Хаталаныу ярамаған Һөнәр01.08.2014
Хаталаныу ярамаған  Һөнәр
Башҡортостанда үткәрелгән “Йылдың иң яҡшы табибы-2013” конкурсында “Медицина өлкәһендә яңы йүнәлеш булдырған өсөн” номинацияһында еңеү яулаған Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлеге мөдире Урал Мөхәмәтов менән осрашыр алдынан бер аҙ шөрләй инем. Көнөнә ике-өс ауыр операция эшләгән хирургтың ваҡыты ла ҡыҫынҡылыр, әңгәмәбеҙ һорау-яуап кеүек кенә килеп сыҡмаҫмы икән? Борсолоуым юҡҡа булған — йәш табип беҙҙе ихлас ҡаршы алды.


Урал Фәрит улының телефоны туҡтауһыҙ шылтырай, кабинетҡа башҡа табиптар ҙа инеп сыға. Бына рентген һөҙөмтәһен тотоп йәнә бер хеҙмәткәр килеп инде, хирург фотоһүрәтте тикшерҙе. Унан:
– Был кешенең бот һөйәге һынған, рентгенды яңынан үткәрергә кәрәк, — тип аныҡ күрһәтмә бирҙе.
Көслө ихтыярлы, батыр йөрәкле Урал Фәрит улының һөнәрен яҡшы белгәне күренеп тора. Өфөлә тыуған, атаһының шәхси өлгөһөндә, ғөмүмән, табиптар династияһында үҫкән. Һөнәр һайлауы осраҡлы килеп сыҡмаған: олатай-өләсәйҙәре лә медицина юлынан барған, шуға күрә бәләкәйҙән яуаплы, тынғыһыҙ эшкә ҡыҙыҡһыныу менән йәшәгән.
– Ғүмеремдә беренсе тапҡыр яһаған операция яҡшы үтте, ул туғыҙ йыл элек, йәғни 2005 йылда, булды. Әлбиттә, башта ябайыраҡтарын эшләйһең. Мәҫәлән, тарамыштарҙы ялғау. Янымда һәр саҡ күҙәтеп, өйрәтеп торған өлкән белгестәрҙән тәжрибә тупланым. Хәҙер үҙем йәш табиптарға ярҙам итәм. Операция барышында хирургтан башҡа ике-өс ассистент була. Ваҡыты буйынса иң оҙайлы протезлау операцияһын 7-8 сәғәттә башҡарҙым.
– Пациенттарҙы операция алдынан нисек йыуатаһығыҙ? Бәлки, серле һүҙҙәрегеҙ барҙыр? Үҙегеҙҙе эшкә нисек әҙерләйһегеҙ?
– Көн һайын операция алдынан дәреслектәрҙе, китаптарҙы, Интернетта булған мәғлүмәтте ҡат-ҡат ҡарап сығып, башта булғандарҙы яңыртыу оят түгел. Пациенттарға операцияның еңел түгеллеген, ундай­ҙарҙы көн һайын әҙер методика буйынса яһағаны­быҙҙы әйтәм һәм, әлбиттә, тынысландырам. Хирург булып эшләй башлағанда ныҡ тулҡынлана инем, бөтә нәмәне лә беләһең кеүек, тик алдыңда тере кеше ята, көтөлмәгән хәлгә юлығыуың ихтимал. Йәш белгестең бер үҙен операция яһарға индермәйҙәр, шуға янымда һәр саҡ тәжрибәле остаз булды.
– “Медицина өлкәһендә яңы йүнәлеш булдырған өсөн” номинацияһында еңеү яулаған­һығыҙ. Нимәнән ғибәрәт һуң ул?
– Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетында хеҙмәт иткән ғалимдар титанды таҙа көйөнсә ҡулланыу юлдарын эҙләп, наноструктуралы металл алыу ысулын уйлап сығарған. Мин ул саҡта медицина юлынан алыҫ инем. Әлеге көндә һаулыҡ һаҡлауҙа титандан яһалған ҡулланмалар файҙаланыла тиһәләр ҙә, асылда улар титан иретмәһенән эшләнә. Титан үҙе генә – бик мурт металл, шуға күрә ҡатылыҡ үҙенсәлектәрен арттырыу өсөн уға төрлө матдәләр ҡушыла. Кеше организмына яйлашып киткән конструкциялар бер ниндәй иҙмә ҡушылмаған титандан яһалырға тейеш. Наноструктуралы металдың кристалл рәшәткәһе ныҡлы, башҡа матдәләр ҡушылмай.
Ғалимдар менән берлектә беҙ операцияларҙа ҡулланыу маҡсатында тап ошо титандан яһалған металл конструкцияларҙы травматология өсөн етештерҙек. Әлеге асышҡа патент алдыҡ, конструкциялар сертификация үтте. Был ысулды туғыҙ йыл инде күҙәтәбеҙ һәм ҡулланабыҙ, башҡа ойошмаларға тәжрибәне таратыу өсөн инвесторҙар талап ителә.
— Хәҙерге травматология өлкәһендә ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр бар?
– Барыһынан да элек кадрҙарҙың оҫталығын арттырырға кәрәк. Республика райондарында белгестәр юҡ тиерлек, уларҙың эшен хирургтар башҡара. Беҙҙә үткәрелгән операцияларҙың яртыһы — район дауаханаларында эшләнгәндәрҙе коррекциялау. Шулай уҡ төбәктәрҙәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ҡорамалдарҙы яңыртыу яҡшы булыр ине.
– Батырға ла ял кәрәк, тиҙәр. Һеҙ эштән буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ? Нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Өйҙә, ғаиләм эргәһендә рәхәтләнеп ял итәм. Йәш ярымлыҡ улым бар, уның менән бар ҡыйынлыҡтар онотола кеүек. Гитарала уйнайым, спорт менән шөғөлләнәм. Хирург өсөн был бик мөһим, сәғәттәр буйына аяҡ өҫтө өҫтәл янында эйелеп торғанлыҡтан, операция яһағанда аяҡ-ҡулға, арҡаға көс төшә, үҙеңде формала тоторға кәрәк.
– Хирург булырға теләгән йәштәргә ни әйтер инегеҙ?
– Беренсе сиратта — һөнәрҙе төплө үҙләштерегеҙ. Үҙеңдең белемеңде, тәжрибәңде профессиональ кимәлгә еткерергә кәрәк. Был өлкәлә эшләгән кешенең маҡсаты аҡса артынан ҡыуыу булырға тейеш түгел. Һөнәре буйынса профессионалға аҡса үҙе киләсәк. Бар кешеләргә лә һаулыҡ-именлек теләйем. Алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап, юлдарҙа ипләп йөрөгөҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Урал Фәрит улы. Кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыраһығыҙ, тулы тормош бүләк итәһегеҙ, шуға үҙегеҙҙең дә алтын ҡул­дарығыҙ, аяҡтарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!




Вернуться назад