Сатлама һыуыҡта сыныҡҡан мөхәббәт02.08.2014
Сатлама һыуыҡта сыныҡҡан мөхәббәт
Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ бит ул был тормош. Ғаилә ҡороу, йәшәйеш тураһында уйым. Берәүҙәр һөйгән йәрен әллә ҡайҙан барып таба. Икенселәр иһә, урау-урау юлдар үтеп, йәнкиҫәген тыуған ерендә осрата ла сәстәрен сәскә бәйләй. Әлиә менән Азат та, бәлки, һуңғылар рәтенә инәлер. Бәлки, тип әйтеүем шунан: класташтар ғына булһалар ҙа, урау юлдарҙы үтеп, мөхәббәт осҡонон тик һуңынан ғына ялҡын итеп балҡыталар. Мәктәпте тамамлағас, Әлиә физика-математика йүнәлешен һайлай, Азат агрономлыҡҡа уҡырға китә. Юғары белем алып ҡайтҡас, йәш йөрәктәр яңынан “таныша”.


— 1978 йылда ҡаты һы­уыҡтар булды, ана шул һалҡында — 50 градуста — беҙ өйлә­неш­тек, — тип, хәтер йом­ғағын һүтә Әлиә апай.
Партия заманында ҡайҙа ҡушалар, шунда эшкә юл­ланаһың. Йәш белгес Әхә­товты “Восток” колхозына ебәрә­ләр. Унда инде тырыш егетте баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Ә бына Әлиә­гә ҡыш көнө — уҡыу йылы уртаһында — мәктәптә эш булмай. Шуға ла балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып урынлаша.
Энә ҡайҙа — ебе шунда, ти бит беҙҙең халыҡ. Ирен ҡайҙа тәғәйенләйҙәр, Әлиә лә шул урында эш башлай. Хатта балалар баҡсаһы бул­маған Таныпта үҙе хәстәр­ләп астыра. Әйтеүе генә анһат, документ юллауы ғына ни тора!
Азат Ғиниәт улы “Вос­ток”та биш йыл баш агроном булып эшләй. Кешенең һә­лә­те әллә ҡайҙан күренә бит ул — Таҙлар ауыл Советын етәкләргә тәҡдим итәләр. Ике саҡырылыштан һуң инде арттараҡ ҡалған “Та­нып” колхозына рәйес итеп ебәрәләр.
– Был хужалыҡта төп эшем төҙөлөш алып барыу булды, — ти Азат Ғиниәт улы. — Комбайндар алдыҡ, бар техниканы яңырттыҡ, фермалар төҙөнөк. Өр-яңы мәктәп һалдыҡ, спорт зал­дары, ашханалары менән. Һигеҙ генә йыллыҡ ине, төрлө юлдар аша урта белем биреү уса­ғына әй­ләндерҙек. Балалар сығып китмәһен, йәштәр ауылда ҡалһын, тинек. Сә­йеткөрйә ауылы үҙгәреп китте, йәнлелек шунда уҡ һиҙелде. Шул хужалыҡта ун өс йылдан артыҡ ғүмер — йәшлек уҙған да киткән икән...
Эш баҫҡыстарының һәр береһен һанап тороу кәрәк­мәйҙер, тырыш, инициативалы ойоштороусы Әхә­­­­тов­тың бөгөн тиҫтә йыл район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы йөгөн тартыуын әйтеү ҙә етә.
Ир өсөн дә, ҡатын өсөн дә иң мөһиме — ғаилә. Әхә­товтар был йәһәттән бәхет­ле: улдары Руслан Розалия исемле һылыуҙы тупһа аша атлата — үҙҙәре Салауат, Азамат, Урал исемле улдар үҫтерә; ҡыҙҙары Лилиә кейәүе Рөс­тәм менән Азалия һәм Амалия исемле игеҙәктәренә һөйөнөп бөтә алмай. Һоҡ­ланғыс ғаиләләр күп беҙҙә. Ә Әхәтовтар — шуларҙың береһе. Гөлләмә бит төрлө сәскәләрҙән торһа ғына матур...





Вернуться назад