Баш ҡаланан алыҫ түгел ун биш сутый ерем бар. Уны үткән быуаттың 80-се йылдары башында (ул саҡта ирем иҫән ине) алғайныҡ. Бынан тыш, баҡсала йорт һалғанбыҙ. Туҡһанынсы йылдар башында уҡ был участкаға таныҡлыҡ бирелде. Бөтә түләүҙәрҙе лә, шул иҫәптән ер һалымын да ваҡытында биреп барҙыҡ. Әммә сәләмәтлегем ҡаҡшау һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты рәсмиләштермәгәйнек. Хәҙер күршем, ошо документым булмағас, ерҙе ейәнсәреңә мираҫҡа ҡалдыра алмайһың, өҫтәүенә, сиктәр ҙә дөрөҫ түгел, тип ҡурҡыта. Был дөрөҫмө?
З. ЗИННУРОВА.
Өфө районы.
Күршегеҙ хаталана. Үҙаллы алынған участкаға, бер ниндәй документһыҙ йәки ҡуртымға бирелгән ергә хоҡуҡты рәсмиләштереү мөмкин түгел. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, әгәр ҡасандыр бирелгән таныҡлыҡта ғүмерлек хужа булыу хоҡуғы һөҙөмтәһендә ерҙе файҙаланыуығыҙ тураһында әйтелһә, уны теләгән кешегеҙгә, шул иҫәптән ейәнсәрегеҙгә лә мираҫ итеп ҡалдыра алаһығыҙ. Сиктәрҙе аныҡ билдәләү – һеҙҙең бурысығыҙ түгел, хоҡуғығыҙ. Шуға күршегеҙҙең янауы бер ниндәй ҡалыптарға ла һыймай.
Участкалағы йортҡа килгәндә, уны мираҫ итеп ҡалдырырға теләһәгеҙ, закон нигеҙендә рәсмиләштерергә кәрәк. Әгәр бындай документығыҙ булмаһа, уны 2015 йылдың 1 мартына тиклем «дача амнистияһы»на ярашлы йәки ябайлаштырылған тәртиптә юллау яҡшыраҡ. Бының өсөн һеҙгә Өфөләге дәүләт реестрына мөрәжәғәт итергә һәм декларация бланкын тултырырға, дәүләт һалымын түләргә, хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Егерме көндән һуң был йорттоң күсемһеҙ милек булараҡ теркәлеүе тураһындағы таныҡлыҡты бирәсәктәр. Был хаҡта ентекләберәк белгегеҙ килһә, «Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе һәм уның менән килешеүҙәр тураһында»ғы 122-се Федераль законды ҡарағыҙ.
Һалымға ла ташлама була
Мөлкәтте һатҡас, уның хаҡынан һалымды түләмәҫкә йәки аҙыраҡ түләргә яраймы икән? Был ҡайһы осраҡта мөмкин?
Зинира.
Илеш районы.
Һеҙҙе бындай мәсьәләләр борсой икән, һалым инспекторҙарын көтөү, улар тормошоғоҙҙо еңеләйтер тип уйлау бөтөнләй дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, ниндәйҙер ташламаға дәғүә итһәгеҙ, иң башта ғариза яҙыу кәрәклеген оноторға ярамай. Һеҙҙең һорауға килгәндә, мәҫәлән, машинағыҙ кемдер тарафынан ҡыуып алып кителгән тип һанала икән, был мөлкәт өсөн һалым түләргә кәрәкмәгәнлеген хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Ниндәйҙер мөлкәтте һатып алғандағынан осһоҙораҡҡа биреп ебәргән булһағыҙ ҙа, инспекторҙар һеҙҙе борсой алмай. Ниндәйҙер ҡиммәтле ҡағыҙҙарға өс йыл ғына эйә булһағыҙ ҙа, уның хаҡынан һалым түләтмәйәсәктәр. Бынан тыш, 1 миллион һумдан кәмерәк суммаға һатылған күсемһеҙ милек йәки 250 мең һумдан кәмерәккә һатылған автотранспорт өсөн дә һалым түләү талап ителмәй.
Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА
алып бара.