Урал батырҙың билбауы кемгә ярар,01.08.2014
Урал батырҙың билбауы  кемгә ярар,
Башҡортостандың гүзәллеген шағир, яҙыусылар әҫәрҙәрендә данлай, рәссамдар һүрәттәрҙә һынландыра, композиторҙар йырҙарға һалып мәңгеләштерә. Һис шикһеҙ, республикабыҙ — ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыларына, тарихи-мәҙәни урындарға бай төбәк, шуға ла беҙҙең тарафҡа туристар ағымы артҡандан-арта. Башҡортостанға килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу мәсьәләһенең йылдан-йыл мөһимерәк була барыуы ла тыуған төйәгебеҙгә иғтибарҙың ҙурлығына бәйле.
Урал батырҙың билбауы  кемгә ярар,Туристарҙы ылыҡтырыуҙың ни тиклем файҙалы икәнлегенә етәкселегебеҙ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, алдараҡ төшөнә алды һәм 1997 йылда уҡ Башҡортостан Республикаһында Туристик эшмәкәрлек тураһында закон ҡабул итте. Был документ туризм индустрияһын үҫтереү, сәйәхәт итеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың хәүефһеҙлеге кимәлен күтәреү, тәбиғи, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, туризм объекттарында яңы эш урындары булдырыу, килемде арттырыу һәм башҡа мөһим йүнәлештәрҙең хоҡуҡи нигеҙен билдәләй. Закон туризмдың үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ һалды, бөгөн тап уның емештәрен татыйбыҙ тип әйтергә була.
Башҡортостанда туризмдың айырым төрҙәре яҡшы үҫешкән. Мәҫәлән, социаль туризмды алайыҡ. Әлеге мөмкинлектән файҙаланып, сит тарафтарҙа йыл һайын меңләгән кеше ял итеп ҡайта. Оло йәштәгеләрҙең күпселеге үҙебеҙҙең шифаханаларға өҫтөнлөк бирә, йылы яҡтарға юлланыусылар ҙа күп. Шуны билдәләргә кәрәк: республиканың шифахана һәм курорттарында йылына яҡынса 250 мең кеше ял итеп ҡайта, ҡайһы берҙәренә хатта сират барлыҡҡа килә. Республикалағы туроператорҙарҙың күбеһенең эске туризм менән генә шөғөлләнеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Һуңғы бер нисә йылда туризм тармағының үҫеше яңы һулыш алды. “2011 — 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү” программаһының ҡабул ителеүе тармаҡ алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Уның ярҙамында инвесторҙарҙы йәлеп итеү, федераль ҡаҙнанан аҡса юллау еңелләшәсәк.
Башҡортостандың туризм өлкәһендәге абруйын арттырыу өсөн күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә йыш сығыш яһайҙар. Байтаҡ фильм һәм тапшырыу төшөрөлдө, федераль һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге киң мәғлүмәт сараларында ла туризм өлкәһе киң яҡтыртыла. Иҡтисадтың яңы һулыш алып үҫешә башлаған тармаҡтарының береһе ул бөгөн туризм. Шуға ла Башҡортостан Хөкүмәте был эшмәкәрлеккә бизнесты йәлеп итеүҙе уны артабан үҫтереүҙең төп ысулы тип һанай. Туризмға бәйле программаларҙы финанслау һуңғы ике йылда байтаҡҡа артты.
Хәҙер Рәсәй төбәктәре туристар өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып барырға өйрәнә: тармаҡтың үҫешенә тос өлөш индерерҙәй инвесторҙар эҙләй, милли мәҙәниәтен һәм тарихи ҡомартҡыларын тергеҙә, күмәк халыҡты йәлеп итерҙәй ҡоролмалар төҙөй... Ошондай көнәркәшлек шарттарында һыр бирмәҫлек ҡеүәте бармы Башҡортостандың? Туризм беҙҙә ниндәй йүнәлештә айырыуса үҫешә? Ғөмүмән, Башҡортостан киләсәктә сәйәхәт мәккәһенә әүерелерме? Ошо һорауҙарға бергәләп яуап эҙләү маҡсатында “түңәрәк өҫтәл” янында үтәсәк һөйләшеүгә Башҡортостандың Туристик индустрия союзы рәйесе урынбаҫары, “Урал батыр” милли туроператоры етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кинйә Күскилдинды, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт объекттары һәм биотөрлөлөк бүлеге начальнигы Эльвира Маркс ҡыҙы Ҡорбанаеваны һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркы директоры Римма Талха ҡыҙы Ғәлиеваны саҡырҙыҡ.

