Тарихсының өй тарихы02.08.2014
Тарихсының өй тарихы
Клара апай менән Әнүәр ағайҙың яҙма дәфтәрҙәрен, блокноттарын ҡарайбыҙ. Береһенең башына ул: “Алтын алма, доға, рәхмәт ал!” тип яҙып ҡуйған. Һүҙем атаҡлы ғалим, иҫ киткес нескә күңелле шәхес, тәбиғәттән бирелгән мәртәбәһен, зыялылығын ғүмер буйына һаҡлап ҡала алған данлыҡлы замандашыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндиәров һәм уның ҡатыны, көндәлек һәр эшендә ярҙам ҡулы һуҙыусы, ышаныслы тормош юлдашы Клара апай хаҡында булыр. Эйе, эйе, әлегә тиклем дә тарихсы тураһында яҙыуға йыш мөрәжәғәт иттем, ул минең өсөн онотолмай торған кешеләрҙең береһе булып хәтерҙә ҡалды инде. Ауырып ятып, һуңғы юлға оҙатырға ла бара алмағас, күңелдә ул һаман да тере кеүек. Ҡытай фәйләсүфтәре әйтмешләй, әгәр кеше хаҡында хәтер йәшәй икән, тимәк, ул тере. Ә халҡыбыҙ менән бергә Әнүәр ағайҙың исеме лә мәңге йәшәйәсәгендә һис кенә лә шик юҡ. Башҡорт ауылдары тарихын яҙған шәхестең исеме Урал ҡаяларына яҙылып ҡуйылғандай! Юҡҡа ғына ғалим Раил Кузеев: “Үҙенең башҡорт ауылдары тарихы китаптары менән Әнүәр Закир улы үҙенә һәйкәл ҡуйҙы!” – тимәгән.


Быйыл йыл башында хушлашты йәмәғәтсе­лек Әнүәр ағай менән. Ә февраль айында улар­ҙың Клара апай менән бергә донъя ҡо­роу­ҙарына теүәл 50 йыл тулған. Алтын туйға барып етеү һәр кемдең бәхетенә төшкән өлөш түгеллеген һәр беребеҙ аңлай. Бөгөн күптәр Ә. Әсфәндиәровтың тотош институттар баш­ҡарыр эште бер үҙе атҡарып сыҡҡаны хаҡында һөйләй. Анау хәтлем ҙур эштәрҙе йырып сығырға уға ҡатыны, тарих фәндәре кандидаты Клара Миһран ҡыҙы ла ҙур ярҙам күрһәткәндер. Бергә егелеп тартҡан улар тарих йөгөн.
Редакцияларҙа эш барышында төрлө хәлдәр ҙә була торғайны. 2000 йылдар башында “Йәшлек” гәзитендә шағирыбыҙ Шәйехзада Ба­бич­тың шәжәрәһен Әнүәр ағай ярҙа­мында төҙөү менән янып киттек. Ту­ғандары, нәҫел-нәсәптәре лә булыш­лыҡ итте был эштә. Төрлө һорауҙар килеп сығып, Әнүәр ағайҙың өйөнә шылтыратам, әммә ул һәр ваҡыттағыса өйҙә юҡ, йә эштә, йә тышта. Шунан үҙемсә тойомлап, Клара апайға үпкәмде бел­дерәм, апай, гәзиттә мәҡәлә сығып бара, тап инде Әнүәр ағайҙы, тиһәм, биш минуттан табыла торғайны ағайым. Әнүәр ағай менән шулай ихлас аралашып, һәр саҡ кәңәшен, ярҙамын тойоп ижади эшләй алыуыма Хоҙай Тәғәләгә бик рәхмәтлемен. Ә тарихи материалдарҙа хата, хилафлыҡ китергә тейеш түгел, икеләнгән һорауҙар килеп тыуһа, Әнүәр ағайҙың ярҙамы­нан тыш бер нисек тә мәҡәлә сығарып булмай. Клара апайҙың тарихсы иренең һәр минутын ҡәҙер­ләп, әйләнгән һайын телефонға саҡыр­мауын да хәҙер аңлайым мин. Ғүмер буйы ана шулай бер секундын да сарыф итмәй, халыҡҡа хеҙмәт иткән бит улар! “Ял йорттарына барһаҡ та, эш буйынса сәфәргә сыҡһам да, фәнни хеҙмәттәрҙе машинкала баҫам, шунһыҙ үҙемде тулы ҡанлы итеп йәшәгән кеүек тоймай инем”, – тип хәтерләй Клара апай. Бындай фиҙакәр­лек, ҡанға һеңгән эшкә тоғролоҡ уларҙы бер бөтөн иткән, күрәһең. “История башкирских сел Пермской и Свердловской областей”, “История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей Российской Федерации” китаптарын да улар, ауылдар тарихын өйрәнеп, икәүләшеп яҙған.
Әнүәр ағайҙың тормошондағы ҡыҙыҡлы бер ваҡиғаны мин Клара апай аша белдем. Был хаҡта яҙһам, барса халыҡ таң ҡалыр төҫлө. Булмаҫ, тиерҙәр. Ә бына була икән шул. Тотош ауылдар, нәҫелдәр, райондар, өлкәләр тарихын яҙған Әнүәр ағайыбыҙ ғүмере буйы атаһын эҙләгән. Был хаҡта ишетеп белә инем, әммә тапҡандыр, тип уйлағанмын, күрәһең. Минән дә атайым хаҡында һорашҡас, икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙҙы күргәнебеҙ юҡлығы асыҡланды, һәм шул саҡта ул да күңел йөгөн бер аҙ бушатҡайны.
