Бәлә-ҡаза һорап килмәй02.08.2014
Бәлә-ҡаза һорап килмәй
Был төн башҡаларынан әллә ни айырылмай. Бары көнө буйы ҡыҙҙырғандан һуң, ниһайәт, күптән көтөлгән ямғыр яуыуы эҫенән йонсоған ауылды һиллеккә сорнаны. Һәр кем көндәлек мәшәҡәттәрен барлап, утын һүндерҙе. Иҫәнғол ауылындағы Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһендә лә йоҡоға талалар…

Таң һыҙылыуға Василина нин­дәйҙер тауышҡа тертләп уянып китә. Йоҡоһонан уяныр-уянмаҫ ҡыҙ өй эсенә әсе төтөн таралыуын һиҙә. “Янғын!” – 15 йәшлек Васи­линаға оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт булмай: һәр секунд, һәр минут ҡәҙерле икәнен аңлаған ҡыҙ әсә­һен, кескәй туғандарын уята. Лариса янғын хеҙмәтен саҡырырға уйлап, ҡулына телефон ала, әммә уның сымы янып өҙөлгән була. Әлдә кеҫә телефоны янында. Шылтыратып хәбәр итә. Ул арала Василина тәҙрәне тибеп вата ла 11 йәшлек Регина һәм 6 йәшлек Элина һеңлеләренә тышҡа сығыр­ға ярҙамлаша. Кескәй Ярославты ҡулына алып, әсәһенә лә тәҙрә аша сығырға булыша. Был ваҡыт­та өйҙөң икенсе яғындағы ағаһы Рөстәм, еңгәһе Ирина һәм уларҙың бәләкәс ҡыҙҙары ла тәҙрә ярып, ялҡын ҡамауынан сығалар. Өлә­сәй­ҙәренең генә бүлмәһенән сы­ғып, ҡапыл ғына “документтар” тип кире йүгереп инеп китеүе балалары менән мәңгелеккә хушлашыуы була.
Беҙ Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһе менән осрашҡанда, Лариса менән Иринаның ҡулдарындағы сабый­ҙар йоҡлай ине. Әлегә улар, хатта Регина менән Элина ла, ниндәй бәләгә тарығандарын аңлап етмәй. Ә бына яҡындарының ғүмерен һаҡ­лап ҡалған Василинаның күҙ­ҙәре моңһоу, ҡарашы уйсан. Ҡыҙ­ҙың нисек итеп юғалып ҡалмай, һәр секундтың ҡәҙерен белеп, иң башта һеңлеләрен, унан әсәһен сығарып, шунан ғына үҙе сығырға ҡарар ҡылыуын һораным. “Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡтым, – тине Василина. – Башҡа бер нимә тураһында ла уйламаным шикелле, әммә туғандарымдан яҙыу ҡурҡынысы янауын яҡшы аңланым.”
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ысынлап та, күҙ асып йомған арала ике ғаилә бер ҡат кейем менән тороп ҡала. Ер йөҙөндә изге күңелле кешеләр күп. Бының шулай икәнлегенә бәләгә тарыусылар инанған да инде. Янғын ваҡытында күрше-тирә яр­ҙам­ға йүгереп килһә, әле, йортһоҙ ҡалғас, яҡын дуҫтары йәшәп торорға үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Таныштар ҙа, таныш булмағандар ҙа кейем-һалым, аҡсалата ярҙам күрһәткән, Василина менән ағаһы Рөстәмде иҫәпкә алмағанда, ба­рыһы ла кейем-һалым менән тәьмин ителгән. Ә бына күкрәк һөтөн алыштырған аҙыҡ (NESTOGEN) менән туҡланыусы кес­кәй Ярославҡа ҡатнашма бик кәрәк.
Иртәгәһен нимә көтөүен берәү ҙә белмәй, күп аҡса ла, дан-шөһрәт тә, вазифа ла бәлә-ҡазанан ҡурса­лап ҡалмай. Шуны иҫебеҙҙән сы­ғар­май, бәләгә тарыған ғаиләгә, береһенән-береһе бәләкәй бала­ларға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.


Вернуться назад