Урал батырҙың билбауы  кемгә ярар,Нияз Сәлимов: “Башҡортостан” гәзите редакцияһында көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү матур йолаға әүерелгән. Беҙҙә даими рәүештә “тура бәй­ләнеш”тәр, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткә­релеп тора. Бынан тыш, гәзит биттәрендә экология темаһына ла ҙур иғтибар бүләбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүҙе иһә Баш­ҡортостанда туризм­дың үҫешенә арнарға булдыҡ. Йәй – отпускылар мәле, халыҡ дәррәү ял итә. Ситкә сыҡмайынса ла, үҙебеҙҙең республикала матур ял итер өсөн тәбиғәттең иҫ киткес гүзәл урындары бар. Әммә иҡтисадтың үҫешен тәьмин итерлек тармаҡтарҙың береһендә – туристик индустрияла, беҙҙеңсә, етешһеҙ­лектәр ҙә етерлек. Шулар тураһында ла һөйләшеп алайыҡ әле.
Кинйә Күскилдин: Бөгөн – туризм индустрияһының яңы үҫеш баҫҡысына күтәрелгән мәле. Уңыштар ҙа етерлек, көйөнөстәр ҙә бар. Һуңғы бер йылда ғына ла туризм тармағын форма­лаштырыуҙа шаҡтай ҙур үҙгәрештәр күҙәтелде. Иң мөһиме — “2012 — 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһын­да эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү” программаһы ҡабул ителде. Был документ тармаҡты үҫтереү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы, инвесторҙар менән эшләү һәм федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү өсөн нигеҙ булдырҙы.
Былтыр Башҡортостандың Туризм буйынса агентлығы тырышлығы һөҙөмтә­һендә был өлкәгә беренсе тапҡыр ҙур күләмдә транш бирелде. Мораҡ ауылы эргәһендәге “Аҡбуҙат” туристик базаһына – 20 миллион һум, Салауат районына “Салауат эҙҙәре буйлап” маршрутын үҫ­тереүгә 2 миллион һум аҡса бүленде. Ғөмүмән, Башҡортостан – туризм өсөн ҡулайлы төбәк. Беҙҙә тәбиғәт бик матур. Тәү сиратта беҙҙең үҙенсәлек – башҡорт халҡы. Урал тауҙарына һыйынып, милли һыҙаттарын һаҡлап ҡалған ҡәүемдең көнитмешен, йолаларын, фольклорын башҡа халыҡтарға күрһәтергә ине. Шуға ла беҙгә иң тәүҙә этнотуризм тураһында уйланырға кәрәк. Башҡорт халҡының тарихы, үткән юлы, билдәле шәхестәре... Һуңынан ғына тәбиғәте тураһында һөйләргә тейешбеҙ.
Туризм өлкәһендә нисәмә йыл эшләп, шуны әйтә алам: был мул килем ала торған өлкә түгел. Һалынған аҡса ни бары 7 – 8 йылдан ғына үҙен аҡлаясаҡ. Шуға ла бай инвесторҙарҙың туризмға аҡса һа­лырға ашыҡмауын аңлайым. Бөтә донъя тәж­рибәһенә ҡарағанда, хөкүмәт кенә туризмға кире ҡайтарып алырҙай финанс ярҙамы бүлә. Был система Рәсәйҙә эшләй башланы, ләкин ике йыл рәттән федераль ҡаҙнанан тәҡдим ителгән аҡсаны алырға “теләмәйбеҙ”. Ошо арауыҡ эсендә 70 миллион һум тәғәйенләнгәйне. Ул ярҙамдан ҡолаҡ ҡағыуыбыҙҙың сәбәбе – ваҡытында документтар юлламау.
Ауылдарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәргә шуны кәңәш итер инем: шәхси хужалыҡ алып барыу һылтауы менән мөмкин тиклем күберәк ерҙе ҡуртымға алып ҡуйыу әлеге мәлдә бик отошло булыр ине. Ул – киләсәккә ышаныс менән ҡарау өсөн нигеҙ. Ата-бабабыҙ борондан мал үрсе­теү, умар­тасылыҡ менән шөғөл­ләнгән. Әле лә был – килемле эш.
Быйыл “Урал батырҙың алтын билбауы” тигән туристик маршрут булдырып, ситтән килгән туристарҙы Башҡортостан менән таныштырыу эшен башлап ебәрҙек. Әле һәр туроператор үҙ ҡаҙанында ҡай­най, ә республика менән таныштырыусы маршрут юҡ. Өфө, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр аша һу­ҙылған, Ирәмәл паркына ла инеп сығыу ҡаралған был юл беҙҙең милли маршрут булырға тейеш. Шуны билдәләп үткем килә: Ирәмәл тауы хаҡһыҙ рәүештә онотолоп килә, беҙҙең иғтибар башлыса Шүлгәнташҡа йүнәлтелгән. Юл булмау сәбәпле, Ирәмәлде урап үтәләр.
