Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, әллә нәфсе бүреһе олоймо?30.07.2014
Дмитрий Медведев Кремлдә сағында әүҙем башлап ебәргән был кампания Рәсәйҙең өсөнсө президенты вазифаһынан китеү менән күпкә һүрәнәйә төшһә лә, ара-тирә теге йәки был ватандашыбыҙҙың өҫтөнән енәйәт эше ҡуҙғатылыуы, йә булмаһа, хөкөм ителеүе тураһында ығы-зығы осраштырғылай. Тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә миллион һумды законһыҙ үҙләштергән йылғыр әҙәмдәр менән сағыштырғанда, 1000 – 2000 һум ришүәт өсөн язаға тарттырылғандар, һис шикһеҙ, күберәк. БР Прокуратураһы сайтында, мәҫәлән, ундайҙар тиҫтәләрсә. Студенттан имтихан урынына 1,5 мең һум ришүәт алып, белемен “бик яҡшы”ға баһалаған Стәрлетамаҡ юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, мәҫәлән, суд тарафынан 37 мең һум штраф түләүгә хөкөм ителгән. Бынан тыш, педагог бер йыл уҡытыу кеүек хеҙмәт менән шөғөлләнеүҙән дә мәхрүм. Ошондайыраҡ хөкөм ҡарары Өфө вуздарының береһендә юғары белемле кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡан тағы ла бер уҡытыусыға ҡарата сығарылған. Тик уға 5 мең һумлыҡ ришүәт өсөн 450 мең һум штраф һалынған! Эйе, закон ҡаты, хатта шәфҡәтһеҙ, әммә ул – закон.

Коррупция буйынса хөкөм ителеүе, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡындағы был оҙон исемлекте, уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренән тыш, һаулыҡ һаҡлауҙа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, төрлө инспекцияларҙа, урындағы үҙидара органдарында һ.б. хеҙмәт ҡылыусылар дауам итә алыр ине. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә бығаса бер ҡасан булмаған күләмгә еткән коррупцияның тарихи, социаль, хоҡуҡи, психологик һ.б. тамырҙары бар. “Майламайынса, таба ҡупмай”, “Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта”, “Ҡул ҡулды йыуа”, “Һин – миңә, мин – һиңә” кеүек әйтемдәр, ҡайһы халыҡ теленән инеүенә ҡарамаҫтан, был күренештең тарихи тамырҙарына ишара яһай. Проблеманың социаль йөкмәткеһе иһә сикһеҙ ғәжәпләнерлек: вазифа биләүселәрҙең эш хаҡы шундай дәрәжәлә түбән, шуға күрә улар ришүәт алыуҙы вазифа хоҡуҡтарының йәшерен дауамы тип иҫәпләй. Коррупцияның хоҡуҡи нигеҙҙәренә ҡарата кинәйәле һүҙҙе ХIХ быуатта йәшәгән Александр Герцен яҙып ҡалдырған: яза алмаҫын белһә, хатта урыҫ алпауыты ла закон боҙоуҙан ситләшмәй. Ысынлап та, ватандаштарыбыҙҙың байтаҡ өлөшөнә һыуҙан ҡоро сығыу бәхете тәтей шул. Граждандарҙың абсолют күпселегенең теге йәки был йомошон атҡарыу өсөн “майларға” әҙер тороуы – мәсьәләнең психологик сағылышы өсөн сағыу миҫал.

“Көнкүреш коррупцияһы”

