Стәрлебаш ауылында сәләмәтлеге сикләнгән балалар өсөн махсус мәктәп-интернат 1999 йылдан бирле эшләй. Унда нигеҙҙә Стәрлебаш, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ишембай райондарынан килгән балалар уҡый. Аҡыл яғынан үҫешеп етмәгән балалар менән педагог-психолог, дефектолог һәм логопедтар шөғөлләнә.
Мәктәптә уҡыу өсөн махсус йыһазландырылған логопед, психолог, информатика кабинеттары, спорт залы бар. Донъяны танып белеү, телмәрҙе үҫтереү йәһәтенән педагогтар ҙур эш башҡара. Мәктәп-интернат «Башҡортостандың яңы гражданын формалаштырыу» программаһы буйынса эшләүен дауам итә. Тәрбиәләнеүселәр Балалар ижады йортонда шөғөлләнә, музейҙарға йөрөй, ижади конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Башҡортостан Мәғариф министрлығы инициативаһы буйынса коррекцион мәктәптәр өсөн үткәрелгән махсус олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәштеләр. Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы ошо мәктәп педагогтарына ышанып тапшырабыҙ. Улар бында яҡшы ҡаралған, тәрбиәле, тамаҡтары туҡ, тейешле белем алалар.
Беҙҙең алға быйыл ҙур проблема килеп баҫты. Коррекцион мәктәпте район үҙәгенән ауыл еренә күсерергә теләйҙәр. Тормай ауылындағы мәктәп бинаһын тәҡдим итәләр. Ул Стәрлебаш ауылынан 10 километр алыҫлыҡта, оло юлдан 800 метрҙа урынлашҡан. Ҡышын юл таҙартылмай, ә ауырыу балаларға көнөнә ике-өс тапҡыр «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға тура килә. Ауылға күсеү балаларҙы медицина ярҙамынан мәхрүм итәсәк. Яңы бина коррекцион мәктәп талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй.
Хоҙай тарафынан рәнйетелгән балаларҙы ниңә йәнә үгәйһетергә һуң? Коррекцион мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү балаларҙы заманса тәрбиә сараларынан, уңайлыҡтарҙан мәхрүм итеү тигән һүҙ.
Хөрмәтле редакция! Матбуғаттың көсөнә ҙур ышаныс менән балаларыбыҙға ярҙам итеүегеҙҙе — коррекцион мәктәпте ауылға күсереүгә юл ҡуймауығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ.
Ата-әсәләр исеменән: С. Сәйфетдинова,
Р. Әхмәтова, Ф. Сәлишев, А. Гәрәева,
С. Собханғолова, Р. Мәүликәева,
Р. Әхмәтвәлиева, Ф. Ғайсарова һәм башҡалар.