Ауыл өсөн йәнә һынау, йәки Мал тотоуҙан файҙа булырмы?02.08.2014
Хәйбулла районының төпкөл ауылдарының береһендә булырға тура килде. Һүҙ юҡ, халыҡ етеш йәшәй. Барыһы ла үҙ көсөнә таяна, аҫраған малынан файҙа күрә. Һөйләшеү барышында бер апай бик осһоҙ ғына хаҡҡа танаһын тотоноуы хаҡында әйтте. Икенсеһе иһә күршеһенең һыйырын “ҡара халыҡ”ҡа юҡ ҡына хаҡҡа тейәтеп ебәреүен һөйләһә, өсөнсөһө һуғымға тигән бер баш малын ырымбурҙарға һатыуы тураһында белдерҙе.


Ауыл халҡы етештергән продукцияһын баҙарға алып барып һата алмағас, уны осһоҙ хаҡҡа булһа ла алыпһатарҙарға биреп ебәрә, был бер кемгә лә сер түгел. Нишләһен, бесән мәлендә яғыулығы ла, балаларына кейем-һалым да кәрәк.
Билдәле булыуынса, 2014 йылдың 1 майынан, Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сыға­рыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйылды. Ярай әле, республикала әлегә был ҡанун киләһе йыл башына тиклем кисектерелде. Исмаһам, көҙгө осор­ҙа һатырға тип ниәтләгән малдарын тотоноп өлгөрөрҙәр. Әлбиттә, яңы тәртипте индереү кәрәк. Әммә, миҙал ике яҡлы тигәндәй, мал тотоусылар өсөн был хәл оло мәшәҡәт тыуҙырасаҡ. Ҡарар регламентына ярашлы, һуя торған малыңды (үҙең транспорт табаһың, малдың да бит бер нисә баш булыуы ихтимал) район буйынса билдәләнгән махсус урынға илтәһең (унда ҙур сират булыуы ла мөмкин). Ветеринарҙар ҡарап, белешмә биргәс кенә, малыңды һуйып бирәсәктәр (был ваҡытта уның хәләл ризыҡ булмауы ихтимал, һуйыусыларҙың кемлеге билдәһеҙ, “бисмилла”лап һуямы-юҡмы). Ошо эштәрҙе тамамлағас, итеңде баҙарға алып сыға аласаҡһың.
Быларҙың барыһы ла бушлай тип уйлай күрмә, гәзит уҡыусым. Буштың ата­һы күптән үлгәнлеген онотмайыҡ. Бары­һы ла түләүле, улай ғына түгел, хатта малдың тиреһен һәм эс-ҡарынын ҡалдырып китергә лә тура килеүе ихтимал. Ҡайһы бер осраҡта баш-тояғы менән дә хушлашырһың. Ә бит һәр береһен эшкәртеп, мал хужаһы уларҙы айырым хаҡҡа һата ала. Мал һуйыуҙың бындай сылбырлы мәшәҡәттәре, һис шикһеҙ, ауыл кешеһенән байтаҡ сығым талап итәсәк.
Йорт хужаһына мал тотоуҙан файҙа булырмы? Кемгәлер тиҙерәк итте һуйыу талап ителһә йәки малы ҡазаланһа, йә булмаһа, сирләһә, эште йәһәтләү өсөн шул уҡ ветеринарға йәки мал һуйыусыға тағы аҡса төртөү зарурлығы килеп тыуасаҡ. Меҫкен ауыл халҡы йәнә кемделер байытасаҡ. Ҡайҙа бында ғәҙеллек, ҡайҙа бында ауыл халҡының киләсәген ҡайғыртыусы саралар? Итте һаҡлау өсөн һыуытҡыстар кәрәклеге хаҡында ла онотмайыҡ, уныһы ла, һис һүҙһеҙ, тү­ләүле буласаҡ.
Мал иҫәбенә генә йәшәүсе ауыл ке­шеһе йәнә оло һынау алдында тороп ҡалды. Уларға кем ярҙам итер? “Аҡыллы баштар”ҙың бер туҡтауһыҙ ауыл кешеһен аяҡтан йығырлыҡ ҡарарҙары ҡасан туҡталыр ҙа, ниһайәт, уларҙы яҡлай торғандары донъя күрер? Тағы ла бер хәҡиҡәтте онотмаһаҡ ине: ҡала халҡын ауыл йәшәтә. Мал тотоуҙан файҙа булмаһа, ул сағында кем отор ҙа, кем отолор...




Вернуться назад