Римма Ғәлиева: Был, ысынлап та, шулай. Шүлгәнташ – “Урал батыр” эпо­сының икенсе яғы, кире образдың һуңғы төйәге. Ә бына ыңғай персонаж менән бәйле урындарға, Иҙел башына иғтибар аҙ. Миңә ҡалһа, һәр башланғыстың нигеҙендә ниндәйҙер рухи мираҫ һәм идея ятырға тейеш. Туризм әлегә ниңә бер урында тапана? Сөнки идея юҡ. Рух һәм концепция булырға тейеш. Туристарҙы тәмле ашатырға, уңайлы ергә һалып йоҡлатырға мөмкин, ләкин был ялдан рухи көс алмаһа, улар был ергә башҡа бармаясаҡ. Мин үҙем Ирәмәлгә килгән кешеләргә экскурсия үткәрәм. Кеше бер аҙ ваҡыттан һуң нимә ашағанын да, уңайлыҡтар тураһында ла онота, ә бына ошо ялдан алған тәьҫораттар уның күңелендә оҙаҡ йылдар буйы һаҡлана. Уңыштың 80 проценты кешенең алған мәғлүмәте күләменә бәйле. Шуға ла бергәләшеп концепция төҙөп, уны тормошҡа ашыра башламаһаҡ, мәҫәлдәге суртан, ҡыҫала һәм аҡҡош кеүек һәр ҡайһыбыҙ үҙ яғына ҡайырасаҡ.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркында “Урал батыр” эпосы буйынса тематик туҡта­лыштар эшләй башланыҡ. Шуларҙың тәүгеһе – Иҙел башы. Ағиҙел йылғаһының инешенә былтыр ҡылысҡа һәйкәл ҡуйҙыҡ. Ул ике метр бейеклектә, бик матур, халыҡты йәлеп итеп тора. Хатта эргә-тирә ауылдарҙа ошо ҡылысты ҡуйғандан һуң легенда барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә, был һәйкәл ҡоролоҡҡа кәртә ҡуйҙы. Ысынлап та, уны урынлаштырыу менән төбәктә ямғырҙар йышыраҡ яуа башлағайны. Әле “Тормош сығанағы” тигән туҡталышта әүҙем эш алып барабыҙ. Унда ҙур бишек эленәсәк. Һуңынан “Йәнбикә менән Йән­бирҙе” туҡталышына тотонасаҡбыҙ. Йәнә биш туҡталыш эшләргә кәрәк. Бының өсөн беҙ фольклорсы, билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәеваға мөрәжәғәт иттек, уның менән берлектә туҡта­лыш­тарҙың тематикаһын билдәләнек. Һәр ҡайһыһын “Урал батыр” эпосынан өҙөктәргә ба­ғышларға уйлайбыҙ.
Туристар Ирәмәлгә күпләп килә. Былтыр тауға 12 меңдән ашыу кеше күтәрелһә, быйыл был һан ете меңгә яҡынлаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Урал батыр ҡылысы”н Учалы яғынан ҡуйғайныҡ. Тауға илткән юлдарҙың иң оҙоно ошо тарафта, әммә ҡылысты күреү теләге менән күптәр хәҙер урап йөрөргә лә йыбанмай, ваҡытын йәлләмәй. Йәй башынан алып Силәбе өлкәһендәге Төлөк посы аша алты меңдән ашыу кеше үткән.
Бөгөн Башҡортостан биләмәләренең 7,2 процентын айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекттары тәшкил итә. Европала иһә был һан 22 процентҡа етә. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, беҙҙең дә байлығыбыҙ күп булыуын танып бөтмәйбеҙ. Тәбиғәт парктарының төп маҡсаты – тирә-яҡ мөхит менән аралашыу өсөн уңайлы, цивилизациялы шарттар тыуҙырыу, ошо урындың тәбиғи төрлөлөгөн һаҡлау, шул уҡ ваҡытта экологияға зыянды мөмкин тиклем сикләү.
Эльвира Ҡорбанаева: Башҡортос­тандың бай тәбиғи ресурстарының береһе булған биологик төрлөлөктө, йәғни үҫем­лектәрҙе һәм йәнлектәрҙе һаҡлауға беҙҙә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Республикала тирә-яҡ мөхит именлеген хәстәрләү буйынса системалы һәм маҡсатлы эш алып барыла. Беҙҙә өс ҡурсаулыҡ, бер милли, дүрт тәбиғи парк, 27 заказник, 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Бөгөн айырыуса һаҡлана торған тәбиғи биләмәләрҙең дөйөм майҙаны бер миллион гектарҙан ашыу тәшкил итә. Был ерҙәр ил һәм республика кимәлендә ҡурсауға алынған. Иң матур тәбиғәт комплекстары, һоҡланғыс ландшафттар, һирәк һәм юғалып барған үләндәр үҫкән ерҙәр, йәнлектәрҙең һирәк осраған төрҙәре йәшәгән урындар ошонда тупланған.