Миллиондарҙы үҙләштергәндәр һәм 1-2 мең һум менән эш иткәндәр, әлбиттә, формаль яҡтан бер үк енәйәт составына ҡараһа ла, икеһе ике төрлө күренеш. Тәүгеһе ысын мәғәнәһендә коррупция һаналһа, икенсеһе, иң ныҡ таралғаны, “көнкүреш коррупцияһы” тип исемләнеп, Рәсәй киңлектәрендә туҡ­тауһыҙ барған процесты хәтерләтә. Ысынлап та, ҡырағай баҙар шарттарында кем нисек булдыра ала, шулай көн итә тигән яҙылмаған ҡағиҙәне иҫтә тотоп, күптәрҙең “әҙәмсә” йәшәгеһе, йәғни уңайлы коттедж­дарҙа ғүмер кисергеһе, сит ил автомобил­дәрендә “елдергеһе” килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер граждандар маҡсатына ирешә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡулы ундайҙарға етмәй.
Шул уҡ ваҡытта “көнкүреш корруп­ция­һы”ның Рәсәй ысынбарлығының ғәрип, социаль дәүләткә хас булмаған са­ғы­лышы икәнен таныу ҙа мотлаҡ. Мәҫәлән, үҙ йортонда сит ил гражданын 800 һумға “теркәгән” Өфө районы хужабикәһен закон боҙоуҙа ғәйепләп (формаль нигеҙ бар бит) хөкөмгә тарттырыу ғәҙел булмаҫ кеүек. Ул саҡлы аҡсаны ватандаш­тарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре магазинға бер инеүҙә ҡалдырып сыға. Мигранттар мәсьәләһенә килгәндә, ул, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡатмарлы күренешкә әүерелә бара. Элекке Рәсәй империяһы колонияларынан метрополияға эш эҙләп ағылған граждандарҙың мохтажлығынан файҙаланып, матди хәлен яҡшыртып ҡалырға ынтылыусылар аҙ түгел. Башҡортостан Прокуратураһы Көйөргәҙе районында миграция менән бәйле закондарҙың үтәлешен тикшереү барышында дүрт фатирҙа 110 (!) сит ил гражданының теркәлеүен асыҡлаған. 35 квадрат метрлы фатирға, мәҫәлән, 24 кеше пропискаға индерелгән! Бының өсөн кемдәрҙең “майланыу”ын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Ауырғазы районында Тажикстандың алты гражданын үҙ йортонда теркәткән хужабикә лә был аҙымға рәхмәт һүҙе ишетеү өсөн генә бармағандыр.

Кем нисек булдыра...

Аҡса ғали йәнәптәре закон һағында тороусыларҙы ла ымһындырып, ихтыяр көсөн һындырырға һәләтле. Мәҫәлән, Өфөлә патруль-пост хеҙмәте полицей­скийының, юридик институтта бер ниндәй “эшлекле бәйләнештәре” булмаһа ла, тәжрибәһеҙ кол­легаһын ситтән тороп уҡыу бүлегенә ин­дерәм тип, 55 мең һум ришүәт алған саҡта тотолоуына аңлатма биреүе ауыр. Ни генә тимә, полицейский – закон һаҡлау хеҙмә­тендә торған вазифа! Өфөгә яҡын район­дарҙың бере­һендә суд приставы булып эшләгән 28 йәшлек ханымдың да суд ҡарары буйынса бурыстарын түләргә тейешле кешеләрҙең 260 мең һумын үҙләштереүе был категория вазифаһы өсөн хурлыҡлы күренеш.
Бында инде тамаҡтың тамуҡҡа тө­шөрөүе тураһында түгел, ә нәфсе бүреһе олоуы хаҡында һөйләргә кәрәктер. Эйе, кем нисек булдыра. Шулай ҙа аҡсаны еңел ҡулға төшөрөү юлын “ижад итеү”ҙә Туймазы районында йәшәгән 36 йәшлек эшһеҙ гражданға еткереүсене табып булмаҫ. Кәрәкле документтар йүнәтеп, ул банктан 290 мең (!) һум кредит юллап ала. Ни өсөн бурысын ҡайтармауы менән ҡыҙыҡһына башлағас ҡына, уның бер ҡайҙа ла эшләмәүе асыҡлана.
Килтерелгән миҫалдар ватандаш­тарыбыҙҙың аҡсаға, ғөмүмән, анһат ҡына байығыуға ынтылышы хаҡында ғына түгел, бер-береһенә мөнәсәбәте тура­һын­да ла һөйләй. Эш хаҡын һуңлатып түләү йәки бөтөнләй түләмәү баҙар иҡтисады башланған мәлдәрҙән бирле килә. Ҡасандыр тиң хоҡуҡлы совет граждандары хәҙер вазифа биләп йәки кеҫә ҡалынайтып алғас, ҡул аҫтында эшлә­гән­дәрҙең хоҡуҡтарына төкөрөп ҡарай. Суд­тар ҡарамағында 194 миллион һум бу­рысты ҡайтарыу тураһында 12,7 мең ғариза ятыуы тап ошо түбәнселекле, хур­лыҡлы күренеш тураһында һөйләй. Прокурор тикшереүҙәре барышында асыҡ­ланған (ә асыҡланмағаны күпме?) 13 мең закон боҙоу осрағы 4 миллионлы Башҡортостан халҡы өсөн бик күп ул. ХХI быуатта хатта батша Рәсәйендә осрамаған хәлдең аҙым һайын күҙәтелеүе, һис шикһеҙ, хурлыҡлы күренеш.
Бәлки, Рюриктар кәрәктер?

