Эшегеҙҙе ашыҡмайынса, матур һәм тейешлесә, һәр нәмәһен үҙ ваҡытында башҡарығыҙ. Фекерегеҙҙе боҙасаҡ әйберҙәрҙән һаҡланығыҙ һәм сара күрегеҙ. Бер эшкә тотонғас, матурлап тамамларға тырышығыҙ, сөнки, башлап та ҡалдырыуға ҡарағанда, һис башламай тороу тағы ла хәйерлерәк.
Бер сәғәт эсендә бер нисә төрлө эшкә керешмәгеҙ, сөнки былай итеү башланғандарҙың һәр береһенән мәхрүм ҡалыуға сәбәп була. Тотонған эште шатлыҡ һәм ихласлыҡ менән, ялҡмай дауам итегеҙ.
Бөгөн бөтәсәкте аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, сөнки иртәгәнең тағы үҙенә кәрәк мәшәҡәттәре буласаҡ. Киләһе көнгә иҫәп тотһағыҙ, бөгөнгөгөҙ бушҡа уҙыр, аҙаҡ төрлө эш йыйылып, ауырлыҡ килтерер. Һәр көн эш бөтә барһа, үҙегеҙгә рәхәт бит.
Ғәмәлдең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланмауына түгел, ә гүзәл һәм хуш, таҙа һәм тәртипле булыуына иғтибар итегеҙ. Был ваҡытты бушҡа үткәрмәй һәм үкендермәй.
Башы яҡшы булғанда аҙағы ла яҡшылыр. Башы боҙоҡ эштәрҙең аҙағы ла матур түгел.
Һәр нәмәне кеше күрһен һәм маҡтаһын өсөн түгел, файҙаһы булһын тип эшләгеҙ. Файҙаһы, бөгөн булмаһа ла, бер ваҡыт күҙгә күренер һәм баһаланыр.