Республикалағы тәбиғәт парктары туристик фирмалар менән берлектә ха­лыҡтың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә. Шуны билдәләп үтке килә: тәбиғәт парктары – Рәсәйҙә лә, Башҡортостан өсөн дә яңы йүнәлеш. Беҙ тәбиғәт паркы менән кешенең үҙ-ара мөнәсәбәтендәге балансты һаҡлауҙы күҙ уңында тотабыҙ.
Тәбиғәт парктарынан “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Асылыкүл” һәм “Ирәмәл”гә халыҡ күпләп ағыла. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, барыһының да тәбиғи үҙенсәлеген һаҡлау өсөн күп көс түгелә. “Асылыкүл” менән “Ҡандракүл”, әлбиттә, таҙа һыуы менән ял итергә теләүселәрҙе үҙенә саҡырып тора, “Мораҙым тарлауығы”ның мәмерйәләре йәлеп итә. “Ирәмәл” иһә спорт туризмы менән шөғөлләнеүселәргә ҡулай. Был тәбиғәт паркы – сәләмәт тормош алып барыусыларға шәп урын, сөнки физик яҡтан көслөләр, сыҙамлылар ғына тауға менергә тәүәккәлләй.
Министрлыҡтың маҡсаты – тәбиғәт комплекстарын, уларҙың төрлөлөгөн һаҡ­лау һәм экологик ресурстарҙы файҙа­ланыусылар араһында баланс булдырыу.
Лилиә Нуретдинова: Рәсәйҙең туризм буйынса лидерҙары кимәленә етмәүе­беҙҙе яҡшы аңлайым. Күрше төбәктәрҙән Татарстан менән Һамар өлкәһе– көслө­ләр рәтендә. Туристар диңгеҙгә яҡын булған ҡояшлы төбәктәргә лә өҫтөнлөк бирә. Башҡортостанда иһә тәбиғәт шарттары ҡырыҫ, ҙур һыу ятҡылығы ла юҡ. Кешеләрҙе нисек күпләп йәлеп итергә мөмкин, тип уйлайһығыҙ?
Кинйә Күскилдин: Бер ниндәй диң­геҙе, тарихи ҡомартҡыһы булмаған ерҙә яңы биналар төҙөп тә туризмды үҫтерергә мөмкин. Рәсәйҙең Санкт-Петербург, Мәс­кәү кеүек туристик үҙәктәрендә лә архитектура ҡомартҡылары күктән төшмәгән, улар ҙа кеше ҡулы менән һалынған. Ҡазан менән Екатеринбург та, элек­ке архитектура ҡомартҡыларын тер­геҙеп, яңыларын төҙөп, туристарҙы ылыҡтыра. Тимәк, Өфөнө инвесторҙар ярҙамында ҙур сауҙа, күңел асыу һәм хеҙмәтләндереү үҙәгенә әүерелдерергә мөмкин. Күршеләрҙең миҫалында күренеүенсә, был – әкиәт түгел, ә ысынлап та ҡулдан килерлек эш.
Билдәле булыуынса, БРИКС һәм ШОС саммиттарына әҙерлек программаһына ярашлы, баш ҡалабыҙҙа төрлө парк-музейҙар төҙөлә, ҡаланың йөҙө үҙгәрә. Хәҙер Өфөгә киләсәк туристар ағымын республиканың төрлө район һәм ҡала­ларына ла йүнәлтеү тураһында уй­лар­ға тейешбеҙ. Донъяға билдәле шифаха­наларҙы иҫкә алһаҡ, был тәңгәлдә беҙҙән дә отошлораҡ төбәк юҡтыр. Башҡортостан әлегә үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланмай.
Бынан тыш, саммиттарҙан һуң яңы ҡу­наҡ­ханалар менән транспорт селтәренең артабан да тулы ҡеүәттә эшләүен хәс­тәрләргә кәрәк. Республиканың туризм баҙары йылдан-йыл үҫешә: хеҙмәт­ләндереү күләме, ҡунаҡханалар менән шифаханаларҙың табышы арта бара. Төбәктең шифахана-курорт ойошмалары йылына 250 меңләп кешене ҡабул итә, ҡайһы берҙәрендә буш урындар табып булмай. Һуңғы йылдарҙа республикалағы туроператорҙарҙың яртыһынан күберәге эске туризм йүнәлешендә эшләй. Әгәр сәйәхәтселәр ағылмаһа һәм табыш бул­маһа, эске туроператорҙар ҙа бар­лыҡҡа килмәҫ ине!
Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәй төбәктәре ҡеүәтле инвесторҙарҙы йәлеп итергә әле саҡ өйрәнә башланы. Инвестициялар ағымын һәм инвесторҙарҙың маҡсатҡа ярашлы эшләүен күҙәтеүсе идарасы компанияһы булған көслө туристик кластерҙар һәр төбәктә төҙөлөргә тейеш. Шунһыҙ туризмды үҫтереү буйынса федераль программаны бойомға ашырыу, инвесторҙар табыу ҙур ауырлыҡ менән барасаҡ. Төбәк идарасы компанияһы булмағас, ер активын булдырыу, инвес­торҙарға гарантия биреү һәм уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, ерҙәрҙе эшҡыуарҙарға ҡуртымға тапшырыу, йылға һәм күл буйҙарында мәҙәни ял ойоштороу, юл буйында хеҙмәтләндереү объекттарын төҙөүҙе планлаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләр асыҡ килеш ҡала.
Башҡортостан Хөкүмәте туризмды үҫтереүгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүҙе иң дөрөҫ юлдарҙың береһе тип һанай. Шул уңайҙан 2010 йылда туризм башҡарма власть структураһында айырым иҡтисади тармаҡ итеп билдәләнде. Респуб­лика­быҙҙың башҡарма власы шулай уҡ туризмды үҫтереү буйынса программаларҙы финанслауҙы һуңғы ике йылда ҡырҡ тапҡырға арттырҙы. Эске инвестор­ҙары­быҙ ҙа туристик объекттар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә башланы.
Римма Ғәлиева: Ошо тәңгәлдә аныҡ миҫал тураһында әйтеп китәйек: Әбйәлил районындағы “динозаврҙар паркы”н бойомға ашҡан ыңғай инвестиция проекты тип атарға мөмкин. Унда боронғо йәнлектәр һынын ҡарарға килеүселәр өсөн кафе, ресторан, ҡунаҡхана эшләй. Иң мөһиме — урындағы халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа килде, ҡуртымға бирелгән ер өсөн район ҡаҙнаһына 49 йыл буйы килем инеп торасаҡ. Донъя күләмендәге миҫалдарға күҙ һалһаҡ та, шуны күрергә мөмкин: бер тәбиғәт паркы ла килем алыу өсөн эшләмәй. Беҙҙең бурыс – тәбиғи балансты һаҡлау. Тәбиғәт паркы эшҡыуарҙар өсөн майҙан булдырырға һәм уларға йүнәлеш бирергә тейеш. Әлеге лә баяғы донъя миҫалында ҡарағанда, бәләкәй, уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм урындағы халыҡ аҡса эшләй, ә парк етәк­селеге – уларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе, күҙәтеүсе генә.
Шулай булһа ла, килгән туристарға уңайлыҡтар булдырыу бурысы тора алдыбыҙҙа. Беҙ уны ҡулдан килгәнсә тормошҡа ашырабыҙ. Ә бына тәбиғәт паркына эшҡыуар килһен, туристарҙы йәлеп итһен өсөн башҡа ведомстволар ҙа тырышырға бурыслы, әммә республикала ошо механизм булдырылмаған. Ведомстволар араһында хеҙмәттәшлек яйға һалынмаған, үҙ-ара бәйләнеш насар. Тап ошо арҡала туризмдың үҫеше тотҡарлана ла инде. Ресурстар – бер ҡулда, ә туризмды үҫтереү өсөн бүленгән аҡса – икенсеһендә. Беҙҙең өсөн бөгөн ошо механизмды булдырыу бик мөһим.
Кинйә Күскилдин: Башҡортостанды “икенсе Швейцария” тип атайҙар. Ысынлап та, беҙҙә лә ул илдәгенән кәм булмаған мәғрур тауҙар, таҙа һыулы күл-йылғалар етерлек, саф һауалы ылыҫлы урман­дарыбыҙ йырып сыҡҡыһыҙ.
Ләкин биләгән майҙаны буйынса Баш­ҡортостандан бер нисә тапҡырға бәлә­кәйерәк Швейцария – Европалағы туризм мәккәләренең береһе, уның бюд­жетының 15 процентын тап ошо тармаҡ­тағы бизнестан алынған табыш тулыландыра. Илдең инфраструктураһы бик үҫешкән, автомобиль һәм тимер юлдары күп, уңайлы географик урыны төрлө ҡитға кешеләрен йәлеп итә. Башҡортостанда иһә – Рәсәйҙең үҙәгендә урынлашҡан, тәбиғәте, данлы тарихы, иҫтәлекле урындары менән хаҡлы ғорурлана алырлыҡ төбәктә – туризмдың үҫеше ҡыуанды­рырлыҡ түгел. Респуб­ликабыҙҙа туризм кластерҙары менән идара итеү механизмын булдырыу, тармаҡта инвестиция проекттарын һәм технологияларҙы үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәк. Беҙҙең “Ирәмәл” тәбиғәт паркын ғына алайыҡ. Туристарҙы бында йәлеп итер өсөн тәү сиратта юл һәм электр селтәре кәрәк.