1912 йылда Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған Закир Әлмөхәмәт улы хаҡында мәғлүмәттәр эҙләп, ул ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән, әммә һөҙөмтәһеҙ булған оҙайлы йылдар, һыҙланыуҙар. Бер ҡараһаң, ғәжәпләнерһең дә шул: атаҡлы ғалим нисек инде атаһын таба алмаһын, үҙе бит әллә күпме юғалған ауылдарҙы тергеҙҙе!? Һуғышта юғалған атаһын 60 йыл эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, Әнүәр ағай, эҙәрмәнлек менән шөғөлләнеүсе Римма Нурый ҡыҙы Буранбаеваға мөрәжәғәт итә. Кем белә, бәлки, улар ярҙам итер! 400-ләп кешегә ту­ғандарын табырға ярҙамлашҡан ҡатынды был юлы ла һиҙемләүе алдамай: Әсфәндиәров Закир Әлмөхәмәт улының исем-шәрифендә берәй хәреф алышынманымы икән тип, ул төрлөсә исемен, фамилияһын үҙгәртеп эҙләп ҡарай... һәм таба!!! Бына бит ул үҙ эшеңдең фанаты булыу нимәгә килтерә! Баҡтиһәң, Әнүәр ағай­ҙың атаһының фамилияһы Әсмәндиәров икән. Улы балалар йорттарында йәшәү һөҙөм­тәһендә үҙенең фамилияһында бер хәреф алышыныуын күҙ алдына ла килтермәгән, һәм атаһын үҙ фамилияһы буйынса эҙләгән икән! Их, ҡайҙан ғына белһен инде тарихсы-ғалим атаһының ҡаты яраларҙан һуң Өфөгә оҙаты­лып, 1943 йылда баш ҡала госпиталендә донъя ҡуйғанын! Бына ошондай мәғлүмәттәр бирә уларға Римма Нурый ҡыҙы. Рәхмәт яуһын уға!
Кавалерист, сержант Закир Әсмәндиәров Өфөлә, Сергиев зыяратында ерләнгән. Был хаҡта баш ҡаланың Киров районы хәрби комиссариатында документтар ҙа табыла. «Мәғлү­мәт­тәр табылғас, Әнүәр ағай менән төн буйына илап сыҡтыҡ”, — ти Клара Миһран ҡыҙы, хә­тирәләргә бирелеп. Үкенескә ҡаршы, зыярат­тағы обелискта Закир Әсмәндиәровтың исем-шәрифе булмай сыға. Өфө ҡалаһы хаки­миәтенә хат яҙа Әнүәр ағай, әммә таҡтаташҡа атаһының исеме яҙылғанын күрергә насип булмай уға. Уның васыятын, ниәтләгән эшен Клара апай дауам итеп, еренә еткереүгә өлгәшә.
Быйыл апрелдә Клара апай хакимиәт ярҙамы менән был эште тамамлап ҡуя. Афарин Әнүәр ағайҙың изге һүҙенә тоғро ҡалған ҡатынға! Ҡайны­һының, Ватан һуғышы яугиренең алдында ла мөҡәддәс бурысын атҡарған бит ул Клара апай. Әйткәндәй, уның канди­датлыҡ диссер­тацияһы ла тап Бөйөк Ватан һуғышына бағыш­ланған!
Бөгөн Клара апай Әнүәр ағайҙың архивтарын тәртипкә килтереү, яҙмала­рын ҡайтанан ҡарап сығыу менән мәшғүл. Тыуған ауылындағы музейҙа Әнүәр ағайға арналған бүлмә асмаҡ­сылар, ана шунда – донъяға ҙур тарихсыны биргән төбәккә – эш бүлмәһе әйберҙәрен, кейемдәрен, яҙмаларын, келәмен тапшырырға әҙерләгән. Ураҙа ғәйете алдынан Сыңғыҙға барып, Ҡөрьән аяттары уҡытып, тыуған яғында яҡташтары менән бергә иҫкә алып ҡайтты ул Әнүәр Закир улын.
Бергә йәшәгән йылдарын иҫенә төшөрөп, балауыҙ һығып та ала Клара апай, рухташы, йән дуҫы, һөйөклө Әнүәр Закир улы юҡ шул янында... Ул хәтирәләргә бирелеп, Мәскәүҙә диссертация яҡлаған мәлдәрен, бергә һәр театр­ға, һәр концертҡа, музейға йөрөгән саҡт­а­рын иҫенә төшөрөп, берсә ҡыуанып, берсә һағышланып ала. Үкенерлек түгел үткәндәр, тигән­дәй, яҡты һағыш биләй уның күңелен. Ниндәй олуғ хеҙмәттә үткән хозур ғүмер кисер­гән бит улар!
Ошо көндәрҙә Клара Миһран ҡыҙы Әсфән­диә­рованың 75 йәшлек юбилейы. Алтын туй­ҙарына барып етеп, ҡалған миҙгел­дәрен Әнү­әр ағай менән бергә ҡорған тарих донъя­һында китаптар менән бергә оҙата ул. Клара апай элеккесә фатирға килеп инеү менән, Әнүәр, мин ҡайттым, тип ҡабатлар, берәү ҙә өндәшмәҫ, әммә рухы менән ғүмер юлдашының күңел йылыһын тойор. Шулай булһын! Һәр хәлдә, шундай теләктә ҡалам!..


Вернуться назад