Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау алды агитацияһы үткәреү өсөн түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрҙе.
Президент вазифаһына кандидат булып теркәлгәндәргә Башҡортостан халҡын мәғлүмәт менән тәьмин иткән “БСТ”, “Россия-1”, “Россия-24” телеканалдарында, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Радио России” радиоканалдарында түләүһеҙ эфир ваҡыты, “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Молодежная газета”, “Өмет”, “Истоки”, “Урал сасси”, “Чолман”, “Ошмес” гәзиттәрендә бушлай баҫма майҙан бирелә. Был киң мәғлүмәт саралары барлыҡ республикаға тарала, тимәк, кандидаттар үҙ программаһын төбәктең һәр кешеһенә еткерә ала.
Сара башланыр алдынан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова ҡатнашыусыларҙы түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан бүлеү шарттары, йәрәбә үткәреү тәртибе менән таныштырҙы.
Йәрәбә үткәреүҙә Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарҙың финанс мәсьәләләре буйынса вәкилдәре һәм ышаныслы кешеләре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Шул уҡ көндө территориаль һайлау комиссиялары түләүһеҙ баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбәләрҙе дәүләткә ҡараған төбәк матбуғат баҫмалары (ҡала һәм район гәзиттәре) редакцияларында ла үткәрҙе.