Тәү ҡарамаҡҡа, республиканың турис­тик ресурстары ифрат ҙур һымаҡ: 300-гә яҡын карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, мәғрур тауҙар (данлыҡлы Ирәмәл, Ямантау, Әүәләк, Ирәндек һырттарын ғына алайыҡ) бар. Йыл һайын республикаға меңәрләгән ҡунаҡ килә, шифаханаларҙа һаулығын нығыта, тәбиғәт ҡомарт­ҡыла­рына һоҡлана. Әммә... Сит илдәр менән сағыштырғанда, был уңыш күлдәге там­сыға тиң, сөнки әлегә туризм тармағы республика иҡтисадына һиҙелерлек файҙа килтерә алмай. Проблеманың сәбәптәре төрлө. Беренсенән, тәбиғәт ресурстарына таянып ҡына туризм тармағын үҫтереү мөмкин түгел – кешеләрҙең төрлө мөм­кинлектәрҙе файҙаланғыһы килә, ә бының өсөн үҫешкән инфраструктура талап ителә. Икенсенән, инвесторҙарҙы ылыҡтырыу менән бер рәттән, сит ил компаниялары менән дә уртаҡ тел табыу мөһим.
Был тармаҡты үҫтереү юлының башында ғына торабыҙ. Бик ҡатмарлы эш, һөҙөмтәһе тиҙ генә күренмәйәсәк уның. “Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” маҡсатлы программаһы ҙур әһәмиәткә эйә булыр ине. Әлегә иһә инвесторҙар менән эш тотороҡло түгел, сәбәбе – уларҙы ҡәнәғәтләндергән шарттар һәм туристарҙы ылыҡтырырлыҡ ҙур объекттар юҡлығы.
Сит илгә сыҡһаң, унда, диңгеҙҙән, тә­биғәттән, заманса отелдән тыш, төрлө боронғо ҡорамдарға, археологик ҡомарт­ҡыларға экскурсиялар ойошторола. Тимәк, матур тәбиғәт менән генә туристарҙы йәлеп итеп булмай. Әлегә беҙҙә бындай объекттар һанаулы ғына. Туристик объект­тарҙы булдырыу – бөгөн төп мәсьәлә. Әле уңышлы эшләп килгәндәренә туҡталайыҡ: Бөрйәнде генә алһаҡ, Шүлгәнташ мәмер­йәһе – үҙе бер уникаль урын. Йылҡы­сыҡҡан күлен күрһәтеп, уның легендаһын һөйләһәң, шулай уҡ фәһемле һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәт килеп сыға. Халыҡ ижадына бәйле урындар ғына ла күпме, тик беҙ уларҙы күтәрә белмәйбеҙ. Мәҫәлән, Октябрь революцияһына һәм Граждандар һуғышына бәйләп, Баймаҡ районының Темәс ауылын күрһәтергә булыр ине. Мәғрур Ирәмәл тауы лайыҡһыҙ онотолдо.
Башҡортостанда төрлө объекттар бар ҙа, ләкин уларҙы туристар ҡабул итерлек хәлгә еткерергә кәрәк. Шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһен алып ҡараһаҡ, йәйгеһен унда көнөнә меңдән ашыу кеше килә. Ә мәмерйәнең микроклиматы ул тиклем халыҡ ағымын күтәрә алмай. Шуның өсөн дә уның тирәһендә яңы музей комплекстары төҙөү кәрәк. Бөгөн Йылҡысыҡҡан күленең эргә-тирәһе шырлыҡҡа әйләнеп бөткән, берәү ҙә уны башҡорт өсөн изге урын тип әйтмәҫ. Күлде таҙартып, махсус һуҡмаҡтар түшәп, уның тарихы яҙылған таш ултыртып, Аҡбуҙаттың һәм “Урал батыр” эпосының башҡа геройҙарының һындарын төҙөп ҡуйһаң, ул туристарҙы, һис шикһеҙ, үҙенә йәлеп итәсәк. Был йәһәттән эштәр башҡарыла ла инде. Былтыр Хөкүмәт ҡарары менән “Шүлгәнташ” тарихи-археологик музей-заповеднигы струк­тураһында ойошторолған “Урал батыр ере” музей-туристик маршруты ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йөҙ тотасаҡ та инде. Әлегә уның документтарын тәртипкә килтереү, территорияһын билдәләү буйынса эш бара. “Шүлгәнташ” ябай мәмерйә түгел. Ул үҙе һәм биләгән урыны хал­ҡыбыҙҙың тарихы, бөйөк эпосы, легендалары менән бәйле. Тап ошо мәмерйәгә Шүлгән инеп ҡасҡан, унда һыуҙың үлгән һәм терелгән урыны, Йылҡысыҡҡан күле – Аҡбуҙаттың, башҡорт аттарының һыу аҫ­тынан өҫкә сыҡҡан ере – бар. “Шүлгәнташ” мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның тарихи ҡомарт­ҡылар исемлегенә тәҡдим ителгәнен барыһы ла белә, беҙ хәҙер ныҡлап ошо номинацияны яҡларға әҙерләнәбеҙ. Был йүнәлештә бергәләшеп эшләһәк, уңырбыҙ тип уйлайым.
