кәрәклерәк һөнәр һай­лау­ын теләйем!
Ағай кеше ҡыҙып-ҡыҙып ошоларҙы һөйләне. “Ауыҙыңдан ел алһын!” – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем. Тик әҙәп һаҡлап өндәшмәнем.
Был кешегә ҡарата ихтирамым юғалғайны инде. Университетыбыҙҙың тел белгестәре лә уның һүҙҙәренә ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, ахыры, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы.
Тел бөтә тип ҡыл да ҡыбырлатмай ултырыу дөрөҫмө икән һуң? Телебеҙ, милләтебеҙ өсөн үҙебеҙ көрәшмәһәк, әлбиттә, уның бөтөүе ихтимал. Ә бит заманында Тыуған ил, туған тел, халҡы өсөн баш һалған ир-азаматтарыбыҙ аҙмы ни: Батырша, Алдар батыр, Ҡаһым түрә, Парижды урап ҡайтҡан Йомабай ҡурайсы, үҙ теле аша ғилем, мәғрифәт нуры сәскән Мөхәм­мәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡ­мул­ла, ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич…
Ер йөҙөндә булмаһа ла, халыҡ хәтерендә, телендә йәшәп килә улар. Милли рух, ғәзиз әсә теле генә ата-бабабыҙҙың йәшәү тарихын, мәҙәниәтен меңәр йылдар аша киләсәккә еткерә алған. Бәлки, шуғалыр ҙа тыуған ерен, туған телен ныҡ һаҡлаған улар, телдәрен киҫһәләр ҙә, онотмаған, һәр төрлө ауырлыҡ­тарға, язаларға ҡаршы торған. Күпме бөйөк әҙип үҙ телебеҙҙә ижади, рухи бейеклектәргә күтәрелгән. Беҙ уларҙан үрнәк алырға тейешбеҙ.




Вернуться назад