Башҡортостандан 12 кеше Федерация Советы ағзаһы вазифаһына дәғүәселәр исемлегенә инде. Федераль Йыйылыштың Юғары палатаһында Башҡортостандан ике – Дәүләт Йыйылышынан һәм республика Президентынан берәр – сенатор эшләй. Әлеге ваҡытта был вазифаларҙы Рафаил Зиннуров менән Анатолий Бондарук биләй. Һуңғыһының вәкәләттәре 2014 йылдың сентябрендә ғәмәлдән сыға. Был урынға Президентлыҡҡа кандидаттар тарафынан исемлеккә индерелгән вәкилдәр дәғүә итә ала. Теркәлгән дүрт кандидаттың һәр береһе өсәр кеше тәҡдим итте.
Рөстәм Хәмитов Федерация Советы ағзаһына вәкәләттәр биреү өсөн республика Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрованың, Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Вадим Соколовтың һәм Октябрьский ҡалаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) советы рәйесе Юрий Корольковтың кандидатураларын исемлеккә индерҙе.
Иван Сухарев сенатор вәкәләттәрен Дәүләт Думаһындағы ЛДПР фракцияһы етәксеһенең ярҙамсыһы Вячеслав Рябовҡа, “Госстрой-Менеджмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идара рәйесе Герман Труновҡа һәм “Люкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Динуровҡа бирергә тәҡдим итте.
Илдар Бикбаев та Үҙәк һайлау комиссияһына үҙ исемлеген бирҙе. Унда “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов, “Экохимтех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Лариса Человенко һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы пенсионеры Сергей Яременко инде.
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан кандидат Юнир Ҡотлоғужин иһә Федерация Советына “АФД Кемикалс Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әмир Рәмовты, Башҡортостандың Адвокаттар коллегияһы ағзаһы Анатолий Дончукты һәм “Динамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Колесниковты тәҡдим итте.