Екатеринбург ҡалаһында йыл һайын Урал федераль округы буйынса халыҡ-ара туристик күргәҙмә үтә. Былтыр унда ҡатнашыусыларҙың ике һүҙенең береһе “Урал” булды. Был атама – башҡорт халҡы өсөн иң изге төшөнсәләрҙең береһе. Меңәрләгән ир-егет ғорурлыҡ менән шул исемде йөрөтә, “Урал” халыҡ көйө халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән, “Урал батыр” тип аталған эпосыбыҙ бар, тип иң аҙаҡтан мин сығып һөйләнем. Екатеринбург буйлап экскурсияла йөрөгәндә гидтар, башҡорттарға бәйле урындарҙы күрһәтеп, ата-бабабыҙҙы телгә ала, уларға бәйле ваҡиғаларҙы һөйләй. Ошо тарихыбыҙҙы, ошондай ҡиммәттәргә эйә булғаныбыҙҙы онота төшәбеҙ. Шул уҡ Урал батыр исеме менән бәйле тур күптән булырға тейеш ине. Быйыл был күргәҙмәгә ныҡлап әҙерләнеп барҙыҡ. “Урал батыр ере”, “Урал батырҙың алтын билбауы” проекттарына “Аманат” студияһының “Урал батыр” анимацион фильмын ҡушып, исем туйы яһаныҡ. Бик һәйбәт ҡабул иттеләр, Урал федераль округында “Урал батыр” брендын тап беҙҙең – башҡорт милләте вәкилдәренең – күтәреп сығыуы бик урынлы булды. Башҡа төбәктәргә лә, беҙгә ҡушылығыҙ, ул төбәк-ара маршрутҡа әйләнһен, тип тәҡдим яһаныҡ.
Туризмды үҫтереү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында махсус комиссия булдырҙыҡ. Бөгөн ярты миллион башҡорт ситтә йәшәй, шуларҙың 10 проценты ғына Баш­ҡортос­танға ялға ҡайтҡанда ошо маршруттар буйлап үтһә, 50 мең тирәһе кеше килеп сыға. Беҙҙе ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән ҡоролтай үҙәктәре бәйләй. Һәр төбәктә Башҡортостандағы был туристик маршрут­тарҙы, нисек итеп беҙҙең менән бәйлә­нешкә инергә икәнлеген белеп торорға тейештәр.
Лилиә Нуретдинова: “Урал батыр билбауы” туристик маршрутының пункттары билдәләнгәнме әле?
Кинйә Күскилдин: Маршрут буйынса баш ҡалабыҙ Өфөнән ҡуҙғалыу ҡарала. Унан “Көньяҡ Урал” заповеднигынан баш­ланған Ямантауҙа туҡтайбыҙ. Ул – үҙен­сәлекле легендалар, дейеүҙәр, аждаһалар менән бәйле урын. Учалы районы билә­мәһендә Азия менән Европа ҡушылған урынды, Ахундағы һынташ­тарҙы, Әүеш­күлде, Әүлиә шишмәһен ҡарап, Иҙел, Урал йылғалары инешенә барып етеп була. Унан кире әйләнеп, Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл аша Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәскә сығабыҙ. Артабан Бөр­йәнгә, “Шүлгәнташ” мәмерйәһенә, унан Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары аша сәйәхәт итеп, Күгәрсен районына юл тотабыҙ, “Мораҙым” тарлауығында, Үрге Бикҡужалағы “Башҡорт ауылы”нда ял итеп, “Нөгөш” һыу һаҡлағысы, Зәйнәб Биишева музейы, Бәндәбикә кәшәнәһе аша үтеп, Ғафури районының Сәйетбаба ауы­лындағы башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә һуғылып, Өфөгә ҡайтырға мөмкин. Шул уҡ маршрутты Ырымбур, Магнитогорск аша килгәндәрҙең икенсерәк үтеүе ихтимал. Әлегә уның төрлө маршруттары әҙерләнә. Туризм бизнесында барыһын да ентекләп иҫәпләп, туристарға әҙер продукт тәҡдим итергә кәрәк, юғиһә маршруттан исеме генә тороп ҡалыуы ихтимал.
