Шакир ауылында тыуып үҫеп, тыуған яҡтарынан ситкә китмәй генә үҙ ерендә тир түгеп, хеҙмәт тәмен тойоп йәшәүселәр байтаҡ. Шулар рәтенә Фәнүз Даяновты ла индерергә була. Бөгөн ул ауылдың имам-хатибы Рәүил Садиҡов ризалығында мәсеттең эшен көйләп, намаҙҙарҙан ҡалмай иман юлында йөрөй.
Ете йыл бергә уҡыған класташы Сәбилә Ғәлимйән ҡыҙы менән 1963 йылда өйләнешеп, ғаилә ҡора. Алты балаға ғүмер биреп, донъяларын бөтәйтеп, һәр эшкә өлгөрөп йәшәй. 75 йәшлек ир-уҙаман тормошо хаҡындағы хәтирәләрен һүтеп, совхозда эшләгән осорон, Тымыҡ океандағы дүрт йыл әрме хеҙмәтен, дембелгә өлкән матрос дәрәжәһендә ҡайтыуын иҫкә төшөрҙө. Ул һалдат йылдарында татыулыҡтың ҡаҡшамаҫ булыуын, төрлө милләт вәкилдәренең, шул иҫәптән украиндар менән дуҫлығын, берҙәмлеген һағынып һөйләп алды. Совхозда Фәнүз Хәтмулла улы ферма, келәт мөдире вазифаларын башҡара, тимерлектә лә тир түгә, 47 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны мәктәптә йыйыштырыусы, совхозда быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләй. Әле лә малдан өҙөлмәй улар. Сәбилә Ғәлимйән ҡыҙы хужалыҡ, йорт мәшәҡәттәренән бушамай. Ҡош-ҡорт та етерлек. Һөт йыйыусы булғанлыҡтан, көн дә аҡты тапшырып өлгөрөргә кәрәк.
— Ауылда йәштәр әҙ, бында донъя көтөргә ҡайтһындар ине. Почтаны таратыусы булмауы эсте бошора. Яҙылыуын-яҙылабыҙ ҙа ул, баҫманың ваҡытында килеүе мөһим. Был — етди мәсьәлә. Бик матур мәсетебеҙ бар, тик унда йөрөүселәр һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Нисек борсолмайһың инде? — тип тыуған яғы өсөн янып-көйгән Фәнүз Даяновты аңларға мөмкин.
“Зәңгәр экран”дарҙан көнө-төнө халыҡтың мейеһен ағыулауға ҡоролған шау-шыулы тапшырыуҙар, талаш-үлтереш һәм кире хис-тойғолар тыуҙырған кино, еңел тормошто хуплаусы һәр төрлө сериал, фильмдар йоғонтоһо көслө заманда йәштәребеҙ ололар һүҙен дә ишетһә ине. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, күңелдәренә иман нуры һирпелдереп йәшәгәндә генә изгелеккә йүнәлтелгән тормошта мәғәнә барлығына Фәнүз Хәтмулла улы шикләнмәй.
Бөгөн бәхетле атай һәм олатай, әсәй һәм өләсәй үҙҙәренең 11 ейән-ейәнсәре, биш бүләһенә баштарынан кисергәндәрҙе бәйән итеп, иманлы өлгөлө йәшәүҙе, бер-береһенә яҡшы мөғәмәләне бәхеттең иң ҙуры тип һанай.