Гонаһты юя, рухты яҡтырта01.08.2014
– Өләсәйемдең “хажға барырға ине” тигән яҡты хыялы бала саҡтан күңелемә ныҡлы уйылып ҡалған. Мин, буй етеп, күптән ҙур тормош юлына баҫтым. Өләсәйем хәҙер юҡ инде... Уның теләген бойомға ашырғым – урынына хажға барғым – килә. Быны үтәй аламмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Айгөл МОРАТОВА.
Хәйбулла районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, алдан уҡ шуны әйтеп уҙайым: ошондай һорау бирерлек йәштәребеҙҙең булыуы – үҙе үк ҙур ҡыуаныс. Өлкән кешегә ни ҡәҙәр оло хөрмәт күрһәтелгән бит! Ә Исламда, белеүегеҙсә, атай-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә, үҙеңдән ололарға ҡарата ихтирам, иғтибар юғары урынға ҡуйылған. Һорауға шунда уҡ яуап бирәм: баҡыйлыҡҡа күскәндәр, шулай уҡ сәләмәтлеге, матди хәле етмәгәндәр өсөн хаж ғәмәлен атҡарырға мөмкин. Ләкин шуныһы бар: иң тәүҙә үҙеңдең ошондай бурысыңды үтәү зарур. Тимәк, Айгөл ҡәрҙәш өләсәһе өсөн ғибәҙәт ҡылам ти икән, уға Пәйғәмбәребеҙҙең аяҡ эҙҙәре ҡалған изге ергә ике мәртәбә барып ҡайтырға кәрәк буласаҡ.
Ғөмүмән, Исламдың биш терәгенең береһе булған хажды үтәү өсөн әҙәм балаһының матди хәле етергә тейеш: юл, йәшәү өсөн сығымдарҙы ҡапларға кәрәк, өйөндә ҡалған ғаилә ағзаларының был мәлдә мохтажлыҡ кисермәүе мөһим. Өҫтәүенә йыраҡ сәфәргә сыҡҡанда сәләмәтлек мөмкинлектәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Намаҙ –тән, зәҡәт мал аша ҡылынһа, хаж бурысын үтәгәндә быларҙың икеһе лә мөһим.
Исламдың был терәге мосолмандан күп көс, иждиһат талап итә. Ауырлыҡтың тәүгеһе – юлдың алыҫлығы. “Сәфәр – ғазаптың бер өлөшө”, – тигән бит Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең бер хәҙисендә. Икенсенән, хаж ултырып ҡына ҡылына торған ғибәҙәт түгел: бик күп йөрөргә тура килә. Хәҙер, ярай әле, юлды самолетта йә башҡа транспортта уҙаһың. Ә борон бит ошо араны дөйәгә атланып йә йәйәү үткәндәр!
Хажға юлланыр алдынан сәфәрҙең ҡағиҙәләрен, фарыздарын, сөннәттәрен ныҡлап өйрәнергә, белгәндәрҙән һорашырға кәрәк. Һис ни тураһында хәбәрҙар булмай барып төшөүҙең күпмелер ауырлыҡ тыуҙырыуы ихтимал.
Һәр хәлдә, Аллаһ Тәғәлә беҙгә хажды фарыз иткән икән, бында ҙур, бөйөк хикмәт ята. Шуның береһе – бөтөн донъя мосолмандарының тупланыуы. Әҙәм балаһы бит ғүмеренең күп өлөшөн йортонда уҙғара. Уның араһында аҙнаһына бер мәртәбә йома намаҙына, йылына ике тапҡыр ғәйет байрамдарына барып, диндәштәре менән осраша. Ә инде хажда бөтөн донъя мосолмандарын күреү, уларҙың тын алышын тойоу, аралашыу, фекер алышыу мөмкинлеге тыуа.
Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа (әл-хәмдү лил-ләһ, улар йылдан-йыл арта) иманлы ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.