Унан һуң, хәҙер беҙгә республиканы урап сығып, “Урал батыр” эпосы менән бәйле башҡа үҙенсәлекле урындарыбыҙҙы барлап, исемлек төҙөү зарур. Мәҫәлән, ҡайһылыр төбәктә Йәнбикә, Йәнбирҙе тигән йылғалар бар. Ғөмүмән, туризм бизнесында мифология көслө: булмағанды уйлап табалар ҙа шуны туристарға тәҡдим итәләр. Сочиҙа Прометей бығаулаған ташты ҡарарға мин дә барҙым бер тапҡыр. Күрәбеҙ: бер ташҡа бығау беркетеп ҡуй­ғандар, шунда, йәнәһе, Прометей торған. Урал батыр менән иһә бер нәмәне лә бәйләп, уйлап сығарырға маташыу талап ителмәй, һәр урында уға ҡағылышлы хәтирәләр, риүәйәттәр тулып ята.
Республикала Нарыҫтау, Әүешкүл кеүек изге урындар ҙа күп, халыҡ уларҙы белә, электән йөрөй ҙә. Шундай ерҙәр буйынса реестр төҙөү – бик кәрәкле эш. Киләсәктә халыҡ яратҡан урындарҙы паркка әйлән­дереү, был эшкә Хөкүмәттең иғтибарын арттырыу ҙа кәрәк буласаҡ. Республикала туристик продукт бар ул, уны әҙерләп, бренд яһарға ғына кәрәк.
Лилиә Нуретдинова: Кинйә Сәғит улы, Башҡортостанда туризмдың киләсәген нисек тип күрәһегеҙ?
Кинйә Күскилдин: Бынан өс йыл элек кенә аныҡ ҡараш юҡ ине, ә бөгөн туризм өлкәһенә ҡағылышлы дәүләт программалары бар. Шулай уҡ бығаса Баш­ҡорт­останда туризм спорт йүнәлешендә генә үҫеште. Был тармаҡта биш йыл эшләйем, шуға таянып әйтә алам: элегерәк бөтөн туризм йылға буйлап кәмә менән ағып төшөү, тау башына үрмәләү, уҙыштар менән генә сикләнә ине. Хәҙер ҡараштар үҙгәрҙе, Башҡортостандың Туристик индустрия берлеге төҙөлдө, был йәмәғәт ойошма­һына быйыл биш йыл инде. Уның ярҙамы менән туризм өлкәһендә күп эштәр баш­ҡарылды. Гәзит сығарабыҙ, портал бул­дыр­ҙыҡ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Баш­ҡортостандың Туризм буйынса агент­лығы ла бар хәҙер. Ләкин дәүләт механизмы шул тиклем ауыр әйләнә, ҡағыҙҙар араһында йүгереп тик йөрөйһөң. Ә эшҡыуар булған кешегә бар нәмәнең йәһәт хәл ителеүе мөһим. Улар менән килешеү төҙөй башлаһаң, эш оҙаҡҡа һуҙыла. Шуға ла күберәк үҙебеҙгә тырышырға, аукцион­дарҙа ҡатнашырға, башҡа төрлө юлдарҙы эҙләргә кәрәк.
Римма Ғәлиева: Туризмды үҫтереү өсөн республикала махсус белгестәр әҙерләргә кәрәк. “Ирәмәл” гә һыбай маршруттар үткәреү өсөн махсус инструкторҙар булырға тейеш. Уларҙы ҡайҙан алырға? Аптыраҡ. Кешеләрҙең һаулығы өсөн кем яуап бирер? Ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Бынан тыш, тәбиғәт парктарын артабан үҫтереү өсөн махсус гранттар бул­дырырға ине, сөнки үҫеш мәсьәләһе инфраструктураға барып тоташа, ә ул аҡһай. Шуға ла беҙ һаман бер урында тапанған һымаҡ.
Нияз Сәлимов: Фекер алышыуҙы йом­ғаҡлап, шуны әйтке килә: туризм үҫешенә Башҡортостанда бөтөн шарттар бар, әммә үҫеш өсөн берҙәм ҡараш, төплө концепция юҡ. Бөгөнгө һөйләшеүҙә күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә власть даирәләре етдиерәк ҡарар һәм гүзәл тәбиғәтле Баш­ҡортостаныбыҙ сит ил һәм Рәсәй туристарын күпләп йәлеп иткән төбәккә әүерелер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
P.S. Алдыбыҙҙа ҙур саммиттарҙы үт­кә­реү бурысы тора. Шул ҙур халыҡ-ара сара алдынан “Башҡортостан туризмы ҡайҙа башлана?” тигән һорау тыуа. Бөрйәндәме ул, Ирәмәлдәме? Башҡор­тостандың баш ҡалаһы Өфөлә башла­ныр­ға тейештер бит ул! Ниңә бында туристарҙы ҡаршы алып торған, уларҙы ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап автобустарҙа йөрөткән бер хеҙмәт тә юҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “түңәрәк өҫтәл”гә саҡырылған Башҡортос­тандың Туризм буйынса агентлығы вәкиле яуап бирергә тейеш ине лә, тик улар был саранан ситтә ҡалыуҙы хуп күрҙе.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад