Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өсөнсө махсус самолетында “Өфө” халыҡ-ара аэропортына Украинаның 101 гражданы, шул иҫәптән 29 бала килде.
Уларҙы “Сәләмәтлек шишмәһе” профилакторийына ваҡытлыса урынлаштырҙылар. Барыһына ла йылы аш, медицина һәм психология ярҙамы тәҡдим ителде. Артабан был кешеләр Благовещен ҡалаһына һәм Илеш районына оҙатыласаҡ.
Был аҙнала ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр ултырған тағы ла өс самолетты ҡабул итәсәкбеҙ. Башҡортостанда 5 мең самаһы Украина гражданын урынлаштырыу күҙаллана.