БУЛАТТАЙ НЫҠ шәхес БУЛДЫ01.08.2014
БУЛАТТАЙ НЫҠ шәхес БУЛДЫ
2 августа Булат Рафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы яҙыусының тыуған төйәгендә ҙур саралар үтә. Әҙиптең йортонда иҫтәлекле таҡтаташ асыу, шулай уҡ уның исемендәге премия тапшырыу ҡаралған. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.


Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эш­мәкәре, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Булат Заһретдин улы Рафиҡов Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылында тыуған.
Университетты тамамлағас, үҙе белем алған Юлдаш урта мәк­тәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә «Ленинсы» гәзите редакция­һына саҡырып алалар. Бында ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға тиклем эшләй. Артабан «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналдары редакцияларында журналистика эшен дауам итә. 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының секретары итеп тә­ғәйен­ләнә. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәр­рире була.
Булат Заһретдин улы үҙ иңендә бик күп йәмәғәт эшен алып барҙы. Шуларҙың береһе – ырыуҙар хәрә­кәте башлығы, башҡорт ырыуҙары­ның ҡор башы. Уның айыҡ аҡылы, алдан күреү һәләте, тормош ағы­шын тәрәндән тойоуы дөрөҫ юлдан барырға мөмкинлек бирҙе. Ул киң күңелле, кеселекле, кешелекле булды, халҡым, илем, тип үҙ-үҙен аямай намыҫлы хеҙмәт итте.
Булат Рафиҡов тыуған ауылын, районын, тотош Башҡортостанды, туған телен, халҡын яратты. Был уның бай әҙәби мираҫында ғына түгел, ә һәр сығышында, һүҙдендә сағылды. Башҡорт булыуы менән ғорурланды Булат Заһретдин улы. Йыр-моңобоҙҙо, бй тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген иҫкәртеп торҙо. Яҡшы эш менән генә үҙеңде һәм хал­ҡың­ды күтәреү мөмкинлеген билдә­ләне. Үҙе лә бик күп изге эш ҡыл­ғанға, халҡы уны ныҡ яратты: Мә­ләүез районының Корнеевка мәк­тәбе күренекле шәхестең исе­мен йөрөтә, алдында яҙыу­сының бюсы тора, Булат Рафиҡов исе­мендәге премия ла булдырылған.
Данлы әҙиптең “Тауҙарҙа ҡар иртә ята”, ”Ғәжәбстан”, ”Сал ҡыл­ған”, “Ҡараһаҡал”, “Ахырызаман көт­кәндә” һәм башҡа китаптары араһында, үҙе мәрхүм булғас, ҡа­ты­ны баҫтырып сығарған “Юғалтмағыҙ мине” исемлеһе бар. Юғалтманыҡ, тик юҡһынабыҙ ғына һеҙҙе, баш­ҡорттоң арҙаҡлы улы!




Вернуться назад