Аҡса ҡоло булған йәмғиәт үҙенә баһаны үҙе бирә. Һүҙ юҫығы, әлбиттә, үрҙә һанап үтелгән күңелһеҙ, хурлыҡлы күренештәрҙе теркәп, фаш итергә ынтылыуҙа ғына түгел. Уларҙы бөтөрөп үк булмаһа ла, ҡырҡа кәметеү мөмкиндер бит? Әлбиттә, бының өсөн иң элек ҡаты закондарҙан ғәйре, ХIХ быуатта йәшәгән француз мәғрифәтсеһе Шарль Монтескье иҫкәрткәнсә, йәмғиәттә әхлаҡты сәләмәтләндереү фарыз.
Проблема өҫтөндә уйланыу бынан ике-өс йыл элек “Независимая газета”ла донъя күргән “Нужны новые Рюрики” тигән мәҡәләне хәтерҙә яңырта. Уның авторы ҡасандыр Рус (варягтарҙың ул саҡтағы атамаһы – М.Х.) дәүләтен ҡороуҙа хәл иткес роль уйнаған шведтарҙы телгә алып, Рәсәй йәмәғәтселегенең бөгөн дә шундай ярҙамға мохтажлығы тураһында фекер йөрөтә. Ысынлап та, тәүҙә варяг юлбашсылары, унан төрки сығышлы Алтын Урҙа феодалдары, артабан Балтик буйы халыҡтары вәкилдәре, шул иҫәптән немецтар, урыҫ дәүләтен ойоштороу, империя ҡороу һәм башҡа цивилизацияларға оҡшамаған тәртип урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарған. Мәҡәлә авторы, ә ул техник фәндәр кандидаты, был хәтәр фекерен ҡағыҙ битенә төшөрөр алдынан бөтәһен дә яҡшылап үлсәп ҡарағандыр. Шундай хәлдә ҡалдыҡмы икән ни?
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында бар ғәләм көн күргән ғәҙел юлға төшөүенә ышанып, ата-олатайҙары һепереп түккән капитализм ҡосағына ташланған йәмғиәтте сафландырыуҙа чиновник хеҙмәтенә өмөтләнеү һыуға таяныуға тиң. Яңы ҡоролош шарттарында үткән сирек быуатҡа яҡын әсе тормош тәжрибәһе быны шикләнмәҫлек итеп раҫланы. Рәсәй чиновнигы дөйөм маҡсаттарға хеҙмәт итергә һис тә йыйынмай, ә үҙен һәм яҡындарын ғына хәстәрләй. Иң мөһиме – ул перспективаны хәстәрләп түгел, ә бөгөнгө көн менән йәшәй. Граждандарға үҙҙәренең конституцион хоҡуҡтарын яҡшы белеп, үтәлешенә өлгәшергә, властарға битарафлыҡ күрһәтергә түгел, ә уларҙың конституцион бурыстарын үтәүен талап итеү мотлаҡ. Ә Көнбайыш ярҙам итмәҫ, сөнки ул быға мохтажлыҡ кисермәй.




Вернуться назад