кандидаттар килемен күрһәтә01.08.2014
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Президенты вазифаһына теркәлгән кандидаттарҙың килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Илдар Бикбаев 2013 йылда бер миллион 533 мең 964,92 һум эшләгән. Уның күсемһеҙ милке һәм транспорты юҡ.
Юнир Ҡотлоғужиндың 2013 йылғы килеме ике миллион 815 мең 872,39 һум тәшкил иткән. Президент вазифаһына дәғүә итеүселәрҙән уның ғына шәхси транспорты бар. Күсемһеҙ милек исемлегендә иһә Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе комитеты секретары майҙаны 1417 квадрат метр тәшкил иткән ер участкаһын, 114,2 квадрат метр майҙанлы йортто (төҙөлөп бөтмәгән) күрһәткән.
Рөстәм Хәмитов 2013 йылда алты миллион 28 мең 165,83 һум эшләгән. Кандидаттың дөйөм майҙаны 5449 квадрат метр тәшкил иткән ике ер участкаһы һәм 25,7 квадрат метр майҙанлы йорто бар.
Иван Сухаревтың 2013 йыл өсөн килеме – һигеҙ миллион 674 мең 649,94 һум. ЛДПР вәкиленең майҙаны 1500 квадрат метрлыҡ ер участкаһы бар.
Әлеге мәғлүмәт менән һайлау процесында ҡатнашҡан һәр кем таныша ала.



Вернуться назад