Башҡорт гәзитенә яҙылмайҙар01.08.2014
Беҙҙең Бәҙрәш ауыл Советына дүрт башҡорт ауылы ҡарай. Шулай булһа ла, быйыл ошо тарафтарға “Башҡортостан” гәзите бөтөнләй килмәй, йәғни республикабыҙҙың төп баҫмаһына бер кем дә яҙылмаған, хатта ауыл биләмәһе хакимиәте лә. Һорау тыуа: ниңә алдырмайҙар? Әллә аҡса яғынан ҡытлыҡмы? Ә мин сәбәбе тәрәндәрәк тип уйлайым, сөнки хакимиәт республиканың төп баҫмалары һаналған тағы ике гәзиткә яҙылырға аҡса тапҡан бит. Ә ниңә башҡорт гәзитенә аҡса юҡ? Матбуғатҡа яҙылыу буйынса килеп сыҡҡан был сәйер хәлдең сәбәбе ҡайҙа барып тоташа икәнлеген ныҡлап тикшерергә кәрәк тигән фекерҙәмен.