Диализ үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды02.08.2014
Өфөлә уҡытыу-методик диализ үҙәге төҙөлә башланы. Яңы объектҡа нигеҙ ташын һалыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Германияның Екатеринбургтағы генераль консулы Андреас Классен, республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Александр Афанасьев һәм Fresenius Medical Care компанияһы вәкилдәре ҡатнашты.

— Бөгөн халыҡтың йәшәү һәм һаулыҡ сифаты — республика етәкселеге тарафынан билдәләнгән өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Диализ ярҙамы төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Әле республикала 20 диализ үҙәге бар. Шуларҙың 11-е дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында эшләй. Үҙәктә 753 кеше дауалана. Был һандың ҙурыраҡ булырға тейешлеген аңлайбыҙ, әлбиттә.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, яңы үҙәк төҙөү мөмкинлеге Башҡор­тостандағы уңайлы инвестиция шарттары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Өс мең квадрат метрлыҡ майҙанды биләгән гемодиализ үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Медицина учреждениеһында 40 “яһалма бөйөр” аппаратын ҡуйыу ҡарала. Улар төбәктә ошондай терапияға ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
— Бындай үҙәк ҡалаға бик кәрәк, — тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Пациенттарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса йәмәғәт советы ағзаһы Юрий Кандалов. — Хәҙер беҙ табиптарға урында белем бирәсәкбеҙ. Әлегәсә белгестәр Мәскәүгә, Санкт-Петербургка барып уҡый ине. Яңы үҙәк был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә тейеш.
Объект баш ҡаланың Шәфиев һәм Зорге урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ. Сирлеләргә гемодиализ ярҙамы күрһәтеү буйынса бишенсе үҙәк 2016 йылдың мартында сафҡа индереләсәк.



Вернуться назад