Донъябыҙҙы баҫа ҡоротҡос30.07.2014
Донъябыҙҙы  баҫа ҡоротҡос
Яңыраҡ хужалыҡ эштәре менән Благовар районына барырға тура килде. Унда йомоштарҙы теүәлләп, Өфө аша ҡайттым. Бер көн эсендә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә, Благовар, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарын үтергә тура килде. Юл буйы бер нәмәгә йәнем көйөп барҙы – донъябыҙҙы амброзия баҫа! Быға бер мин генә түгел, сәфәр йөрөгән күптәр иғтибар итәлер, моғайын.


Амброзияның тыуған ере – Төньяҡ Америка. Ул – буйы 70 – 80 сантиметрҙан алып 2,5 метрға ҡәҙәре еткән ағыулы сүп үләне. Сәскәләре һары, тарбаҡланып, үргә ҡарап үҫә. Көслө тамырҙары, ҡалын киң япраҡтары арҡаһында ул тирә-яғындағы үләндәргә, иген культураларына үҫергә ирек бирмәй. Дымды бик ярата, шул сәбәпле уның эргәһендәге үләндәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Амброзия шулай уҡ көслө аллерген иҫәпләнә. Уның һеркәһе кешенең, малдарҙың тын юлына эләкһә, быума сире барлыҡҡа килә.
Быға ҡәҙәре Ҡаҙағстан, Грузия, Украина, Рәсәйҙең көнбайыш өлкәләрендә таралған ҡоротҡос беҙҙең Башҡортостаныбыҙға ла килеп етте. Етеү генә түгел, үҙен баҫыуҙарҙа хужа итеп тоя. Быға амброзияға ҡул һелтәп ҡараған хужалыҡ етәкселәре лә юл ҡуя шикелле. Хәте­регеҙҙә булһа, дүрт-биш йыл элек амброзияға ҡаршы кө­рәш алып барырға саҡырған ҡарар ҙа бар ине. Хатта район гәзиттәрендә, был үләндең фотоһүрәтен ҡуйып, мәҡәләләр ҙә баҫтыра инек, ләкин һуңғы йылдарҙа ул хаҡта оноттоҡ.
Минеңсә, әлегә сәскә атҡан мәлендә амброзияға ҡаршы көрәште көсәйтергә кәрәк, юғиһә аҙаҡ һуң булыуы ихтимал.


Вернуться назад