Мөлкәт нисек файҙаланылған?01.08.2014
Бàшҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Контроль-иҫәп палатаһына Өфө ҡалаһындағы ашығыс медицина ярҙамы станцияһының финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушҡайны.
Бюджеттан бүленгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын, предприятиеның етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең тәртибен һәм ғәҙеллеген тикшереүгә төп иғтибар биреләсәк.
– Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының, республика һәм Өфө ҡалаһы бюджетының аҡсаһын, ойошманың мөлкәтен ни рәүешле файҙаланыуҙарын асыҡлайбыҙ. Тикшереүҙәрҙән һуң мәғлүмәт тиҙ арала республика етәкселегенә еткереләсәк, – тине журналистарға комиссия рәйесе, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Мәрфуға Сибәғәтуллина.
Ике аҙна эсендә документтар менән эш тамамланыр һәм тәүге һөҙөмтәләр әҙер булыр тип күҙаллана. Әле белгестәр бухгалтер иҫәбен, етәкселектең, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы күләмен тикшерә. Бынан тыш, штат расписаниеһының да норматив документтарға ярашлылығы, кем тарафынан раҫланыуы асыҡлана.