Уңайлы, зыянһыҙ, әммә..01.08.2014
Уңайлы, зыянһыҙ, әммә.. Һөйөп, иркәләп кенә тәрбиәләйбеҙ сабыйҙарыбыҙҙы.
Беҙҙең атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар заманында ишетеп тә, күреп тә белмәгән подгузник­тарҙы файҙаланыу көн талабына әүерелде. Элекке иҫәпһеҙ-һанһыҙ йүр­гәктәрҙе уңайлы памперстар алмаштыра хәҙер. Әммә ҡайһы ваҡыт­та уларҙың баланың тән тиреһе, аяҡ-ҡулы, малайҙар һаулығы һәм психи­каһы өсөн зыянлы булыуы хаҡында ла ишетәбеҙ.
Медицина күҙлегенән ҡарағанда памперстар бала һаулығы өсөн зыянлымы?
Зәлиә.
Салауат ҡалаһы.

Борсолоу өсөн урын юҡ. Памперстарҙың зарары медицинала бер дәлил менән дә нығытылмаған. Тик шуныһы насар: бер тапҡыр ғына ҡулланып сүплеккә ырғытылған подгузниктар ҙур экологик проблема тыуҙыра. Улар тупраҡта, башҡа полимерҙар кеүек үк, бик оҙаҡ тарҡала, ә яндырырға ярамай. Ғалимдар алдында подгузниктарҙы хәүефһеҙ утилләштереү кеүек ҡатмарлы бурыс тора.
Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, улар 250 йыл самаһы үткәс кенә тарҡалып серей. Ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләме буйынса, ҡала сүплектәрендәге памперстар донъяла өсөнсө урынды биләй, ә бер баланы ошо кәрәкле әйбер менән тәьмин итеүгә ҡырҡылған ағастарҙың зыянын ҡаплау өсөн ғаиләгә ете ағас ултыртып, үҫтерергә кәрәк.
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәһендә ХХ быуаттың иң мөһим уйлап та­быуҙары исемлегендә кешенең көндәлек тормошон тамырынан үҙ­гәрткән утыҙ предмет араһында подгузниктың да булыуы асыҡ­ланған. Самолет, телевизор, компьютер менән бер рәттән! Көнө буйы баланы биләүҙән, йыуындырыуҙан, йүргәк йыуыуҙан бушамаған ҡатын-ҡыҙ еңел һуланы хәҙер. 1990 йылдар башында магазиндарҙа күренә баш­лаған бындай гигиена сараһы бик йәһәт һатылды.
1940 йылда был эште башлаған шведтарҙы “пионер” тип атар­ға мөмкин. Әммә йомшаҡ целлюлозанан эшләнгән ҡаттар­ҙан торған һыу үткәрмәүсе комплекттарға ихтыяж булмай. Бынан һуң да әлеге эшкә ҙур теләк менән тотонғандар күп осрай. Төрлө материал ҡулланып ҡарайҙар, әммә уңыш көткәнсә килеп сыҡмай. Ҡиммәт, ышанысһыҙ, уңайһыҙ памперстар ата-әсәне ылыҡ­тыр­май. Рrоkter and Gamble” компанияһының төп химик-технологы Виктор Миллс үҙенең ейәндәрендә оҙайлы тәжри­бәләр үткәрә-үткәрә, баҙарҙы яулауға өлгәшә. Ике йылдан һуң ул миллионер­ҙар рәтен тулыландыра.
Хәҙерге ваҡытта памперстар етештереү өсөн йышыраҡ һелтәле иретмәне нейтралләштереүсе натрий полиакрилаты файҙаланыла. Уларҙың формаһы ла камиллаша бара. Баланың йәшенә, ауыр­лығына, енесенә ҡарап, төрлө яңы моделдәр сығып ҡына тора. Конкуренттар ҙа артҡандан-арта, әммә под­гузник­тарҙың маркалары күбәйеүенә ҡара­маҫтан, улар беҙҙең илдә беренсе һанлы бренд булып ҡала.


Вернуться назад