“Изге күңел” йылыта02.08.2014
Бында Украинанан тәүге ҡасаҡтарҙы урынлаштырҙылар. Районға йәмғеһе 110 кеше килергә тейеш.

Әле яңауылдар Өфөгә Донецк өлкәһенән үҙаллы килеп еткән ике ғаиләне ҡабул итте. Уларҙың бе­реһен Орловка ауылындағы пенсионер Фәнзәүи Гәрәев үҙ йортона индерҙе.
Орловка ауыл хужалығы ком­па­нияһы ҡасаҡтарға ҡайһы бер көнкү­реш мәсьәләләрен хәл итеүҙә бу­лыш­лыҡ итте. Ғаилә башлығы эшкә сыҡты ла инде. Тыуған яғында ул электр монтеры булған. Украина граждандары әйтеүенсә, уларҙы йылы, ихлас ҡабул иткәндәр.
Ҡарман ауылына ла дүрт кеше килде. Улар — Светлана Ивасиенконың ғаиләһе. Ҡатын апаһы Сирина Әғзәмованың йортона яҡындарын алып ҡайтҡан.
Яңауыл районы хакимиәте бойо­роғона ярашлы, биләмәлә Украина кешеләрен ҡабул итеү һәм ваҡыт­лыса урынлаштырыу буйынса махсус комиссия булдырылды. Район хаки­миәте һәм Эске эштәр министрлығы бүлегенең берлектәге эш планы төҙөлдө. Ҡасаҡтарға “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан урындар бүленде. Бында 40-лап кеше йәшәйәсәк. Шулай уҡ район дауаханаһы, айырым граждандар һәм ойошмалар ярҙам күрһәтергә әҙер. Ауыл хакимиәттәре лә торлаҡ бүлә.
Яңауылда 24 июлдән 24 авгусҡа тиклем “Изге күңел” акцияһы иғлан ителде. Йәштәр һарайында кейем-һалым, урын-кәрәк ярағы, уйынсыҡ­тар, канцелярия тауарҙары йыйыла.



Вернуться назад